Эш тә, аш та булһын өсөн31.01.2017
Эш тә, аш та булһын өсөн Үткән аҙнала Ҡырмыҫҡалыла яҡын-тирәләге райондарҙың ҡулланыусылар кооперацияһы етәкселәре ҡатнашлығында зона кәңәшмәһе ойошторолдо. Йыйындың урыны тип юҡҡа ғына беҙҙең биләмә һайланмағандыр: бындағы райпо тотороҡло үҫеше һәм иҡтисади күрһәткестәре буйынса республикала алдынғылар рәтендә бара.
Эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрен һайлаған улар. Сарала ҡатнашыусылар быға ойошмаға ҡараған предприятиелар буйлап йөрөгәндә ныҡлы инанды. Әлбиттә, ҡулланыусылар кооперацияһының тәүге бурысы – халыҡты сифатлы һәм бигүк ҡыйбат булмаған аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү. Был йәһәттән урындағы сауҙа хеҙмәткәрҙәре төрлөлөккә лә етди иғтибар бүлә. Мәҫәлән, район үҙәгендәге кафетерийҙың кәштәләрендә йәмәғәт туҡланыуы оҫталары тарафынан әҙерләнгән ит, йәшелсә ризыҡтарының, салаттарҙың, бешерелгән ашамлыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Ҡаты көнәркәшлек шарттарында гастрономға ла замансалыҡҡа ынтылырға тура килә, сөнки эргәлә генә – эре супермаркеттар. Райпо рәйесе Р. Хажиев әйтеүенсә, өлгәшелгән үрҙәрҙе һаҡлау өсөн халыҡҡа күберәк урындағы етештереүселәрҙең тауарын тәҡдим итәләр. Республикала бит аҙыҡ-түлеге ихтыяж менән файҙаланылған предприятиелар күп. Мәҫәлән, Шишмәнең көнбағыш майы, Өфө ит-консерва комбинатының колбасаһы, Бүздәк соусы, Прибельскийҙың һөт продукттары...
Сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты. Предприятие, мәғлүм булыуынса, республикала алдынғыларҙан һанала. Бында тәүлек һайын 15 тоннаға яҡын икмәк етештерелә. Сифаты ла яҡшы: ҡомалаҡ сүпрәһе ҡушып, кирбес мейестәрҙә бешерелә, яһалма өҫтәмәләр, буяуҙар ҡулланылмай. Предприятиела икмәктең һәм икмәк-ҡалас изделиеларының утыҙҙан ашыу төрө етештерелә. Барлыҡ аҙыҡ-түлеккә “Башҡортостан продукты” билдәһе ҡуйылған. Ҡырмыҫҡалы икмәгенең таралыу даирәһе ифрат киң.
Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ кондитер цехын ҡараны. Ул 2013 йылда асылған һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тиҫтәләгән төр изделие сығара башлауға өлгәшкән. Былтыр килем бер миллион һумдан ашыу булған.
– Урында етештерелгән аҙыҡ-түлекте бер аҙ арзаныраҡҡа һатҡанда, көнәркәшлеккә бирешмәҫкә мөмкин, – тигән фекерҙәр күп яңғыраны кәңәшмәлә. – Ҡыйбат итеп ҡуяһың икән, үтмәйәсәк, халыҡ әлеге лә баяғы супермаркеттарға йөрөүгә өҫтөнлөк бирәсәк. Ә былай кешеләр урында етештерелгән аҙыҡ-түлектең сифатлы икәнен белә. Арзаныраҡ та булһа, һис шикһеҙ, баҙарҙы үҙ яғыбыҙға борорға мөмкин. Һөҙөмтәлә эшебеҙ ҙә, ашыбыҙ ҙа буласаҡ.


Вернуться назад