Тиңдәр араһында тиң булырға27.01.2017
Тиңдәр араһында тиң булырға Тиңдәр араһында тиң булырға Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты, уларҙы Рәсәй студенттары көнө менән ҡотланы.
Осрашыу башланыр алдынан юға­ры уҡыу йортоноң физика-математика корпусында республика етәксеһе БДУ студенттарының ғилми ҡаҙанышта­рына һәм ижадына арнал­ған “Татьяна көнө” күргәҙмәһен ҡарап сыҡты. Үҙе­нең сығышында ул респуб­ликаның социаль-иҡтисади үҫеше, фәнни-техник прогресс, йәштәрҙең башланғыс­тарына булышлыҡ итеү, мәғариф сис­темаһын камиллаштырыу мәсьәлә­лә­рен күтәрҙе.
– Беҙгә бергәләп республикабыҙҙы донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеү буйынса эште алып барыу шарт. Төбәктең оҙаҡ ваҡыт тышҡы донъя­нан айырымланыуы сер түгел. Был эшҡы­уарлыҡты, иҡтисадты, тотош йәмғиәтте үҫтереүгә ҡағыла, – ти­не Рөстәм Зәки улы. – Мәҫәлән, беҙ БДУ-ға федераль университет статусын ала алма­ныҡ, республикала милли тикшеренеү университеттары ойоштороуға өлгәшмәнек. Был – ҙур етешһеҙлек, сөнки Башҡортостан юға­ры уҡыу йорттарын үҫтереү йәһә­те­нән конкурентлы мөхиттән төшөп ҡалды.
Студенттарҙың һорауҙарына яуап биреп, төбәк етәксеһе әле Башҡорт дәүләт университетына ошо статусты алыу йәһәтенән әүҙем эш алып барылыуын билдәләне. Бөгөн республикала Өфө дәүләт нефть техник университеты ғына шундай статусҡа эйә. Ул – “Газпром”дың терәк вузы. Ә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына терәк гуманитар вуз статусы бирелгән.
Өфөнө конгресс үҙәге булараҡ үҫ­тереүгә кил­гән­дә, Башҡортостан Баш­лығы майҙа бында 70-80 ил вәкиле ҡат­нашлығында донъяның социологик йәмғиәттәре етәкселәренең IV конгресын үткәреү ихтималлығы хаҡында әйтте. Киләсәктә был рес­публикаға ха­лыҡ-ара социологик форумдар уҙға­рыуға дәғүә итеү мөм­кинлеген бирәсәк.
Студенттар төбәк етәксеһенә биргән һорауҙар йәштәрҙең ҡаҙаныш­тарын производствоға инде­реү­гә, мәшғүллеккә, йәмәғәт транспортына, эколо­гияға, спортты һәм үҙешмәкәр­лекте үҫтереүгә ҡа­ғылды. Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов БДУ-ның геофизика кафедраһындағы термометрия лабораторияһында булды.


Вернуться назад