Урамда паровоз шикелле төтөн борҡотоп китеп барған йәштәрҙе күргәнегеҙ барҙыр. Эйе, ул һис кенә лә ябай тәмәке түгел, ә электрон сигарет, шуға күрә лә зарарлы төтөнө ҡуйы, өҫтәүенә тирә-яҡҡа тиҙ һәм ныҡ тарала. Әйткәндәй, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары коммуналь фатирҙарҙа тәмәке тартыуҙы тыйыу мәсьәләһен ҡабаттан тикшерергә уйлай. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы Николай Герасименко белдереүенсә, закон проекты 2017 йылдың тәүге яртыһында эшләнеп бөтәсәк.
Шул мәғлүм: “Граждандарҙың һаулығын тирә-яҡтан килгән тәмәке төтөнөнән һәм эҙемтәләренән һаҡлау буйынса” Федераль закон 2013 йылда ҡабул ителгәйне. Әгәр ҙә ул беҙҙә тулыһынса үтәлә тип уйлаһағыҙ, төптө яңылышаһығыҙ. Әлегәсә тәмәке көйрәтеүселәр менән аҙым һайын осрашабыҙ, үҙ сиратында ағыулы төтөндө еҫкәү һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә.