Турбаҫлының тере тарихы25.01.2017
Бындай ауыл барлығын бала саҡтан белә инем. Бер мәл Иҫке Турбаҫлынан алып Рождественскийғаса, Шәрип, Крюков, Ашҡашлы ауылдары аша йәйәүләп үтергә тура килгәйне. Халыҡ йәшәгән ошо урындар Ильина Полянаһына сыҡҡан бер юл һыҙатында ята. Был урындарҙың цивилизация ҡағылмаған хозур тәбиғәте һушты алды. Бигерәк тә Шәрип ауылы үҙенең күлдәре менән иҫтә ҡалды.
Һуңғараҡ беҙ ғаиләбеҙ менән был яҡтарға емеш-еләк йыйырға йөрөр булдыҡ. Ә 2013 йылда матбуғат баҫмаһында ауылдың тарихы тураһында мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, беҙҙе Иҫке Турбаҫлыла уҙған байрамға саҡырҙылар. Унда инде халыҡ менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге булды.
Бына хәҙер килеп беҙ йәнә Иҫке Турбаҫлылабыҙ. Сәйәхә­тебеҙҙең маҡсаты – ауыл халҡының көсө менән һалынып ятҡан мәсет. Әлбиттә, бөгөн ғибәҙәтхана төҙөү менән кешене артыҡ аптыратмаҫһың, әммә бындай ваҡиғаны ситтән урап үтеү ҙә мөмкин түгел. Бигерәк тә халыҡ үҙе ихласланып ошо эшкә тотонғас. Яңы манара, көмбәҙ күтәрелһә, кеше өсөн дә яңы тормош башлана бит. Турбаҫлыла ла шулай булды һәм ауыл халҡы яҡын арала Иман йортонда тупланыу өмөтө менән йәшәй.
XX быуат башында төҙөлгән элекке мәсеттәре иһә 1930 йылдан клуб булып тора. Барлыҡ байрамдар унда уҙа. Ураҙа ғәйетенә лә халыҡ шунда йыйыла, ләкин ауылда ике меңләп кеше йәшәһә лә, намаҙ өсөн тәғәйен урындары юҡ ине.
Дин йорто төҙөү кемдең фекере булғандыр, хәҙер быны аныҡ ҡына әйтеп булмай. Күрәһең, был теманы бер-ике генә кеше түгел, ә бөтөн халыҡ йылдар буйы күтәреп килгәндер.
Ауыл йыйылышы уҙғарылған, эш өсөн яуаплы итеп Вадим хәҙрәт һайланған. Мәсетте “урындағы архитектор” Руслан Сафиндың һыҙмалары буйынса төҙөргә ҡарар ителгән. Уныһы иһә ауыл аҡһаҡалдары һәм хәҙрәт менән килешеп раҫланған. Ә өй буйлап башланғыс аҡса йыйылғас, 2010 йылда Аллаһы Тәғәләнең исеме менән эш башланған.
Орджоникидзе район хакимиәтендәге Иҫке Турбаҫлы бүлегенең элекке етәксеһе (1997 йылдан ауыл Өфө ҡала­һының Орджоникидзе районына ҡарай) Рөстәм Рәхимов шулай тип һөйләй: “Мәсет төҙөүҙе халыҡ ихлас ҡабул итте. Нигеҙгә соҡорҙо мәктәп балалары ла ҡаҙышты. Бына 2011 йылдың 1 сентябрь тантанаһында уларға рәхмәт әйткәнгә лә хәҙер ни ваҡыт үтте. Уларҙың күптәре хәрби хеҙмәткә барып ҡайтты, юғары уҡыу йорттарын тамамланы...”
Төҙөлөш барған арала ла халыҡ ярҙамға хәйер илтә тора. Хеҙмәт кешеләре – эш хаҡынан, хаҡлы ялдағылар пен­сия­һынан өлөш сығара. Мәсет эргәһендә һөйләшеп торған саҡта ла 92 йәшлек Шәмсиә Шафиҡова кассирҙың ҡулына аҡса тоттороп китте.
Әңгәмәселәр билдәләүенсә, хәйер биреүҙә шулай уҡ Рус­лан Сафин, Айрат Фәттәхов, Рәхимйән Юлдашев, Вәлит Шә­йәх­мәтов, Иҙрис Нуриәхмәтов, Рәйфә Ҡотлоева, Мәхмүт Бикбулатов һәм Баҡыевтар ғаиләһе әүҙемлек күрһәтә. Килгән аҡса һәм сығым буйынса иҫәпте Римма Сәйфелғәлиева алып бара.
