Улар үҙ көсөнә таяна29.03.2012
Улар үҙ көсөнә таянаАта-бабалары төйәгенең йәшел сирәмендә аунап, ҡара тупрағында тәгәрәп, арыш икмәген ашап үҫкән малай түгел Радик. Свердловск яҡтарында тыуа, үҫмер сағы Ҡаҙағстан тарафтарында уҙа.
Егет ҡорона ингәс, әрмегә алынып, сик буйы ғәскәрҙәренә эләгә. Кесе сержант Хөснийәров ике йыл контракт буйынса ла хеҙмәт итеп өлгөрә. Тыуған ер тарта тигәндәре хаҡ икән. Радик Башҡортостанға ҡайтып, мәңгелеккә шунда төпләнергә ҡарар итә. Атаһының тыуған төйәге — Яңы Ҡоҙаш бөтөүгә йөҙ тотҡан бәләкәй генә ауыл була. Радик күрше ауылға, әсәһе тыуып үҫкән Яңғыҙнаратҡа ҡайта. Ул бындағы тормош ағымына бик тиҙ ҡушылып китә. Киномеханик булып эшләй башлай. Кәләште лә әллә ҡайҙан ситтән эҙләмәй — күрше Иҫке Һикеяҙ ауылында буй үҫтергән, сибәр, һөйкөмлө Рәмиләне ғүмерлек йәре итә.
Йәш ғаилә үҙ нигеҙен Иҫке Һикеяҙҙа ҡорорға тигән уртаҡ фекергә килә. Радиктың һүҙҙәре менән урыҫсалатып әйткәндә, “на курьих ножках” иҫке генә бер йорт һатып алалар.
Колхозға инеп, икәүләп фермала эшләйҙәр — Радик мал ҡарай, Рәмилә башта һыйыр һауа, һуңынан хисапсы, ферма мөдире вазифаларын башҡара. Яҙмыштарына ҡәнәғәт булып, көстәрен ҡыҙғанмайынса эшләй улар.
Малы барҙың өмөтө бар, тиҙәр. Хөснийәровтар ҙа мул тормошҡа юлды малсылыҡ аша һалырға була. Барыһы ла — уй-хыялдарҙан, тәүәккәллектән, Тельман исемендәге хужалыҡтан хеҙмәт хаҡы иҫәбенә алынған ике быҙауҙан башлана.
— Хәләл ефетем менән кәңәшләштек тә, ундай-бындай хәл була ҡалмаһа, бер генә быҙауға ла бысаҡ һалмаҫҡа тигән уртаҡ фекергә килдек, — тип иҫкә ала Радик. — Үҫһендәр әйҙә, ишәйһендәр, тинек. Иллә-мәгәр, итһеҙ ҙә ултырманыҡ, ҡайным менән ҡәйнәм тәьмин итеп торҙо.
Шулай өс йыл уҙа. Быҙауҙар аҡрынлап башмаҡ, һыйыр булып өлгөрә. Уларҙың һаны унға, ун бишкә, ике тиҫтәгә етә.
Хөснийәровтар 2006 йылда кирбестән яңы иркен өй һалып инә. Һай, ул малдың файҙаһы! Аҡсаға әйләндереп иҫәпләгәндә күпмегә төшә торғандыр, кирбес, цемент һатып алыуҙан башлап, түбәһен япҡанға ҡәҙәр нисәмә баш һимертеп һатҡандарҙыр.
Һөтөн дәүләткә һаталар, итен баҙарға сығаралар. Ҡараулы малға һорау ҙа ҙур, телефондан бер шылтыратыуың була, килеп тә етәләр.
Туғандары ярҙамында ҙур һарай ҙа төҙөйҙәр. Хөснийәровтар башта хужалыҡтарында арба-санаһы, ҡамыт-йүгәне менән тигәндәй ат тоталар, ләкин тора-бара техника көсө талап ителә башлай. Иҫкерәк МТЗ-80 тракторы йүнләйҙәр. Ә һуңыраҡ лизинг иҫәбенә яңыһын алалар.
Йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ла Хөснийәровтарҙың ихатаһы мал-тыуар менән тулы була. Егерме алты баштың ун икеһе — һауын һыйыры. Һарайыңа мал тултырғанһың икән, уны туйҙырмайынса, ҡарамайынса булмай. Эҫкерт-эҫкерт бесәне, һаламы туплана. Элегерәк Тельман исемендәге, хәҙер иһә “Уңыш” хужалығында күп эш башҡара Радик Хөснийәров. Үҙенең тракторы менән баҫыуҙағы үлән культураларының, иң аҙ тигәндә лә, яртыһын ул саба. Былтырғы урып йыйыу эштәре ваҡытында һаламдың күп өлөшөн преслаған.
Радик өс йыл инде ферма мөдире вазифаһын да башҡара. Ҡатыны бөгөн декрет ялында.
Эше мәшәҡәтле, ваҡыты тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, уңған ирҙең малы һәр саҡ ҡараулы. Радиктың эш көнө таңғы сәғәт 4–5-тәрҙә, ихатаһында башлана.
Хужабикә менән дә һөйләшеп алам.
— Ҡатын-ҡыҙ өсөн ишле мал-тыуар аҫрау бигерәк ауырҙыр, — тим.
— Юҡ, Радик миңә ауыр күтәртмәй, һарайҙағы эштәрҙе үҙе башҡара, — ти Рәмилә, ирен маҡтап.
Ғаиләлә береһенән-береһе һөйкөмлө өс ҡыҙ үҫә. Әлегә улар бәләкәй, ҡул араһына инә башлағансы бер аҙ ваҡыт кәрәк әле. Әгәр Хөснийәровтар өлгөрә алмай башлаһа, ярҙамға Рәмиләнең ата-әсәһе — Мансур менән Гөлфирә килә. Ғүмер буйы колхоз эшендә сыныҡҡан кешеләр теләһә ниндәй эште ялт иттереп ҡуя.
Мансур Әхәтов оҙаҡ йылдар фермаға етәкселек иткән. Тормош иптәше Гөлфирә менән ҡырҡ бер йыл татыу ғүмер кисереп, ете баланы ла булдыҡлы, эшһөйәр итеп үҫтергән. Мал ҡарау еңел шөғөлдән түгел. Бының өсөн бәләкәйҙән үк булмышыңа һалынған сыҙамлыҡ, тырышлыҡ кәрәк. Хөснийәровтар иңдәренә алған ауырлыҡты, мәшәҡәтте белә тороп, тәүәккәлләп ҙур эшкә тотонған. Ләкин Радик менән Рәмилә хеҙмәттәренән йәм табып йәшәй. Уларҙы сырайҙары һытылған хәлдә күрмәҫһең. Йөҙҙәре шат, аҙымдары ҡыйыу, еңел.
Рәмилә Швецияла сығарылған һыйыр һауыу ҡоролмаһы менән эш итергә күптән инде өйрәнеп, оҫтарып алған.
Яңғыҙнарат ауыл биләмәһендә халыҡтан һөт йыйыу һәйбәт ойошторолһа ла, Радик шәхси ихатаһында етештерелгән аҡты май заводына һәр көн үҙе илтә. Һыйырҙар күпләп һыуалған осорҙа ла һөттөң бер центнерҙан да кәм булғаны юҡ.
Әле Хөснийәровтар шәхси хужалығындағы һәр һыйырҙан уртаса 12 килограмм һөт һауа. Яҙын, йәйен 15–16-ға етә икән. Һыйырҙың һөтө — телендә, тип белмәй әйтмәгәндәр. Мал ваҡытында мул ашатыла, яҡшы ҡарала. Әсе тир сыҡһа ла, һөҙөмтәһе татлы: ғаилә етеш тормошта йәшәй.
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Тәтешле районы.


Вернуться назад