Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы ҡарамағында эшләп килгән “Шоңҡар” ижади берекмәһенең 80 йылдан ашыу тарихы бар. Ошо дәүер эсендә унан республикабыҙға билдәле бик күп шәхестәр, яҙыусылар, шағирҙар, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Ошо көндәрҙә берекмә йәнә йәш ижад һөйөүселәрҙе үҙенә йыйҙы. Әҙәби-музыкаль сараның маҡсаты университетҡа тәү аяҡ баҫҡан беренсе курс студенттарын берекмә эшмәкәрлеге менән таныштырыу, әҙәбиәт һәм сәнғәт донъяһына йәлеп итеү ине.
Сараны асып, әҙәби берекмәнең етәксеһе Илшат Янбаев ойошманың эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте. Берекмәгә йәш ҡәләм тирбәтеүселәребеҙ “шиғри күстәнәстәр” менән килгәйне. Гөлдәр Ғафарова, Айзирә Шәйхетдинова, Гөлиә Шафиҡова, Айһылыу Дауытова, Гөлдәниә Хөсәйенова үҙҙәренең шиғри шәлкемдәрен уҡып ишеттерҙе. Улар араһында йырсы-бейеүселәрҙең дә булыуы шатландырҙы. Эльвина Шәғәлина, Илүзә Вәхитова, Лиана Талипова башҡарыуында йырҙар кисәбеҙгә йәм өҫтәне. Ә Зәриә Моратова, Айзирә Шәйхетдинова, Ләйсән Нәҙерғолованың бейеүе тамашасыларҙы дәртләндереп ебәрҙе.
Берекмәгә килеүселәр араһында шулай уҡ башҡа факультеттарҙан булыуҙары ла ҡыуаныслы. Баймаҡ ҡыҙы Миңлегөл Ишмөхәмәтова – математика һәм мәғлүмәти технологиялар факультеты студенты. Шиғри күңелле ҡыҙ кисәбеҙҙе моңло йыры менән биҙәне. Әйткәндәй, “шоңҡарсылар” бар ерҙә лә өлгөрә. Илнара Рахманғолова, Диана Вәкилева, Юлиә Фәхретдинова, Сулпан Саникина “Осҡон” халыҡ театрында шөғөлләнә, берекмә сафында ла һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ.
Беренсе курс студенттарын өлкән курс “шоңҡарсылары” сәләмләп, ҡотлауҙарын шиғыр юлдарына һалды. Факультетыбыҙ деканы, профессор, билдәле шағир Риф Әхмәҙиев, уңыштарын баһалап, иң әүҙем студенттарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Шиғриәт – оло донъя. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәребеҙ өсөн был кисә – шуға ҡарай тәүге аҙым. Күңелдәрендә шиғыр йөрөткән “шоңҡарсылар”ға ижади уңыштар, илһам, яңы ижад үрҙәре теләйбеҙ. Ҡанаттары талмаһын, яңы бейеклектәргә әйҙәһен!