“Урал батыр” эпосы һәм мәмерйә арыҫландары24.01.2017
“Урал батыр” эпосы һәм мәмерйә арыҫландары Эпоста кеше ҡулға эйәләштергән кейектәр араһында арыҫлан да телгә алына. Балалар арыҫланды ашата, бәйләп ҡуя, уға ултырып йөрөй. Эпос геройҙары иһә арыҫланға менеп батырлыҡ ҡыла. Тәү ҡарашҡа был ябай миф кеүек тойола. Ысынлап та, боронғо гректарҙың киң билдәле “Аргонавтар” эпосы ла ҡуй тәкәгә бәйле күренештән башланып китә ләбаһа.
“Ҡорбан килтереү өсөн барыһы ла әҙер. Ҡанбабаның бысағынан йәш Фрикс һәләк булырға тейеш ине. Көтмәгәндә Гермес алла бүләге – алтын йөнлө ҡуҙы пәйҙә булды. Уны Фрикстың әсәһе, Нефела алиһә, балаларын ҡотҡарырға тип ебәргән икән. Фрикс һеңлеһе Гелла менән ҡуҙыға ултырып, алыҫ төньяҡҡа осто” тигән юлдар бар эпоста.
Борон заманда Көньяҡ Уралда арыҫ­ландарҙың, ысынлап та, кеше эргәһендә йәшәүенә ишаралаған ваҡиғалар байтаҡ. “Урал батыр” эпосының тексында арыҫлан йорт хайуаны булараҡ та, бүре, бурһыҡтар менән бер рәттән ҡырағай кейек сифатын­да ла телгә алына. Һүҙ мәмерйә арыҫлан­дары хаҡында бара. Билдәле археолог К.В. Сальников Яйыҡтың ҡушылдығы булған Кесе Ҡыҙыл йылғаһының һул яҡ ярындағы 1-се һәм 2-се Смеловская мәмер­йәләрендә уларҙың һөйәктәрен таба. Радиоуглеродлы анализ яһалғандан һуң, был һөйәктәрҙең 31 000 – 42 000 йыл элек, йәғни иртә палеолит дәүерендә, йәшәгән йән эйәләренән ҡалғанлығы асыҡлана.
Күптән түгел Урал археологтары “Баш­ҡортостан” милли паркындағы Иманай мәмерйәһендә ҡаҙыныу эштәрен башлай. Бурһыҡ аулаған урындағы һунарсыларға унда ҙур йәнлек һөйәктәре һаҡланыуы күптән мәғлүм. Мәмерйәнең ауыҙында бурһыҡҡа тоҙаҡ ҡороп та ҡарайҙар, тик билдәһеҙ януарҙың һөйәктәрен күргәс, эскәрәк инергә баҙнат итмәйҙәр. Башҡорт­тар боронғо һөлдәләргә сәйерһенеп ҡарай, сир йоҡтороуҙан ҡурҡа, уларға ҡағылмаҫҡа тырыша, шуға күрә мәмерйәгә оҙаҡ ваҡыт кеше аяғы баҫмай, фән өсөн дә ул билдәһеҙ булып ҡала.
Биш йыл элек һунарсылар палеонто­логтарға һәм археологтарға ошо серле урын тураһында һөйләй. Артабан биләмә ентекле тикшерелә, экспедиция ойошто­роуға тағы ла бер нисә йыл китә. Уның составына Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлексәһендәге Үҫемлектәр һәм хай­уандар экологияһы институтынан, Тарих һәм археология институтынан ете хеҙ­мәткәр, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан һигеҙ археолог инә.
Күп тә үтмәй, Иманайҙа һирәк осрай торған кейектәрҙең – ғәйәт ҙур һигеҙ мәмерйә арыҫланының һөйәктәрен табалар. Табыштарҙың йәше әлегә аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Археологтарҙың фараздарына ҡарағанда, улар 40 – 70 мең йыл элек йәшәгән хайуандарҙыҡы булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар насар һаҡланған, әммә күҙгә ташланғаны шул: Иманайҙағы һөйәктәр әлегә тиклем бөтә төньяҡ Евразияла табылғандарҙан 1,5 тапҡырға тиерлек эрерәк. Әлегә ғалимдар бының нимәгә бәйле булыуын аңлата алмай.
