Хеҙмәт төбө – хөрмәт24.01.2017
Линиза Исламғолова (Юлдашбаева) Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Атаһы Хәйрулла ағай, әсәһе Тәриҡә апай бик ихтирамлы, аҡыллы кешеләр була. Улар һигеҙ балаға ла юғары белем бирергә тырышҡан, һәр кем өсөн үрнәк һаналған.
Үрген урта мәктәбен тамамлағас, Линиза Хәйрулла ҡыҙы Ғәббәс ауылы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Унда үҙе директор, уҡытыусы һәм хужалыҡ мөдире вазифаларын башҡара. Иртәнсәк – I класты, ә төштән һуң II һәм III кластарҙы уҡыта.
Ҡыҙ бер йылдан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус-башҡорт бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Нуриман районына эшкә ебәрәләр. Бына 36 йыл инде ул бер урында, Ҡыҙылъяр мәктәбендә, башта рус теленән, аҙаҡтан башҡорт теленән уҡыта.
Шунда уҡ класс етәксеһе итеп ҡуялар уны. Ғөмүмән, 32 йыл класс етәксеһе булып эшләй, шул уҡ ваҡытта агитатор була, фольклор түңәрәген дә алып бара. Ун биш йылдан ашыу башҡорт теле буйынса методик берекмәһенең етәксеһе, аҙаҡ директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, бик күп шиғырҙар авторы, район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе була.
Иренең йәшләй фажиғәле вафат булыуына ҡарамаҫтан, донъяның ауырлыҡ­тарына бирешмәй, ике балаһын аяҡҡа баҫтыра. Ҡыҙы Регина – сит телдәр уҡы­тыусыһы, ә улы Илһам Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.
Линиза Хәйрулла ҡыҙы үҙ предметын яҡшы белә, йәштәргә үрнәк, таяныс булып тора. Уҡыусылары мәктәптә, район күләмендә, төбәк һәм республика олимпиадаларында уңыштарға өлгәшә. “Тамсылар” фольклор түңәрәгенә йөрөүселәр бик күп сараларҙа ҡатнаша. Шулай уҡ улар, Салауат Юлаевҡа арналған флешмобта ҡатнашып, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһынан Маҡтау грамотаһы алып ҡайтты. Ете йыл рәттән “Мисс-һылыу” район конкурсына уҡыусыларын әҙерләне, һәр саҡ призлы урын яуланы сибәркәйҙәр.
Кешелекле, ярҙамсыл, ихлас күңелле Линиза Хәйрулла ҡыҙын уҡыусылар, ата-әсәләр һәм ауыл халҡы ихтирам итә. “Хеҙмәт төбө – хөрмәт” тигән әйтем тап уға тура килә, сөнки янынан кеше өҙөлмәй, уҡыусылары, дуҫтары йыш килеп тора. “Уҡытыусы һөнәре – йәшәү мәғәнәм, – ти ул. – Балаларҙы үҙ итеү, яратыу зарур, улар менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк”.
Линиза Хәйрулла ҡыҙының егермеләп маҡтау ҡағыҙы бар – Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығынан, Башҡортостан Мәғариф министрлығынан. Өҫтәүенә ул – “Башҡорт теле уҡытыусыһы” конкурсында еңеүсе.
Линиза ханым – педагогик хеҙмәт ветераны, тәжрибәле уҡытыусы, район ҡорол­тайы ағзаһы, Журналистар союзы ағзаһы ла. “Линиза апай, һеҙҙең өсөн кем өлгө?” тигән һорауға ул: “Мин ғалимә Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинованан өлгө алам. Ул – минең өсөн идеал”, – тип яуап бирҙе.


Вернуться назад