“Урал батыр” эпосы һәм мәмерйә арыҫландары25.01.2017
“Урал батыр” эпосы һәм мәмерйә арыҫландары “Урал батыр” эпосы һәм мәмерйә арыҫландары Һуңғы палеолит дәүерендә мәмер­йәләрҙә стенаһына һүрәттәр яһалған үҙенсәлекле тәүтормош ҡорамдары барлыҡҡа килә. Тәүтормош кешеһе төшөргән рәсемдәр һаҡланып ҡалған Шүлгәнташ мәмерйәһе лә ошондай ҡорамды, ә ундағы һүрәттәр “Аллаһы Тәғәләгә хат”ты тәшкил иткән. Ул дәүер кешеләре абстракт фекер йөрөткән. Ысынбарлыҡта күрмәгән картиналарҙы һәм хәл-ваҡиғаларҙы улар аңында ғына кәүҙәләндергән. Берәүҙәре мәмерйә стенаһына үҙҙәре ауларға теләгән кейекте, ит һалыу өсөн кәрзиндәрҙе төшөргән, икен­селәре “Урал батыр” эпосын сығарып, унда ошо кейекте нисек аулауҙары, аҙаҡ уны ашауҙары хаҡында бәйән иткән. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр эпосты тулыландырып, таш быуаттағы мамонт, йөнтәҫ мөгөҙмо­рон кеүек йыртҡыстарҙы һәм хай­уандарҙы беҙгә еткергән. Һауа йылыныу менән беренсе булып мамонттар юҡҡа сыға. Кеше өсөн хә­үефле булған йөнтәҫ мөгөҙморондар Х быуатта Волга буйында һәм Уралда йәшәгән. Уларҙы билдәле сәйәхәтсе Ибн Фаҙлан да һүрәтләгән. Кеше ма­монттарҙы ла, мөгөҙморондарҙы ла һирәк аулаған, сөнки уларға һунар итеү бик хәүефле булған һәм ҙур һунарсылар коллективы менән сы­ғыуҙы талап иткән, шуға күрәлер ҙә ата-бабалар хәтерендә был хайуандар һаҡланып ҡалмаған.
Нигеҙҙә, ваҡ хайуандарға һәм аттарға һунар иткәндәр. Иң ҡиммәтле табыш, әлбиттә, ат булған. Уларға һу­нар итеү әллә ни ҙур хәүеф тыу­ҙырмаған. Бының өсөн бер нисә ғаилә берләшкән. Ошондай коллектив һу­нарҙа этностың тәүге ячейкаһы – ырыу барлыҡҡа килгән. Кешеләр ме­нән арыҫландарҙың юлы мәмерйә­ләрҙә киҫешкән. Яралы, сирле йәки ҡарт арыҫландар йыш ҡына мәмер­йәләргә килеп, һуңғы төйәген тап шунда тапҡан. Бындай мәмерйәләр кешеләр өсөн хөрәфәти урындарға әүерелгән. Баштараҡ арыҫландар тәүтормош кешеләренең тотемын тәшкил иткән. Улар ошо йыртҡыс­тарға табынған, уларға ҡорбан кил­тергән, сирле арыҫландарҙы хәс­тәрләгән, ашатҡан. Иманай мәмер­йәһендә табылған таш ҡорал менән ярылған айыуҙың баш һөйәктәре лә ошо турала һөйләй кеүек. Күрәһең, айыуҙар арыҫландарҙың дошманы булған, ә кешеләр үҙҙәренең тотемы – арыҫланға тоғролоҡто һаҡлаған. Мәмерйәлә осло таштарҙы файҙа­ланып, айыуҙың баш һөйәгенә бәйле ниндәйҙер йола башҡарылғандыр, бәлки. Кешеләр “дошманды үлтереү­ҙе” сағылдырып, айыуҙың баш һөйә­генә таш менән һуҡҡандыр, һәм был таштар ошо урында ятып ҡалғандыр. Боронғо башҡорттарға тотемдың дошманына ҡаршы көрәш хас булған. Һуңыраҡ иһә, тәңреселәргә әүерел­гәс, улар үҙҙәренең Тәңреһен (Таҙа Зәңгәр Күкте) ҡара болоттарҙан, күк күкрәүенән, йәшен йәшнәүенән “һаҡ­лаған”, йәшенле ямғырҙар осоронда күккә уҡ атҡан.
