30 йәшлек... үҫмерҙәр24.01.2017
Ғалимдарҙың һуңғы ғилми тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, кешенең мейеһе 18 йәштә түгел, ә байтаҡ һуңғараҡ тулыһынса формалаша. Уның үҫешеп етеүе 25–30 йәштә генә тамамлана икән. Был хаҡта беҙгә Британия психологы Лаверн Антробус хәбәр итә.
Ошо йәһәттән “формалашыу” тигән төшөнсә нимәне аңлата? Баҡһаң, эш шунда икән: үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтте эшкәртеү процесы ололарҙыҡынан ҡырҡа айырыла. Шуға ла үҫмерлек осоронда теге йәки был ваҡиғаларға көтөлмәгән реакция барлыҡҡа килә.
Психологтар өлкәнәйеүҙең өс стадияһын билдәләй: башланғыс осор (12-14 йәштәр), урта стадия (15-17 йәш – иң ҡурҡынысы, был ваҡытта балалар үҙҙәрен раҫларға, олоғайыуҙарын иҫбатларға тырыша) һәм һуңғы (18 йәш һәм унан өлкәнерәктәр). Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, 25 йәштә лә префронталь ҡабыҡ формалашыуын дауам итә. Ошо процесс тамамланғас ҡына, кеше үҙенең эмоциональ өлгөргәнлеген күрһәтә, ҡылыҡтарын объектив баһалай ала, ғүмерен аңлы планлаштыра һәм килеп сыҡҡан проблемаларҙы аныҡ хәл итә ала. Әйткәндәй, 25-30 йәштәргә ҡарай организмда ваҡыты менән ҡыҙыуҙарҙы баш етмәҫлек ҡылыҡҡа этәргән гормональ үҙгәрештәр ҙә тамамлана. Быларҙы иҫбатлағандай, Британия ғалимдары телевизорға бармаҡ төртә: ҡарағыҙ, йәнәһе, күпме өлкән кеше хәҙер балалар йәнһүрәттәрен һәм тапшырыуҙарын мауығып ҡарай, әкиәттәр буйынса эшләнгән уйындар уйнай.
Был йәһәттән башҡа төрлө ҡараштар ҙа бар. Оҙаҡҡа һуҙылған инфантилизм осорон йәштәрҙең социаль яуаплылыҡҡа һуңлап инеүенә лә бәйләйҙәр. Уларға икмәклек аҡса табыу, олоғайған ата-әсәһен ҡарау тураһында, ата-бабаларына ҡарағанда һуңлабыраҡ уйланырға тура килә. Борон юғары уҡыу йорттарында инде өлгөргән шәхестәр генә белем алһа, хәҙер килеп уларҙа мәктәп балаларын ғына күрергә мөмкин.