Быйылғы март сик түгел31.01.2017
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында торлаҡты бушлай хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу тураһында альтернатив закон проекттары ҡаралды. Депутаттар уларҙың береһен һайлап алып, артабан тормошҡа ашырыу өсөн тәҡдим итәсәк.
Мәғлүм булыуынса, илебеҙҙә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу быйыл 1 мартта тамамланырға тейеш. Быға тиклем Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты айырым категория граждандары өсөн хосусилаштырыуҙы 2020 йылға тиклем оҙайтыуға ҡағылышлы закон проектын беренсе уҡыуҙа раҫларға тәҡдим итеп, башҡаларын кире ҡаҡҡайны. Билдәләнгән категорияға Ҡырымда йәшәүселәр, шулай уҡ етем балалар һәм авария хәлен­дәге торлаҡтан күсерелергә тейешле граждандар инә.
Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белде­реүенсә, ведомствоның Ҡырымда һәм Севастополдә йәшәүселәр, шулай уҡ айырым категория граждандары өсөн бушлай хосусилаштырыу ваҡытын оҙайтыу хаҡында закон проектына ыңғай яуап биреүе ихтимал.



Вернуться назад