Мәктәп уҡыусылары араһында республика кимәлендә төрлө ярыштар даими ойошторола, үҙ сиратында уларҙың һәр береһенә тиерлек тейешле иғтибар бүленә. Унан айырмалы төбәктәрҙең үҙендә уҙғандары нисектер күләгәлә ҡалған кеүек. Уйлап ҡараһаң, улар ҙа ихлас тырыша бит.Күптән түгел 2-се Этҡол ауылында Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлит премияһы лауреаты Азамат Тажетдиновтың иҫтәлегенә көрәш буйынса район асыҡ беренселеге ойошторолдо.
Спорт байрамында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.
– Бәйгенең нәҡ был ауылда үткәрелеүе осраҡлы түгел, – тине Илшат Азамат улы. – Элек-электән Этҡол көрәшселәр төбәге булыуы менән яҡшы билдәле. Матур йоланың тергеҙелеренә ихлас шатмын.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов билдәләүенсә, районда спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә, өр-яңы спорт объекттары төҙөлә.
Сарала барлығы 90-ға яҡын спортсы көс һынашты. Рамаҙан һәм Мөхәмәт Яҡуповтар, Ибраһим Байсурин, Юлдаш Арыҫланов, Айгиз Баҡтыбаев, Ғәфүр Сәфәрғәлин, Рөстәм Дәүләтбаев, Ильяс Байымов, Нурйән Ишмырҙин, Раян Ғәлин алдынғылыҡты бирмәне.