“Яратам!”27.01.2017
“Яҡындарығыҙға, яратҡан кешеләре­геҙ­гә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән пәй­ғәм­­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-беребеҙгә күркәм тойғоларыбыҙҙы еткереп, ярҙам итешеп, ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашып йәшәһәк, йөҙөбөҙ ҙә, көнөбөҙ ҙә яҡты булыр.
Һөйөү – Аллаһ Тәғәләнең барлығы һәм берлегенең билгеһе. Тормош тап ошо тойғо көсө менән алға бара. Уның ышаныслы нигеҙе – мөхәббәттән ярал­ған ғаилә. Дуҫлыҡ та яратыу, яҡын кү­реү тойғоһонан барлыҡҡа килә. Тәби­ғәттән күңелгә рәхәтлек, ләззәт алабыҙ табабыҙ икән, был да һөйөүгә бәйле.
Кешеләр бер-береһенә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булһа, тормош алға бара. Әгәр инде арала һалҡынлыҡ барлыҡҡа килһә, донъя усағы быҫҡып һүнәсәк. “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы”, тиҙәр.
Аллаһ Тәғәлә күңелде киң итеп яралтҡан. Уға туғандарыбыҙға, ғаи­ләбеҙгә, илебеҙгә, тәбиғәткә, бөтөн те­рек­леккә булған мөхәббәт һыя. Һәр атҡан таңды ҡыуанып ҡаршы алайыҡ, балала­ры­быҙҙы һөйөп уятайыҡ. “Яратам!” тигән һүҙҙән донъябыҙ тағы ла яҡтырыр.


Вернуться назад