Дини инаныуҙар барлыҡҡа килеү менән Тәңре образына ихтыяж тыу­ған. Ул дәүерҙә кешеләр арыҫланды “хайуандар батшаһы” тип иҫәпләгән. Берәүҙәр Тәңрене кәүҙәһе – арыҫ­ландыҡы, башы кешенеке булған зооморф мифик зат тип күҙаллаған, икенселәре уны арыҫлан менгән кеше рәүешендә ҡабул иткән. Кешенең арыҫлан менән берҙәмлеге тура­һындағы мифтар тыуған. Улар ҙа дө­йөм кешелек традицияларына әүерелгән. Әрмән таулығындағы Гебекли-Тепе ҡорам комплексында ҡаҙыныу эштәре барышында боронғо кеше-арыҫлан һындары табылған. Улар беҙҙең эраға тиклемге 10-сы мең йыллыҡтан ҡалған, тиҙәр. Бо­ронғо Мысырҙа барыһына ла яҡшы билдәле сфинкстар рәүешендә ошо уҡ йола дауам иткән. Артабан эллинизм дәүерендә сфинкстар Грецияла һәм Һиндостанда киң таралған.
Уралда иһә арыҫланға табыныу йолаһы байтаҡҡа иртәрәк юҡҡа сыҡ­ҡан. Шуға күрә арыҫландар “Урал батыр” эпосының тәүге өлөшөндә ге­нә телгә алына. Һуңғы палеолит дә­үеренең уртаһында Көньяҡ Уралда боҙлоҡ осоро тамамлана, һәм 19 мең йыл элек һауа йылына башлай. Мамонттар Уралда 15 мең йыл элек юҡҡа сыға. Әммә улар эҫенән һәләк булмаған. Бының сәбәптәре бөтөнләй бүтән.
Боҙлоҡ иреү менән йоғошло ауырыуҙар тарала башлай. Мамонт­тарҙың һөйәктәрен тикшергән ғалим­дар билдәләүенсә, был хайуандар­ҙың күпселеге түләмәнән һәләк булған. Күрәһең, башҡа кейектәр ҙә сирҙән ҡырылғандыр. Мамонттар менән бергә Ер йөҙөнән ҙур боландар, мәмерйә арыҫландары һәм башҡа хайуандар юҡҡа сыҡҡан. Арыҫландар эҫе Африка сүллек­тәрендә һәм саванналарҙа ғына һаҡланып ҡалған. Түләмә бактериялары ҡыҙыу Африка ҡояшы аҫтында йәшәй алмайҙыр, моғайын.
Археологик ҡаҙыныу эштәре һәм улар барышында табылған мәмерйә арыҫланы һөйәктәре нигеҙендә “Урал батыр” эпосының ҡасан барлыҡҡа килгәнен билдәләргә мөмкин. Эпос үрге палеолит, иртә таш быуат, боҙ­лоҡ осоронда тыуған тигән фараз бар. Тимәк, халҡыбыҙҙың “Урал батыр” эпосына – кәмендә 15 мең йыл!
Арабыҙҙа тиҫтәләрсә мең йыл йөрөүенә ҡарамаҫтан, эпоста уның булған хәл икәнлеген һәм ҡасан ижад ителә башлауын раҫлаған дәлилдәр байтаҡ. Уларға, тәү сиратта, әҫәрҙең башында телгә алынған таштан яһалған эш һәм һунар ҡоралдары: суҡмар һәм таш сүкеш, шулай уҡ һауыт-һаба рәүешендә ҡулланылған ҡабырсаҡтар, аттың баш тиреһенән эшләнгән башкүнәк инә. Балсыҡ һауыттар һуңыраҡ, неолит дәүерендә барлыҡҡа килгән.
“Урал батыр” эпосы башҡорт те­лендә беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Ул баштан уҡ башҡортса, ата-ба­баларыбыҙҙың телендә тыуған тип ышанырға кәрәк. Әммә үрге палеолит дәүеренән айырып торған ғәйәт ҙур ваҡыт арауығы телдең шул тиклем оҙаҡ ваҡыт дауамында һаҡланып ҡалыуын шик аҫтына ҡуйҙы. Баш­ҡорт­тарҙың күсмә тормошта йәшәүе, беҙҙең эраның Х быуатында ғына уларҙың Көньяҡ Уралға килеүен раҫлаған дәлилдәр был шикте тағы ла көсәйтә төштө. Шуға күрә ҡайһы бер тикшеренеүселәр, атап әйткәндә В. Котов, “Урал батыр” эпосы боронғо Көньяҡ Урал теленең прототөрки һөйләшендә тыуған, тигән фекерҙә. Бының менән килешеү мөмкин түгел. В. Котовтың фаразы бер ниндәй ҙә дәлилдәр менән иҫбатланмай. Уның нигеҙенә беҙҙе эпосты ижад итеү­се­ләрҙән айырып торған мең йыл­лыҡтан “ҡурҡыу” тойғоһо ғына һа­лынған. Ысынлап та, ошо биләмәлә ниндәйҙер ҙур булмаған милләт теленең меңдәрсә йыл дауамында һаҡланып ҡалыуын археологка аң­лауы ҡыйындыр. Әммә был тәү ҡа­рашҡа ғына шулай. Эпос телен хәҙерге башҡорт теле менән ентекле сағыштырыу һөҙөмтәләре бигерәк тә ҡыҙыҡлы.
