Буш ҡул менән барғас...27.01.2017
– Ауылыбыҙҙағы өлкән йәштәге яңғыҙ ағай көн дә мәсеткә йөрөй. Иман йорто асылғандан бирле уның тупһаһына саң ҡундырмай. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны оҡшатмай. “Уның көн дә йөрөүенән ни фәтүә? Хәйер ҙә һалмай, гел буш ҡул менән бара”, – тиҙәр. Ошондай осраҡҡа ҡарата ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А. МӘМБӘТОВА.
Хәйбулла районы.

Башҡортостан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Нимә ул хәйер? Аҡса һалыумы? Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, күптәр был ғәмәл­де шулай тип аңлай. Ә хәйерҙең мәғә­нәһе бик киң, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр. Бер-береңә аҡыл, фекер, ҡул көсө менән ярҙам итеп, күңелде үҫтереү, йылмайыу, ихлас күре­шеү, хәлде һорашыу, бү­ләк бирешеү, йорт төҙө­шөү... Быларҙың барыһы ла – хәйер. Изге ғәмәлдең эсенә бө­төн яҡшылыҡ туплан­ған. Хатта ки, мәҫәлән, кемдер атҡа менә алмай тора икән, уға ярҙам итеп ебәреү ҙә хәйергә һанала. Ни өсөн тигәндә, ҡәрҙәшеңә булышлыҡ ҡылдың, күңелен үҫтерҙең, яңғыҙ түгеллеген иҫенә төшөрҙөң, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек кеүек сифаттарҙың мәңгелек икәненә йәнә бер ҡат инандырҙың. Ярҙам күргән кеше үҙе лә бүтәндәргә изгелек өләшә башлар. “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреү­селәр гүйә ки орлоҡ кеүек, – тиелгән бит Ҡөрьәндә. – Ул, үҫеп етеп, ете ба­шаҡҡа әйләнер. Һәр бере­һендә йөҙ орлоҡ булыр...”
Динебеҙҙә, мәғлүм ки, баҡыйлыҡҡа күскән­дәргә хәйер биреү ҙә бар. Мәрхүмдәрҙең рухы көтөп тора, тиер ине беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр ҙә. Баҡый­лыҡтағылар хәйергә, Ҡөрьән уҡытыуға һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Исламда шулай уҡ мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙатыу, унан һуң да бергәләп иҫкә алып тороу йолаһы бар. Был, беренсенән, туғандарҙың ҡайғыһын уртаҡлашыу булһа, икенсенән, баҡыйлыҡҡа күскәндең рухына хәйер бирелә, доға ҡылына. Был ғәмәл үҙебеҙгә бәрәкәт, күңел тыныслығы рәүешендә әйләнеп ҡайта.
Әлеге һорауға килгәндә, мәсеткә көн дә йөрөгән ҡәрҙәшебеҙ, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлында башҡаларға өлгө күрһәтеп, ғәйәт ҙур изге эш башҡара. Был, әйткәнемсә, үҙе үк – хәйер. Мәсеткә аҡса һалыр өсөн генә килмәйҙәр. Уның тупһаһына саң ҡундырмау, аят-доғаларҙан айырылмау – мосолмандың изге бурысы. Йәнә шуны әйтеп китмәү мөмкин түгел, хөрмәтле ҡәрҙәштәр: был ағайҙың мәсеткә гел буш ҡул менән барғанын кем күҙәтеп торған? Бәлки, ул хәйерҙе башҡаларға күрһәт­мәйенсә һалалыр? Исламда бит изге ғәмәлдәр бүтәндәр ҡарап баһалаһын тигән маҡсатта үтәлмәй, ә фәҡәт Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен алыу өсөн атҡарыла.
Ошо урында билдәле бер хикәйәтте йәнә иҫкә төшөрөп үтәйек. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ниндәйҙер сәйәхәт ойоштороу өсөн халыҡтан ярҙам йыйырға ниәт итә. Ғәли хәҙрәт булғанын ҙур ихласлыҡ менән бүлешә. Пәйғәмбәребеҙ уға тиҙ генә доға ҡыла ла юлын дауам итә. Ғосман хәҙрәткә инә. Уныһы, хәлле кеше булараҡ, бик ҙур ярҙам күрһәтә, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уға оҙаҡ итеп доға ҡыла. Быны күргән Ғәли хәҙрәт аптырап ҡала. “Йә, Рәсүлуллаһ, ярҙамды аҙ күрһәткән өсөн миңә ҡыҫҡа ғына доға ҡылдыңмы?” – тип һорай. Пәй­ғәм­бә­ребеҙ иһә шулай яуаплай: “Һин барыһын да ысын күңелдән, ихласлыҡ менән башҡарҙың. Аллаһ Тәғәлә ғәмәлеңде ҡабул итте, шуға оҙаҡ доға ҡылыу ихтыяжы булманы. Ә Ғосман хәҙрәттең күңеленә “Иң күп ярҙамды мин күрһәттем, ахыры” тигән уй ингәйне. Шуға ла “Эй, Раббым, ҡәрҙәшебеҙҙең ярҙамын ҡабул итһәңсе” тип оҙаҡ ҡына доға ҡылырға тура килде”.
Хәйерҙе Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн бирәйек, мохтаждарға, етемдәргә хәлебеҙҙән килгәнсә матди йәһәттән булышлыҡ ҡылайыҡ, ҡул-тел ярҙамы күрһәтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бер-беребеҙгә ҡыуаныс-шатлыҡ өләшеп, һөйөнөстәрҙе уртаҡ итеп йәшәргә яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад