Япраҡ елһеҙ ҡыштырламай29.03.2012
“Ҡыҙыу” һәм “тура бәйләнеш”кә шылтыратыуҙар хәл итәһе мәсьәләләрҙең күплеген күрһәтте
Гәзитебеҙ башланғысында Ейәнсура районы үҙәгендә ошо арала уҙғарылған ике сара ауыл хеҙмәтсәндәренең ҡайһы бер мөһим мәсьәләләрен хәл итеүгә этәргес биреп, тормош-көнкүрештәрен яйға һалып ебәрергә ярҙам иткән булһа, тимәк, беҙ үҙ маҡсатыбыҙға ирештек.

Йүнселдәр өсөн юлдар күп

Күмәк хужалыҡтар тарҡалғаны бирле ауыл ерлегендәге бөлгөнлөк һәм мөшкөллөктө нисек тә булһа үҙгәртеү, яҡшыртыу тураһында һәр кем уйлана. Тик уйланыу ғына әҙ шул — күңелдә тыуған идеяларҙы бойомға ашырыу өсөн “аяғыңды тормоздан алыу” зарур. Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса эшләнгән федераль, республика программалары тураһында күптәр белмәй йәки, хәбәрҙар булған хәлдә лә, сетерекле мәлдәренә төшөнөп етмәй. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты ойоштороу мәсьәләләре буйынса Ейәнсура районы хакимиәтендә үткәрелгән “ҡыҙыу бәйләнеш”тә башлыҡтың иҡтисад буйынса урынбаҫары Әмир Ноғоманов, мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Тәлғәт Аҡбутин, мөлкәткә идара итеү комитеты рәйесе Риф Ибраһимов, Рәсәй реестры федераль кадастр палатаһының район буйынса территориаль бүлек начальнигы Римма Фазлыева шылтыратыусыларҙың һорауҙарына ентекле яуап бирҙе.
“Ҡыҙыу бәйләнеш”кә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе үҙ эшен башлап алып китеү өсөн тәүге аҙымдар нимәнән ғибәрәт булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләүселәр араһында ауыл хужалығын төрлө йүнәлештә ҡорорға уйлауҙары отошло. Әйтәйек, Ағурҙа ауылынан Ә. Күсәрбаев умартасылыҡ шөғөлөн артабан үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамына дәғүә итә алыу-алмауы тураһында белеште. 2009–2010 йылдарҙа дәүләт ярҙамы умартасылыҡ асып күс һанын арттырыуға күрһәтелгән булһа, былтырҙан башлап субсидия алыу талаптары бер аҙ үҙгәрҙе: хәҙер балды ҡаптарға тултырыу йәки балауыҙ етештереү йәһәтенән берәй цех асҡан хәлдә генә субсидия йәки льготалы кредитҡа өмөт итә ала.
Үргендән Б. Фәйзуллиндың да киләсәккә тәғәйен уй-пландары бар, ул бөтә ғаиләһе өсөн бер нисә йүнәлештә эш урындары булдырмаҡсы. Тейешле документтарын юллап, бизнес-проектын район хакимиәте кимәлендә яҡлауға өлгәшһә, дәүләт ярҙамы буласаҡ. Мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙерлектәрен белдерҙе.
Таҙлар ауылынан В. Шугуров иһә балыҡ үрсетеү теләге менән яна. Иҙәштән Б. Мөхәмәтйәнов “Һөтсөлөк буйынса ғаилә фермаһы” программаһында ҡатнашырға теләй.
“Ҡыҙыу бәйләнеш”тә ҡатнашыусылар аңлатыуынса, ауыл эшҡыуары бер юлы бер нисә эш төрө менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Әйтәйек, фермерға — сауҙа эше, умартасыға — таҡта ярыу, йәшелсә үҫтереүсегә мал үрсетеү һис тә тыйылмай. Тик шуныһы бар: ниндәй генә йүнәлештә лә закондарға таянып эш итергә тура киләсәк. Мәҫәлән, ер-мөлкәт мәсьәләләрен көйләү хәстәрлеге алға мотлаҡ килеп баҫасаҡ. Ә был ваҡыт та, байтаҡ сығым да талап итә.
Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамына килгәндә, районда 2011 йылда 160 субъект барлыҡҡа килһә, шуларҙың 80-енә субсидия юллап алып бирелгән.
“Ҡыҙыу бәйләнеш”кә мөрәжәғәт итеүселәр күтәргән мәсьәләләр ауыл халҡының, тормош-көнкүрешен яйға һалыу өсөн кемгәлер ышанып көтөп ултырыуҙың файҙаһыҙ булыуын аңлап, ҡыбырлай башлауын дәлилләне.

Льгота, алимент, пособие...

“Тура бәйләнеш”кә мөрәжәғәт итеүселәрҙең күпселегенә хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам идаралығы начальнигы Рәзидә Мөхәмәтоваға яуап бирергә тура килде. Тәүге шылтыратыусы инвалид бала аҫраған ғаиләләргә ниндәй льготалар ҡаралыуы менән ҡыҙыҡһынды. Икенсе мөрәжәғәт итеүсенең, Яңы Павловка ауылынан район үҙәгендәге “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына йөрөүсе балаларҙы мәктәп автобусында йөрөтөп булмаҫмы икән, тигән һорауына, был мәсьәләне мәғариф бүлеге менән берлектә хәл итеү мөмкинлеге бар, тигән яуап бирелде. Өсөнсө шылтыратыусы — йәш әсә. Ул баланың атаһы менән никахта тормай, әммә ир үҙенең атай булыуын таныған, һөҙөмтәлә ҡатын яңғыҙаҡ әсәгә түләнеүсе пособиенан яҙған. Белгес кәңәше — был осраҡта ирҙән алимент юлларға кәрәк. Күп балалы әсәләргә бушлай теш протезлау тәртибен аңлатыуҙы ла һоранылар. Бушлай теш ҡуйҙырыу өсөн халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү идаралығына ғариза яҙырға кәрәк, шунан ғына идаралыҡ район дауаханаһында бушлай теш ҡуйҙыртыу өсөн әсәгә 1,5 мең һумлыҡ сертификат бирә.
Балалары булған йәш ғаиләләрҙән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса бүлегендә сиратҡа тороуҙары, әммә был мәсьәләнең һаман ыңғай хәл ителмәүе хаҡында ике шылтыратыу булды. Юрист Р. Рәхмәтуллин, был хәлдәрҙе тикшереп, яҡын арала яуап бирәсәге тураһында белдерҙе.

