Һәр унынсыһы ҡәнәғәт31.01.2017
Рәсәй дәүләт социаль университеты уҙғарған тикшеренеүҙәргә һылтанма яһап, «Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, ватандаштарыбыҙға 20-нән 30 мең һумға тиклем күләмдәге пенсия таман булыр ине. Социологтарҙың һорауҙарына яуап биргәндәрҙең күбеһе, атап әйткәндә, 36,5 проценты шулай тип белдергән.
Халыҡтың тағы 28,1 проценты дәүләттең хаҡлы ялдағыларға айына 15 – 20 мең һум түләүен дә арыу тип һанай. Яҡынса һәр унынсы кеше (11,4 процент) хатта 10 – 15 мең һум менән хушһына ала. Респонденттарҙың сирек өлөштән кәмерәге (22,7 проценты) иһә 30 – 40 мең һумлыҡ һәм унан да юғарыраҡ пенсия хаҡында хыяллана.
“Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Рәсәйҙә пенсияның уртаса күләме 13,1 мең һум тәшкил иткән.