Коллекторға ла закон бар31.01.2017
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында эшләгән «ҡыҙыу линия» бурыс түләттереүсе ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә бәйле мөрәжәғәттәр ҡабул итә.
Коллекторҙарҙың закон сиктәренә һыймаған ғәмәлдәре тураһында эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 273-71-49 телефоны буйынса (Өфөнөң коды – 347) шылтыратып әйтергә мөмкин.
– Суд приставтары бурыстарҙы түләттереү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырғанда граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса федераль законды ҡулланыуға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирергә әҙер, – тип аңлатма бирҙе ведомствоның матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад