БДИ-ны үткәреүҙә үҙгәрештәр бар29.03.2012
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендә ойошторолған кәңәшмәлә республикала Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә әҙерлек барышы тикшерелде.
Уҡыусылар быйыл 13 дисциплина буйынса һынау тотасаҡ. Имтихан бирергә 27 меңдән ашыу кеше теркәлгән, уларҙың 25 меңдән күберәге — XI класс уҡыусылары.
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, БДИ-ны үткәреү тәртибендә ҙур яңылыҡ юҡ, төп ҡағиҙәләр былтырғы кеүек ҡала. Шулай ҙа федераль закон тарафынан ҡабул ителгән бер нисә үҙгәреш бар. Мәҫәлән, имтихан үткәрелгән урында элемтә сараларын һәм электрон-иҫәпләү ҡорамалдарын файҙаланыуҙың эҙемтәләре регламенты үҙгәртелгән. Тәртип боҙоу осрағы асыҡланған хәлдә, уҡыусы һынау биреү пунктын ҡалдырырға мәжбүр була. Уны БДИ-ны ҡабаттан тапшырыуға индереү мәсьәләһен имтихан комиссияһы хәл итә.
Бынан тыш, һынау үткәрелгән урынға бер һәм унан күберәк йәмәғәт күҙәтеүсеһе инеп ултыра ала, был ҡағиҙә апелляция мәленә лә ҡағыла.
Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыусылар, уны үткәреүгә йәлеп ителгәндәр араһында контроль-үлсәү материалындағы мәғлүмәтте таратыусы асыҡланған осраҡта, был кешеләргә төрлө ҡаты сара күреләсәк. Мәҫәлән, 50 мең һумдан 200 мең һумғаса штраф түләүҙәре ихтимал.
БДИ-ның һөҙөмтәһен федераль һәм төбәк имтихан комиссиялары тарафынан ҡайтанан тикшереү мөмкинлеге лә ҡарала.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад