“Был хаҡта һөйләшмәйек”27.01.2017
– Туғаным, кил әле бында, кил.
Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне:
– Минән генә ал, минән генә, иң яҡшыларын бирәм. Бында иң һәйбәттәре минеке. Бала кеүек ҡарайым бит уларҙы. Ғүмер буйы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгәс, уның рәт-сиратын яҡшы беләм. Бүтәндәрҙеке тәк сибә.

Унан апай себеште нисек тәрбиәләүе, нимәләр ашатыуы хаҡында тәфсирләп һөйләй башланы:
– Үҙең үҫтергән тауыҡҡа, үҙең­дең күкәйеңә етәме ни ул! Үҙем шунда эшләгәс, нимә ашатҡан­дарын вис беләм. Бөтәһе лә химия!
Апай ярым бышылдауға күс­те. Бармағы менән бирерәк торған ҡатынға төртөп күрһәтте.
– Хоҙайым, анау ҙа себеш һа­тып торған була, әҙәм алдап! Гонаһынан да ҡурҡмай. Былтыр берәү килеп, себештәрең ысла­бый булды, иртәгәһенә үк вис ҡы­рылды, тип зыҡ ҡубып әрлә­шеп йөрөгәйне, – тине апай. – Иридакцияла эшләйем, тиһең ин­де? – тип ҡабатлап һораны ул.
– Эйе.
– Ҡайһы райондан?
– Ҡырмыҫҡалынан, – тинем.
– Атаҡ, мин дә шунан. Яҡ­таш­тар икәнбеҙ. Ҡайһы ауылдан?
– Ҡарағайҙан.
– Бәй, күрше ауыл бит.
– Улай булғас, Фәлән Фәлә­новичты беләһеңдер? – Ул ми­ңә таныш кешенең исем-шәрифен әйтте.
– Беләмсе.
– Шуның менән бер урамда үҫтек инде. Хәҙер әллә кем булып, галыстук тағып йөрөһә лә, элек эт аламаһы булды...
Апай бер аҙ туҡталып торған арала эше менән ҡыҙыҡһынам.
– Үтәме?
– Үтмәгән ҡайҙа ул! Ҡыры­лышып алалар.
– Тимәк, файҙаһы бар?
– Булмаһа, ошонда бушҡа тораммы ни! Былтыр Төркиәлә булдым, быйыл үҙебеҙҙең Ҡы­рымға барырға тип торам. Пенсия аҡсаһына ғына ҡарап торһаң, йәшәрһең бында.
– Улайһа, һәйбәт.
Унан яҡташ апай йәнә минән “имтихан” алыуын дауам итте.
– Ҡатының ҡайһы райондан?
– Нуримандан.
– Башҡортмо?
– Эйе.
– Ҡайҙа эшләй?
– Нәшриәттә.
– Балаларығыҙ нисәү?
– Ике ҡыҙыҡай.
– Янына бер малай ҙа апҡайтырға кәрәк. Әтеү фами­лияң юғала. Илдә сәпсек үлмәй ул. Ана беҙ унау үҫтек.
– Апай, үҙегеҙҙең балалар нисәү? Хәҙер ҙурҙарҙыр инде? – тип һорай ҡуйҙым.
– Әйҙәгеҙ, был хаҡта һөй­ләшмәйек. – Әле генә тытыл-дығы сыҡҡан апай ҡырт киҫте, йөҙө үҙгәрҙе. Унан телефон һандарын һорап алды. – Кәрәк булһа, шылтыратырмын әле...
Иң аптыратҡаны һуңынан бул­ды: яҡташ апай маҡтап-маҡтап һатҡан себештәрҙең яртыһы иртәгәһенә бер-бер артлы үлде.


Вернуться назад