Йәй еткәнен ниңә көтөргә?31.01.2017
“Ауыл биләмәләренә юлдар төҙөү өсөн ил ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаны төбәктәргә йәй еткәс түгел, ә яҙҙан уҡ йүнәлтергә кәрәк, – тип талап итә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы вәкилдәре. – Ул эштәрҙе йылы миҙгелдә башҡарырға һәм финанс сығымдарын һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк”.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Рәсәй Хөкүмәте 54 төбәккә ауыл биләмәләренә һәм етештереү объекттарына юл төҙөү маҡсатында 8,3 миллиард һум бүлә. Башҡортостанға ла ярайһы уҡ ҙур субсидия тәғәйенләнгән – 634,1 миллион һум.
– Юлдар төҙөү өсөн аҡса бүленеүе бик яҡшы. Иң мөһиме – ул кәрәгенсә тотонолһон. Юғиһә йыл һайын субсидияның күпмелер өлөшө, ҡайһы берҙә хатта миллиард һумдан ашыуы үҙләштерелмәй тороп ҡала. Федераль юл агентлығы шунда уҡ төбәк властарына ғәйеп ташлай. Унан да бигерәк, аукцион уҙғарып өлгөрмәгәндәргә штраф һалына, – ти Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы вәкиле, Рәсәйҙең Ауыл йәштәре союзы рәйесе Юлия Оглоблина. – Башҡарма власть органдары төбәктәргә аҡсаны былтырғы кеүек йәйгеһен түгел, ә яҙғыһын ебәрергә тейеш. Бүленгәндең тиненәсә үҙләштерелеүе мөһим.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм Рәсәйҙең Ауыл йәштәре союзы әүҙемселәре быйыл федераль ҡаҙна аҡсаһына төҙөлгән юлдарҙың сифатын тикшерергә ниәтләй.