Аҡҡош ҡыҙы24.01.2017
Аҡҡош ҡыҙы Егеттең тән тиреһе өҙөлөргә етешеп тартылды. Хәҙер ул шартлар ҙа барыһы ла бөтөр... Ләкин, юҡ, дейеү уны тағы берҙе һелкте лә күҙҙән юғалды.
"Иҫәр! Иҫәр..." – Был һүҙҙәр Сынйыр­ҙың мейеһен салғы кеүек телгеләй, тәнендәге яраларынан йәшел ҡан аға. Әллә Зиндан хаҡлымы? Ошо ҡыҙ арҡа­һында үҙеңде үлемгә дусар итеү кәрәкме икән? Егет хәлһеҙлектән, икеле уйҙарынан арына алмай, ярым ятҡан килеш ҡыҙға төбәлде. Ҡояшта алтындай балҡыған сәстәр, йондоҙҙай нурланған йәм-йәшел күҙҙәр... Йөрәгенең әрнеүе яңынан башланды. Тик ул... әлегәсә булған әрнеүгә оҡшамаған кеүек ине инде. Ниндәйҙер татлы ғазап кеүек... Ендең ба­шы буталды. Ҡайһылай бер аңлашыл­маған тойғо был, хәҙер һуң уға ни эшләргә? Бер аҙ ултырғандан һуң егеттең башы түбән эйелде...
Бөгөн Ете Йондоҙ төнө. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай: йә Зиндан, йә Сынйыр — икеһенең береһе һәләк булырға тейеш.
Эңер төштө. Алтынай көйләп, сәсен тарап ултыра. Сынйыр ситтән генә уны күҙәтә: ниндәй һоҡланғыс ул! Ә бит бөгөн... бөгөн ҡыҙ юҡ буласаҡ! Уның меңәрләгән күҙәнәктәре бәләкәй-бәләкәй нур булып бөтә Ергә таралыр, ә Сынйыр... гонаһ­та­ры­нан таҙарыныр, ләкин япа-яңғыҙы ҡалыр. Улар хәҙер ҙә бергә түгел, тик ул Аҡҡош ҡыҙын күҙәтеүҙән дә юғарыраҡ ләззәтте күҙ алдына ла килтерә алмай. Их, уны берәй нисек ҡотҡарып булһа икән!
Ҡыҙ йоҡларға ятты. Алтын сәстәре Ай нурында йымылдап ятҡан кеүек, ә ҡуйы керпеге ваҡыты-ваҡыты менән тертләп ҡуя. Оҙаҡламай Ете Йондоҙ бейеүе башланасаҡ һәм Алтынай... Егеттең бүре булып олоғоһо килде. Күңеленә әллә ҡай­ҙан ҡапыл һағыш килеп тулды. Ни эшләргә, ни эшләргә?..
Ниһайәт, егеттең арҡаһына утлы уҡ ҡаҙалғандай булды. Был Зиндан килгәйне.
– Һаумы, дуҫым. Хәҙер, ҡара инде, минең йән дуҫым Сынйыр минән баш тартҡас, бар эште үҙемә башҡарырға тура килә. Ә һин, һин минең берҙән-бер тамашасым буласаҡһың! – Дейеү егетте ҡарашы менән генә стенаға һыта яҙып ҡаҙап ҡуйҙы. Сынйыр ауыртыуын да һиҙмәне: йөрәгендә Зинданға ҡарата оло нәфрәт уянды. Бындай тойғоларға үтә һиҙгер дейеү һүҙһеҙ ҡалманы. – Һин әллә ҡабаттан яуызға әйләнергә самалай­һыңмы? Бына шулай, егет, үҙ асылыңдан ҡотолоу юҡ һиңә!
Шул арала бүлмәлә ниҙер үҙгәрә башланы. Сынйырҙың йөҙө йәмһеҙләнеп, ғазап аралаш хәлһеҙлектән битендәге бар мускулдары көсөргәнештә ҡатып ҡалды. Ете Йондоҙ төнө башланды!.. Күктә йондоҙҙар буталып, аҫҡа һәм өҫкә осошоп, өйөрөлөп бейей башланы. Был һоҡланғыс та, бер үк ваҡытта ҡурҡыныс та күренеш ине.
