Сафтар тулылана24.01.2017
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы сираттағы киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Унда республика Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов ҡатнашты.
Максим Владимирович ҡотлау һүҙенән һуң Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары Олег Ғәлинға, Рәсүл Сәғитовҡа танытма тапшырҙы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина әйтеүенсә, йыйылыш урыны итеп республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тиккә генә һайланмаған, 2017 йыл илебеҙҙә Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде.
– Халыҡтың фекеренә таяныу һәр йәһәттән дә эшебеҙҙе алға этәрә, – тине Ольга Юрьевна. – Йыл буйына беҙ тиҫтәләгән хат алдыҡ, олоһо ла, кесеһе лә төрлө мәсьәлә менән мөрәжәғәт итә. Граждандарҙың әүҙемлеге ҡыуандыра, шулай уҡ төрлө ойошмаларҙың 525 мө­рәжәғәте тикшерелде.
Әйткәндәй, Йәмәғәт палатаһы “Министр менән бер сәғәт” тигән проект булдырған. Тәүге ҡунаҡ – республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова халыҡтың һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Бындай уңышлы эш тәжрибәһе киләсәктә лә дауам итәсәк.
Кәңәшмә һуңында иң-иңдәргә Маҡтау хаттары тапшырылды.


Вернуться назад