Башҡорт теле Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо халыҡ тураһында эпик әҫәр ижад итерлек дәрәжәлә боронғо телме? Әле беҙ шундай үҙенсәлекле күренешкә тап булдыҡ. Хәҙерге башҡорт теле менән “Урал батыр” эпосын ижад итеүселәр араһында кескәй генә күпер һаҡ­ланып ҡалған. Уның аша үтеп, Көньяҡ Уралда йәшәгән боронғо башҡорттар менән аралашырға мөмкин. Әлеге башҡорттар Көньяҡ Уралда бер ҡасан да күрмәгән арыҫландар тураһын­дағы мәҡәлдәр ошондай үҙенсәлек­тәр иҫәбенә инә. Уларҙың тәүгеһе: “Арыҫланға атланһаң, ҡамсың ҡылыс булһын”. Икенсеһе иһә, һис шикһеҙ, палеолит дәүерендә барлыҡҡа кил­гәндер: “Арыҫлан ау тапмай ҡайтмаҫ”. Әйтергә кәрәк, был мәҡәлдәр баш­ҡорт телендә үҙаллы йәшәй, “Урал батыр”ҙың беҙгә таныш версияһына инмәгән.
Ҡылыс тотоп, арыҫланға менеп йөрөү хаҡындағы тәүге мәҡәл Урта быуаттарҙа тыуғандыр, моғайын, сөнки ҡылыс тап шул дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Был да “Урал батыр эпосы сюжеттарының башҡорт фольклорында Урта быуаттарҙа уҡ киң билдәле булыуы тураһында һөйләй. “Юлай менән Салауат” эпосы ла быны раҫлай. Был әҫәрҙә Юлай башҡорттарҙы көрәшкә саҡырғанда халҡыбыҙҙың данлы улдары иҫәбен­дә тәүгеләрҙән булып Урал батырҙы, шулай уҡ уның улдарын – Иҙел менән Яйыҡты атай. Урал батыр һәм уның улдарының ниндәй милләттән булыуы ул заманда берәүҙә лә шик тыуҙырмай.
Икенсе мәҡәл дә бик ҡыҙыҡлы. Арыҫландың һунар итеп, мәмерйәгә табыш менән ҡайтыуын уның замандаштары ғына күҙәтә алған, ә археологтар мәмерйә арыҫландарының Көньяҡ Уралда палеолит дәүерендә йәшәүен билдәләне. Ул заманда сығарылған мәҡәл хәҙерге башҡорт­тарға ла яҡшы аңлашыла. Таш быуаттар төпкөлөнән “Урал батыр” эпосы һәм мәҡәлдәр “арыҫлан” тигән һүҙҙе беҙгә алып килеп еткергән. Был ниндәйҙер экзотик хайуанды аңлатҡан ябай һүҙ генә түгел. Уның боронғо башҡорт халҡының көнкү­решенә лә, теленә лә туранан-тура ҡағылышы бар. Был йәһәттән бөгөн дә ҡулланылған һүҙҙә “арыҫ” йәки “арҫ” тигән тамырҙы һәм “-лан” ялғауын айырырға мөмкин. Хәҙерге башҡорт телендә “арҫ” һүҙе бар. Ул эт өрөүен, “арҫылдауын” аңлата. Ошо уҡ тамырҙан боронғо “арҫый” һүҙе (хандың, килендең һаҡсыһы, тәнһаҡсыһы) килеп сыҡҡан. Күреүе­беҙсә, палеолит дәүерендә барлыҡҡа килгән һүҙ хәҙерге башҡорт телендә лә үҙ мәғәнәһен тапҡан, үҫешкән. Әйткәндәй, “арыҫлан” һүҙендәге “арыҫ” тамыры башҡорт телендә йыртҡыс билдәләрен сағылдырған мәғәнәгә бөтөнләй эйә түгел. Кире­һенсә, уның асылы кешегә яҡын­лыҡты, уға хеҙмәт итеүҙе сағылдыра. Ә был иһә “Урал батыр” эпосындағы кеше менән арыҫлан араһындағы мөнәсәбәттәрҙең һүрәтләнешенә тулыһынса тап килә. Кешеләр арыҫ­ланды бәйләп ҡуялар, ашаталар, балалар уны менеп йөрөйҙәр. Әлбиттә, эпос геройҙарының арыҫлан менеп йөрөүе – ул миф, әммә ул тормош ысынбарлығы нигеҙендә тыуған.

(Аҙағы. Башы 8-се һанда).


Вернуться назад