Сынйыр күҙгә күренмәҫ бығауҙан ҡотолорға тырышып, бар көсөнә алға ынтылды. Беләк тирәләре ауыртты, әйтерһең дә, улар ҡаҙаҡ менән ҡуша ҡағылған... Ә тәне ауыртыуҙы нығыраҡ һиҙә. Хәйер, был төндә бөтә дейеүҙәр ҙә, ен- пәрейҙәр ҙә өс үлсәмле донъяға күсәләр һәм уларҙың ябай сәбәптән дә үлеп китеүҙәре бар... Зиндан, ниҙер һамаҡлап, ҡулдарын өҫкә сөйҙө, ә унда утлы-ялҡынлы шар хасил булып килә. Ул Алтынайға эләкһә... Сынйыр күҙҙәрен сытырлатып йомдо ла бар көсөнә алға ынтылды. Айй! Уны стенаға сөйгән ҡаҙаҡтар егеттең тәне аша яндырып үтте, иңбашында ҡанһырап торған ике тишек барлыҡҡа килде. Ул саҡ аңын юғалтмай, ҡыҙҙың өҫтөнә ҡоланы. Йондоҙҙар спираль буйлап ергә һибелә... Егет бармағындағы көмөш йөҙөктө көс-хәлгә ҡыҙға кейҙерҙе. Хәйер, ул ныҡ йоҡлай...
– Һин бында нишләп ятаһың? — Зиндан көс менән Сынйырҙы ситкә алып ташланы ла ут эсенә ырғытты.
– Аҡҡош ҡы... — Егеттең һүҙҙәре мәңгегә ҡатып ҡалды кеүек...
Ә был ваҡытта Ете Йондоҙ, Ай тирә­һендә уралып, көмөш епте иләп тә бөттө. Зиндандың күҙҙәре аҡылдан шашҡан кешенекен хәтерләтә ине, уның сөм-ҡара сәстәре бер секунд эсендә ап-аҡҡа әйләнде. Йым-йым килгән көмөш еп ҡыҙҙы сорнап алды.
— Ю-юҡ!
Ҡыҙ ятҡан ерҙән, тирә-яҡҡа ғәжәйеп нурҙар һибеп, иҫ киткес матур аҡҡош осоп сыҡты. Мөһабәт ҡанаттары менән һауаны яра-яра, ул моң сығара башланы. Ул моң тирә-яҡҡа ағылып, һәр бер кешенең күңеленә үтеп инде. Изге күңеллеләргә илһам осошо алып килде, яуыздарҙың ҡатҡан һәм уҫалланған күңелдәрен йомшартты. Тирә-яҡтағы тәбиғәт, был моңға ҡушылып, уны тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Бына Аҡҡош көйләй-көйләй ҡанат ҡаҡты һәм... ниһайәт, ул миллионлаған нур киҫәксәләренә әйләнде. Уларҙың һәр ҡайһыһы матур, төрлө төҫтә ялтлап тора. Үҙҙәре бер аҙ ваҡыт аҡҡош ҡиәфәтендә булды ла, һәр береһе йым-йым килеп, төрлө яҡҡа таралды. Ул төндә Ерҙең һәр бер мөйөшөнә, һәр бер күңелгә, яҡшыһына ла, яманына ла, ошо сатҡы эләкте. Ул сатҡы әҙәм балаларына ауыр хәлдән ҡотолорға булышты, ә нурҙары миллионлаған йәнгә сихәт ине...
– Тор, тор, ниңә һин иҙәндә ятаһың әле?
Егет уянды һәм... алтын сәсле ҡыҙҙы күреп, телдән яҙғандай булды. Ҡыҙ уның сәстәрен рәтләй, сикәләренә һаҡ ҡына һуҡҡылай.
– Тор, егет, бында эшебеҙ бөткән, ҡайтырға ваҡыт...
Сынйыр үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: уның алдында йылмайып Алтынай тора ине.
– Беҙ... үлмәнекме һуң?
– Эй-й... йүләркәй. Тәндәребеҙ үлһә лә, рухтарыбыҙ мәңге беҙҙең. Йә, ярай, ашығырға кәрәк. Ете Йондоҙ төнө бөтмәҫ борон ҡайтып өлгөрөргә кәрәк. —Ҡыҙ егетте битенән үбеп алды. — Мине ҡотҡар­ға­ның өсөн рәхмәт, егет!
Сынйыр уңайһыҙланды.
– Йә, киттек, беҙҙең әле тағы ла бер мең йыл ваҡытыбыҙ бар...
Егет менән Ҡыҙ, ҡулға-ҡулға тотоношоп, алыҫ юлға сыҡты.

(Аҙағы. Башы 6-сы һанда).


Вернуться назад