Ете диңгеҙ аръяғында булмаһынмы!31.01.2017
“Росреестр” Рәсәйҙең һәр төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы территорияға бәйле булмаған принцип буйынса теркәү тураһында ғаризаларҙы ҡабул итә башланы.
2017 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән 218-се Федераль законға ярашлы башҡарылған был эш халыҡҡа хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләһе менән документтар ҡабул итеүсе һәм тапшырыусы офистарға теләһә ҡайҙа урынлашҡан күсемһеҙ милек объекты буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкинлек тыуҙыра. Яңы технологияға нигеҙләнгән операциялар бығаса илебеҙҙең биш төбәгендә ведомство идаралыҡтары тарафынан һыналғайны.
Федерация субъекттарының һәр ҡайһы­һында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы территорияға бәйле булмаған принцип буйынса теркәү өсөн айырым офистар бил­дәләнгән. Башҡортостанда йәшәүселәр был уңайҙан “Росреестр”ҙың Өфө ҡалаһындағы төп биналарының береһенә (СССР-ҙың 50 йыллығы урамындағы 30/5-се йорт, 2-се зал) мөрәжәғәт итә ала.
Әйткәндәй, яңы технология нигеҙендә эш иткән хәлдә хоҡуҡтар, алыш-биреш, сикләүҙәр һәм тыйыуҙар күсемһеҙ милек урынлашҡан ер буйынса теркәлә.


Вернуться назад