Бөгөн хәләл көсөн түгеп, тиҙ генә ниндәйҙер ҡаҙанышҡа өлгәшкән йәки шашып байыған кешене шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Төрлө сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, әле илебеҙҙә һигеҙ тиҫтәгә яҡын миллиардерҙың булыуы тураһында имеш-мимеш хәбәр йөрөй. Хәллеләр күпме байлыҡҡа эйә тип уйлайһығыҙ? Әгәр бөтәһенекен бергә йыйһаң, 283 миллиард доллар тирәһе тәшкил итәсәк. Ҡыҙыҡ, 30 тонна аҡса ҡайҙа һаҡлана икән? Сит ил банктарында ята икән ул тиклем байлыҡ (ситтәрҙе байытыу егетлекме икән?). Әйткәндәй, Финанс яңылыҡтары милли агентлығы ойошторған һорау алыу буйынса, рәсәйҙәрҙең 73 процентының бөтөнләй һаҡлам аҡсаһы юҡ.
Аҡса тигәндән, халыҡтың дүрттән өс өлөшө үҙ көсө ярҙамында байып булмауын асыҡтан-асыҡ белдергән. Шулай булмай ни! Даими рәүештә губернаторҙарҙың, депутаттарҙың, министрҙарҙың, бүтән төрлө чиновниктарҙың ришүәт алыуҙа тотолоуы тураһында Интернеттан уҡып торабыҙ, телевизорҙан күрһәтәләр, ваҡытлы матбуғатта яҙалар. Былтырғы йыл аҙағында хөрмәтле министр менән булған хәлдән һуң тағы нимә әйтергә?