Үҙгәртеп ҡороу файҙағамы?

Шылтыратыуҙар араһында үҙ-ара ҡыҙыу әңгәмә алып барған белгестәрҙең халыҡ тормошо-көнкүрешенән килтергән хәл-ваҡиғалар, дәлилдәр тураһында тотош бер китап яҙырлыҡ. Әйтәйек, мәғариф өлкәһендә алып барылған оптималләштереү сәйәсәте арҡаһында Ағурҙа ауылынан тиҫтә саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан Байыш ауылындағы урта мәктәпкә эпилепсиянан йөҙәгән бала йөрөп уҡырға мәжбүр, интернатта йәшәй. Ауырыуы арҡаһында йыш дәрес ҡалдыра...
Мәғарифтағы был үҙгәртеп ҡороуҙар, статистикаға күҙ һалһаң, артабан тағы ла тәрәнәйәсәк кенә. Балалар хоҡуғын яҡлау буйынса йәмәғәт уполномоченныйы Н. Дәүләтбәков килтергән һандар уйландырырлыҡ: 2005 йылда Ейәнсурала 11 меңдән ашыу бәлиғ йәштә булмаған бала иҫәпләнһә, әле уларҙың һаны 7 575-кә генә ҡалған — балалар һаны йылдың-йылы 500-гә кәмей бара...
Шул оптималләштереү күренеше арҡаһында быға тиклем тулы көсөнә эшләп килгән Иҙелбәк участка дауаханаһында тик биш кенә койка-урын ҡалдырылып, унлаған ауыл халҡы хәҙер район дауаханаһына йөрөргә мәжбүр. Иҫәнғолдан саҡырған “ашығыс ярҙам” 120–140 саҡрым араға килеп еткәнсе ауырып киткән кеше менән нимә генә булмауы мөмкин?
Арсен ауылында йәшәгән ауырыу әсәһен ҡарарға тип ситтән ҡайтырға мәжбүр булған фельдшер ҡатын 20 саҡрымдай алыҫлыҡтағы Сураш ауылына йөрөп эшләргә мәжбүр, тик ул ярты ставкаға эшләй, ә был хеҙмәт стажын да, пенсияның тупланма өлөшөн дә тәьмин итә алмай...
Ғөмүмән, үҙәк район дауаханаһында табиптар менән тәьмин ителеш 65 процент ҡына тәшкил итеүен, уларының да яртыһы пенсия йәшендә булыуын иҫәпкә алғанда, киләсәктә яҡшыға өмөт итеп буламы?..

Әсәләрҙең төрлөһө бар

Һәр шылтыратыуҙан һуң “тура бәйләнеш”кә йыйылған белгестәр араһында күтәрелгән мәсьәләләргә ҡарата фекер алышыуҙарҙан күп балалы, ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләрҙә килеп тыуған төрлө сетерекле хәл-ваҡиғалар уйландырырлыҡ. Әйтәйек, бала өҫтөнә бала табып, улар тураһында хәстәрлек күрмәгән ата-әсәләрҙең байтаҡ булыуына ғәжәпләнеүҙән күптән үткән инде улар. Яңыбай ауылында йәшәүсе Шуляковтар ғаиләһендә береһенән-береһе бәләкәй ете баланы туҡландырыу-кейендереү-тәрбиәләүгә уларҙы ошо яҡты донъяға килтергән әсәнең артыҡ иҫе китмәй: психик үҫеше тотҡарланған сабыйҙар йылы аш, әсә наҙы-хәстәрен күрмәй үҫә. Ете айлыҡ балаһын атаһына ташлап, үҙе Магнит баҙарына тип сығып китеп, ике аҙна юғалып йөрөгән әсәне тиген тип әйтеп буламы? Йәки: “Газель” алғансы табасаҡбыҙ тигән “девиз” аҫтында бер-бер артлы ун бала тыуҙырып, уларға тейешле тәрбиә күрһәтмәйенсә, Президент биргән автобүләктең дә мәнфәғәтен күрмәйенсә, балалары өсөн уйынсыҡҡа әйләндереүҙәрен нисек аңлатырға? Әйткәндәй, был ун бала әсәһенә лә теш протезларға кәрәк тә бит, тик ул быны ла хәстәрләмәй...
Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү йәһәтенән районда алып барылған эштәрҙең уңышлы булыуын билдәләргә кәрәк. 1997 йылда уҡ Иҫәнғолда балалар приюты, артабан Абзанда балаларҙы реабилитациялау үҙәге асылып, уңышлы эшләй башлауы, 2001 йылда республиканың ике районында ғына Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге асылһа, шуларҙың береһе Ейәнсурала булыуы үҙе үк күпте һөйләй. Бөгөн бөтә ошо хеҙмәттәрҙең ауыр тормош-көнкүреш хәлендә ҡалған, ишле, инвалид, шулай уҡ ауыр холоҡло балалары булған ғаиләләргә, етем йәки ата-әсә хәстәренән яҙған сабыйҙарға күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.


Вернуться назад