Ауыл – ҡаланы, ҡала – ауылды31.01.2017
4 февралдә Өфөлә быйылғы тәүге ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа. Аграр университет ҡаршыһындағы Йәштәр һарайы янында ит, бал, һөт ризыҡтары һәм йәшелсә менән сауҙа итеү ойоштороласаҡ. Ауыл етеш­тереү­селәре ҡуйған хаҡтар, ғәҙәттә, баҙарҙағынан түбәнерәк була.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөлә бындай йәрминкәләр уҙғарыла башлауына хәҙер инде егерме йылдан ашыу. Сараларҙың төп маҡсаты – ҡала халҡын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, хаҡтар артыуына сик ҡуйыу, шулай уҡ ауыл етештереүселәренә тауарын баҙарға сығарыу мөмкинлеге биреү. Былтыр Өфөлә ошондай 237 йәрминкә ойошто­ролған, һатыу өсөн килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм хаҡы 600 миллион һумдан ашҡан.
Уҙған йыл йомғаҡтарына ентекләберәк күҙ һалайыҡ. Былтыр баш ҡалала йәшәү­селәргә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 4507 тонна картуф, 2688,7 тонна һуған, кишер, кәбеҫтә, сөгөлдөр, шулай уҡ 347,7 тонна бал, 1262,7 тонна һыйыр, сусҡа, һарыҡ, йылҡы ите һәм 105,8 тонна ҡош ите тәҡдим ителгән. Баш ҡалала үҙ продукцияһын республиканың 45 районы фермерҙары һәм шәхси ихата хужалары һатҡан. Ял көндәрендә уҙғарылған бындай сараларға 450 меңдән ашыу кеше килгән.


Вернуться назад