Юғары уҡыу йорттары көтөп ятмай27.01.2017
Юғары уҡыу йорттары көтөп ятмай Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды. Улар иҫәбендә – Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.
Әйткәндәй, республиканың юғары уҡыу йорттары был бәйгелә беренсе тапҡыр ғына еңеүсе түгел, тимәк, студенттарҙың потенциалы етди. Ә Башҡорт дәүләт педагогия университеты бер юлы ике йүнәлеш буйынса грант яуланы. Финанс ярҙамына лайыҡ мөһим саралар араһында түбәндәгеләр билдәләнде: Рәсәй студенттары парады, «Мин ғилемде һайла­йым!» халыҡ-ара ғилми-мәғариф форумы, «ОСС һәм юғары уҡыу йорто хакимиәтенең үҙ-ара эш итеү системаһы» Бөтә Рәсәй саралар программаһы, халыҡ-ара төрки халыҡтарҙың мәҙәниәт һәм тел фестивале һәм «Ҡышҡы десант» халыҡ-ара хәрби-спорт сараһы. Икенсе йүнәлеш — «Фән һәм инновациялар».
Педагогия университетының матбуғат үҙә­ген­дә билдәләүҙәренсә, бөтә был йүнәлеш­тәр һәм саралар дөйөм 9,4 миллион һумға хуп­ланған, ул һәр ҡайһыһын һөҙөмтәле һәм си­фатлы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирәсәк.
Конкурсҡа илдең 350 юғары уҡыу йорто ға­ри­за бирһә, еңеүселәр исемлегендә улар – 193.


Вернуться назад