Уңда – ҡул тирмәне, һулда – еҙ самауыр...24.01.2017
Уңда – ҡул тирмәне, һулда – еҙ самауыр... Әбйәлилдәр үҙҙәренең үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән айырылып тора. Бында һәр ауылда сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, мәҙәниәтте һәм әҙәбиәтте һөйгәндәр йәшәй. Олораҡ инәйҙәрҙең генә түгел, урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың да һәр береһенең милли кейеме, ҡашмау-селтәре бар. Ә инде ҡул эшенә маһирлыҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Шунлыҡтан ҡайһы бер ауылда “кемдеңдер музейы бар” тигәнгә һис тә аптырайһы түгел. Һәр йортта музейға тиң боронғо әйберҙәрҙе осратырға мөмкин.
Иҫке Балапан ауылында йәшәгән 80 йәшкә яҡынлаған Мәхмүзә Ғәлиуллинаның шәхси музейы менән яҡындан танышҡас, үрҙә әйтелгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә йәнә бер ҡат инандым. Урам ихатаһында урынлашҡан элекке аласыҡ халҡыбыҙҙың тарихын, тормош-көнкүрешен сағылдырған музейҙың барлыҡҡа килеүенә геройымдың ҡул эштәренә оҫталығы сәбәпсе була. Сигеү, бәйләү, балаҫ һәм шәл һуғыуға әсәһенән өйрәнеп, үҙе килен булып төшкәс тә яратҡан шөғөлөн ташламай.
Тормош иптәше Ғаззал Ғәлиуллин вафат булғас, яңғыҙына ете баланы аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Көслө рухлы инәй үҙенең һағыштарын ҡул эше менән баҫа, шуның ярҙамында бар ауырлыҡтарҙы еңеп сыға, балаларына лайыҡлы тәрбиә бирә. Тәүҙә ҡыҙҙарына бирнәлек тип ҡорама юрған эшләй, аҫалы балаҫ һуға. Артабан ейән-ейәнсәрҙәре донъяға килгәс, һәр береһенә инселәп йомшаҡ мендәр, йылы түшәк бүләк итә. Буш ваҡыттарында ҡулына сигеү тота, күңеле ҡанатланып китһә, ҡорама яһарға ултыра.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә уның өҫтәлендә тегеүле туҡымалар, бәйләмдәр ята. Төпкө бүлмәһендә һандыҡ өҫтөнә боронғоса итеп үҙенең хеҙмәт өлгөләре өйөлгән: күҙҙең яуын алырҙай буй һәм арҡыры юрғандар, төрлө биҙәктәр һалып сигелгән, ҡаҙ мамығы тултырылған ҡабарып торған мендәрҙәр...
– Тәүҙә музейҙың бер өлөшө тигән булып төпкө өйҙөң бер яғын рәтләгәйнем. Бөтә әйберҙәремде ҡуя башлағайным, урын етмәне, – тип йылмая ағинәй. – Элегерәк йәйен аласыҡҡа күсә торғайныҡ, хәҙер ул буш тора. Мейесен дә ваҡытында үҙем сығарҙым. Хәҙер йорттарҙа “зәңгәр ут” булғас, күптәр аҡ мейесте лә белмәй. Уныһы ла бер тарих бит әле, тинем дә музейымды бер көндә аласыҡҡа күсерҙем дә ҡуйҙым.
Мәхмүзә Хәлил ҡыҙының шәхси музейына килеп кергәс тә, соландан уҡ тормош-көнкүреш әйберҙәре урын алған, йөҙ йылдан ашыу тарихы булған тирмән, балаҫ һәм шәл һуғыу станогы, еҙ самауыр, батмус, сәңгелдәк, кәрәсинле лампа, семәрле һандыҡ, күбәләк ырыуына хас милли кейемдәр, биҙәүестәр һәм башҡа милли ҡомартҡылар. Барыһы ла күңеле ҡушыуы буйынса башҡарылған, һәр береһе бөртөкләп йыйылған. Ябай ауыл ҡаты­нының уникаль ҡомартҡылар, йөҙҙәрсә экспонатты туплауы – иҫ киткес оло хеҙмәт.
Мәхмүзә инәй, замандан ҡалышмайым тип, сәйләндән биҙәүестәр ҙә эшләргә тотонған. Дәртле, ихлас, көләс булыуы, матурлыҡты яратыуы, тормошҡа йылмайып бағыуы уға йәшәүгә илһам, көс бирә. Юлығыҙ төшһә, Иҫке Балапан ауылындағы шәхси музейҙы күрмәй китмәгеҙ, унда һеҙҙе мөләйем йылмайып Мәхмүзә инәй ҡаршы алыр, үҙ эштәрен күрһәтер.


Вернуться назад