Белешмә йыйыу – уларҙың эше31.01.2017
“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан республиканың башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары менән электрон бәйләнешкә күсеү тураһында ҡабул ителгән саралар былтыр ошо йүнәлеш аша алынған мәғлүмәттәр күләмен 97 процентҡа тиклем (декабрҙәге күрһәткес 99 процентҡа еткән!) арттырырға мөмкинлек биргән.
Ведомство-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, белгестәргә аңлатма биреү маҡсатында 2015 һәм 2016 йылдарҙа “Росреестр” идаралығы менән Башҡортостандың “Асыҡ Республика” системаһы эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты берлектә бер нисә семинар ойошторғайны. Идаралыҡ етәксеһе Игорь Шеляковтың әйтеүенсә, шуныһы ҡыуаныслы: дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары теркәү хеҙмәтенән мәғлүмәт алыу йәһәтенән яуаплылыҡты граждандар иңенә һалырға тырышмай, ә үҙаллы башҡара. “Быйыл торлаҡ өсөн түләүҙәр башҡарылған Берҙәм иҫәп­ләшеү-касса үҙәктәрен, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы ла тығыҙ хеҙмәт­тәшлеккә саҡырмаҡсыбыҙ. Граждандарға мәғлүмәттәрҙе аныҡлау өсөн уларға белеш­мәне беҙҙән ҡағыҙға баҫтыртып алырға тура килә бит. Электрон бәйләнештә булыу эште күпкә еңеләйтер, ваҡытты һаҡсыл тотонорға форсат тыуҙырыр ине”, – ти ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2010 йылдың 27 июлендә сыҡҡан 210-сы Федераль законға ярашлы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе органдарҙың ғариза биреүселәрҙән башҡа органдар ҡарамағында булған документтарҙы һәм мәғлүмәттәрҙе талап итергә хоҡуғы юҡ. Бынан тыш, 2015 йылдан бирле банктар, страховка ойошмалары “Росреестр”ҙан белешмәне үҙаллы һәм фәҡәт электрон формала һоратырға тейеш.
Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең күсемһеҙ милек объекттары хаҡында мәғлүмәттәрҙе ведомство-ара электрон бәйләнеш системаһы буйынса биреүе граждандарҙы дәүләт хеҙмәттәрен файҙаланыу өсөн документтар йыйып йөрөүҙән тулыһынса азат итеүгә йүнәлтелгән. Уҙған йыл дауамында ошо юл менән 309720 мөрәжәғәт алынған булһа, быйыл ғинуарҙың 25-енә тиклем ведомство-ара электрон бәйләнештән килгән хаттар 33485-кә еткән.


Вернуться назад