Ошо уҡ һорау менән “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт итергә кәрәктер, моғайын. Ҡырағай тәбиғәттә арыҫлан менән бер рәттән ҡаплан һәм юлбарыҫ телгә алына. Ҡайһы бер телдәрҙә ҡаплан һүҙе хәҙерге башҡорт телендәге кеүек үк юлбарыҫты аңлата. Боронғо һүҙҙәге -ан ялғауы уның хайуандар донъяһына ҡарауын сағылдыра. “Урал батыр” эпосында бындай һүҙҙәр бик күп. Мәҫәлән, ҡуян, ҡаплан, һайыҫҡан, суртан, йылан, болан. Ә бына юлбарыҫ һүҙе эпостың тексына һуңыраҡ ҡаплан һүҙенең мәғәнәһенә төшөнмәгән сәсәндәр тарафынан индерелгәндер, күрәһең.
Тарихи Башҡортостан биләмәһендә бер үк ваҡытта юлбарыҫҡа һәм ялһыҙ арыҫланға оҡшаған ҙур йыртҡыстар йәшәүе ихтимал. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарындағы Урал арыҫландары Африкалағыһынан ҡырҡа айырылып торған, әлбиттә. Уларҙың ялы булмаған, тәне ҡуйы йөн менән ҡапланған. Был төбәктә ғәйәт ҙур ҡапландарҙың һәм уларҙан бер аҙ ҡайтышыраҡ мәмерйә арыҫландарының көн итеүе лә мөмкин.
Рәсәй ғалимдары Иманайҙа табылған ҙур мәмерйә арыҫланының баш һөйәген реконструкциялай. Был турала Рәсәй Фәндәр академияһының Урал бүлек­сәһендәге Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының ғилми хеҙмәткәре Дмитрий Ғимранов бына ниҙәр һөйләне: “Ҙур мәмерйә арыҫланының табылған һөйәк фрагменттары нигеҙендә баш һөйәген тотошлай йыйҙыҡ. Был – донъяла тиңе булмаған бик ҡиммәтле табыш. Мәмерйәлә ике йыл эшләнек. Әммә ҡаҙыу эштәре әле лә тамамланмаған, шуға күрә унда күпме ҡиммәтле материал туп­ланыуын күҙалларға ғына ҡала”.
Ошо уҡ институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Павел Косинцев әйтеүенсә, былтыр табылған арыҫлан һөйәктәренән йыртҡыстың баш һөйәге йыйылды. “Бер йыл дауамында белгестәр бәләкәй һәм ҙур фрагменттарҙы бергә туплап йәбештерҙе. Хәҙер беҙҙең бурыс – бөтә табыштарҙы ентекле тикшереү”, – тине ул.
Ғалимдарға үҙ теорияһын раҫлау өсөн һөйәктәрҙең аныҡ йәшен билдәләү мөһим. Павел Косинцев әйтеүенсә, әүәлерәк ғәйәт ҙур мәмерйә арыҫландары 100 мең йыл элек юҡҡа сыҡҡан тигән фараз бар ине. Башҡортостан мәмерйәһендә табылған һөйәктәргә иһә яҡынса 40–70 мең йыл, йәғни Көньяҡ Уралда был йыртҡыстарҙың мәмерйә арыҫландары менән бер үк ваҡытта йәшәгән булыуы ихтимал. Ә был хәҙерге фән яҡлаған ҡараштарға тап килеп етмәй. Ғалимдар алдында ошо биологик йомаҡты сисеү, ҡасандыр еребеҙҙе төбәк иткән ҙур арыҫландарҙың юҡҡа сығыу сәбәптәрен аңлау бурысы тора.
“Ул дәүерҙә арыҫландар ҡырағай аттар менән туҡланған. Был аттар байтаҡҡа һуңыраҡ йәшәгән. Тимәк, йыртҡыстар аслыҡтан ҡырылған, тип әйтеп булмай. Мәмерйәләге һөйәктәргә ҡарағанда, кеше йоғонтоһо ла күренмәй. Шулай булғас, боронғо арыҫландар кеше ҡулынан һәләк булмаған, – ти Павел Косинцев. – Төп бурыс – мәмерйә арыҫландарының, мамонт­тарҙың, боронғо мөгөҙморон­дарҙың юҡҡа сығыуының, ә уларҙың ҡәрҙәштәре булған хайуандарҙың Африкала әле лә йәшәүенең сәбәбен аңлау”.
Шулай ҙа боронғо кеше – неан­дерталдың эҙҙәре Иманай мәмерйәһенең иң ҙур сере булып ҡала. Мәмерйәнең төптәге залында ҡаҙыныу эше барышында кремнийҙан яһалған иң ябай ҡоралдар – осланған таш киҫәктәре, һөңгө баштары табыла. Археологтарҙың фекеренсә, уларҙы неандерталдар ҡулланған. Боронғо кешенең һөлдәһенә лә, һөйәктәренә лә юлығыусылар әлегә юҡ, әммә ғалимдар өмөтөн өҙмәй.