Ҡыйыҡты ла үҙ көстәре менән эшләгәндәр икән, шулай уҡ шәмбе өмәләре уҙғарылған. Йәштәр ҙә әүҙем ҡатнашҡан. Ҡа­тын-ҡыҙҙар төҙөлөш урынына килеп ашарға әҙерләр булған, ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн шунда уҡ тамаҡ ялғағандар. Бөгөнгә мәсеттең диуарҙары күтәрелгән, ҡыйығы ҡапланған һәм манараһы төҙөлә. Ләкин эш күп әлегә. Иҙән йәйәһе, эстәге эштәрҙе тамамлайһы бар. Шулай ҙа Иман йортоноң ҡалҡыуы үҙе үк илһамландыра ауыл халҡын.
Һуңғы ваҡытта Рәсәй ислам университетында белем алған Земфира Гәрәева менән Зәбирә Чурмантаева, практикаға ауылдарына ҡайтып, теләүселәрҙе дин нигеҙҙәренә һәм ғәрәп теленә лә өйрәткән.
“Һәр доғамда Аллаһы Тәғәләнән мәсеттең тиҙерәк төҙөлөп бөтөүен һорайым”, – ти Вадим хәҙрәт. Егет кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанып өлгөр­гән ул. Тормош тәжрибәһе туплағандар ҙа уның фекере ме­нән һанлаша. Ә үҙе тураһында һөйләргә яратмай. Турбаҫлыға нисек килеп эләгеүе хаҡында һорашҡас, 1992 йылда, уға ал­ты йәш булғанда, ғаиләһе Ҡариҙел районынан күсеп килгәнен бәйән итте. Оҙаҡламай ата-әсәһе кире тыуған яҡҡа ҡайта. Шунда егет мәктәпте тамамлай һәм 2001 йылда йәнә Турбаҫлыға апалары эргәһенә йүнәлә. Вадим Рәсәй ислам университетын (элекке “Ғәлиә” мәҙрәсәһе) тамамлаған. “Был минең ҡанымдан килә. Әсәйем яғынан ҡартатайым – мулла, ә уның атаһы Учалы районының мөфтөйө булған”, – ти ул. Егет ун туғыҙ йәшенән имам булып йөрөй икән. Ауылдағы һәр ғаиләне белә, мохтаждарға йылы һүҙ һәм доға менән ярҙам итеп тора. Шулай уҡ Вадим хәҙрәт ошо мәҡәләмдә ауылдаштарына яҡты ғүмер һәм Рөстәм Әлтәф улына халыҡҡа хеҙмәт иткәне, төрлө ауыл һәм дини байрамдарҙы уҙғарыуҙа ярҙамлашҡаны, мәсет төҙөүҙә булышлыҡ иткәне өсөн һаулыҡ теләүемде үтенде.
Ауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы ла ҡәҙерләйҙәр. Майҙанда, төҙөлөп ятҡан яңы мәсет эргәһендә, яу яланында ауған яҡташтарының исем-шәрифтәре уйылып яҙылған стелалы мемориаль комплекс тора. Улар 158 һалдат. Рөстәм Рәхимов әйтеүенсә, һуғыштың тәүге көнөндә үк ауылдың һәр ир заты ла тиерлек үҙ теләге менән фронтҡа йүнәлгән. Ләкин ветерандар хәҙер ҡалмаған инде. Һуңғыһы Масабих Сиражетдиновтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йыл үткән.
Мемориал яҡшы ҡаралған: яңы плитә йәйелгән, ҡойма ҡу­йылған. Ауыл халҡына ул һуғыштың ҡырыҫ йылдарын иҫләтеп тора, ә яңы быуынға – яу яланында ятып ҡалғандарҙы ҡәҙерләргә һәм һуғыштың уйын эш түгел икәнлеген онотмаҫҡа нәсихәт.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы геройы, 1943 йылдың сентябрендә Днепр аша сыҡҡанда һәләк булған М.И. Сыртланов менән яҡташтары ғорурлана. Был хаҡта мәк­тәпкә ингән урындағы иҫтәлекле таҡтаташ хәтерләтеп тора.
Кешеләр менән аралашҡанда Бишенсе лагерға нисек йөрөүебеҙгә тиклем хәтирәләргә бирелдек. Кемдәрҙер ундағы мәктәптә уҡыны. Шунда һәм Аварийный ҡасабаһына үҫмер килеш балыҡ, емеш-еләк, һөт, утын һатырға ташыныҡ. Трам­вайҙар нефть эшкәртеү заводы эшләй башлау менән барлыҡҡа килде.
Сәфәремдең аҙағында әңгәмәселәрем менән айыры­лышҡым килмәй торҙо. Һәм шунда үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр башҡорт телен белмәгәнемә үкендем.


Вернуться назад