Мәмерйәлә кеше ҡулы менән яһалған тағы ла боронғораҡ эш ҡоралдары ла табыла. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, тәүтормош кешеләре бында йөҙәр, хатта меңәр йыл элек көн иткән. Әлегә тиклем һуңыраҡ дәүерҙә йәшәгән мәмерйә арыҫ­ландарының һөйәктәрен табыу осраҡтары була. 1948 – 1949 йылдарҙа Йүрүҙән йылғаһы үҙәнендә археолог С. Бибиков үрге (һуңғы) палеолит дәүерендә кеше йәшәгән мәмерйәләрҙә арыҫлан һөйәк­тәренә юлыға. Һуңыраҡ, неолит дәүерендә иһә, боҙлоҡтар иреп, һауа йылынғас, бындай мәмерйәләрҙә арыҫлан һөлдәһе бер ҙә табылмай.
“Урал батыр” эпосында мәмерйә арыҫланы ярайһы уҡ ҙур әһәмиәткә эйә, шуға күрә уға ҡыҫҡаса характеристика бирергә кәрәктер. Арыҫлан – бесәй һымаҡтар ғаиләһенең иң ҙур вәкиле. Ҙурлығы буйынса ул әлеге Африка арыҫланынан 5-10 тапҡырға эрерәк булған. 1985 йылда Германиялағы Зигсдорф эргәһендә ҙур ата арыҫлан һөлдәһе табыла. Уның бейеклеге – 1,2, оҙонлоғо, ҡойроғон иҫәпләмәйенсә – 2,1 метр. Бындай хайуандар, нигеҙҙә, Европала һәм Уралда йәшәгән. Уларҙы хәҙерге иң ҙур арыҫландар менән генә сағыштырырға мөмкин.
Көньяҡ Франциялағы Шове мәмер­йәһендә 30-35 мең йыл элек яһалған таш быуат рәсемдәрендә арыҫландар ялһыҙ һәм ҡойроҡ осондағы суҡһыҙ итеп һүрәтләнгән. Боронғо гректарҙың Вакх аллаһына арналған вакханалия байрамын сағылдырған антик барельефында ла улар ялһыҙ итеп күрһәтелгән.
Тикшеренеүселәрҙең фекеренсә, мәмерйә арыҫланы тип аталыуына ҡарамаҫтан, был януарҙар мәмерйәлә даими йәшәмәгән, уны, нигеҙҙә, балаларын үҫтереү өсөн файҙаланған. Ҡарт, сирле, хәлһеҙ йыртҡыстар ҙа уны төйәк иткән, йыш ҡына шунда ятып үлгән. Шуға ла әле уларҙың һөйәктәре тап мәмерйәләрҙә табылыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Мәмерйәлә арыҫландар кешеләр менән күрше йәшәгән. Былары ла, тегеләре лә йылҡы итен яратҡан.
Йыш ҡына әҙәм балалары менән арыҫлан балалары бергә үҫкән, шуға күрә “Урал батыр” эпосында ҡулға эйә­ләштерелгән арыҫлан балалары ғәҙәти күренеш кеүек. Геройҙарының арыҫланға менеп йөрөүе хаҡында эпостың тәүге киҫәгендә әйтелеүе лә осраҡлы түгел. Тап ошо киҫәктә уларҙың бала һәм үҫмер сағы һүрәтләнә. Артабан инде һыбай йөрөү эпоста миф рәүешендә үҫеш ала. Әйтергә кәрәк, “хайуандар батшаһы”н транспорт сараһы булараҡ файҙаланыу дөйөм кешелек традицияһына ла тап килә. Ҡайһы саҡта ул реаль һыҙаттар менән һуғарыла. Боронғо грек барельефында арыҫлан­дар­ҙың арбаға егелеүе бер ҙә ғәжәпләндермәй. Шул уҡ ваҡытта дилбегәнең батырҙар түгел, ә бығаулы ҡолдар ҡулында булыуы мифтарға хас булмаған хәүеф хаҡында һөйләй. Мифтарҙа батырҙар ҡурҡыу белмәй бүрегә, алтын йөнлө ҡуҙыға, ҡошҡа ултырып тауҙан тауға осоп йөрөй.

(Аҙағы бар).


Вернуться назад