Юғалырға энә түгел дә...24.01.2017
Юғалырға энә түгел дә... Йәрмөхәмәт ауылында (Баймаҡ районы) өс йәше лә тулмаған баланың күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сығыуы тотош төбәкте аяҡҡа баҫтырҙы. Һәр ваҡыт иркәләнеп, әсәһенең итәгенә йәбешеп тигәндәй йөрөгән Илсиәне ҡайҙа ғына эҙләп ҡараманылар. Әйтерһең дә, Нурсилә ханымдың йөрәген йолҡоп алдылар...
Донъя мәшәҡәте бөтәме ни! “Әссәй, тәтәй бир, әссәй, киттек тегендә”, – тип сабыйының
ҡат-ҡат инәлеүенә лә иғтибар итмәгәндер, бәлки, ихата тирәһендә бер туҡтауһыҙ уралған әсә. Ауылда бит ҡырҡ төрлө эш ҡырҡ яҡта ҡыйралып ята – картуф ҡаҙыу, бесән ҡайтартыу, утын, аш-һыу хәстәрләү, етмәһә, көҙ табанын ялтыратыуға ҡыш ишек ҡағасаҡ. Әлбиттә, аяныслы ваҡиға буйынса төрлөсә сурыттылар, имеш, сиғандар машинаға ултыртып алып киткән, һыуға батҡан, хатта чупакабра һәм сит планета вәкилдәре менән дә бәйләргә маташтылар. Нисек кенә булмаһын, яҡын арала бер ҡайҙан да ҡош телендәй генә булһа ла йылы хәбәр килмәне.
Бала юғалыуы, һүҙ ҙә юҡ, оло ҡайғы. Ул бер нәмә лә аңламайынса ҡыҙыҡ күреп ҡайҙалыр китеп, үҙе лә һиҙмәҫтән аҙашыуы ихтимал. Унан айырмалы, өлкәндәрҙең һыуға төшкән таштай юҡҡа сығыуын нисек аңлатырға?
Был йәһәттән статистика яңылыҡтары менән танышыу ҡайһы бер ҡараң­ғы­лыҡты йырырға булышлыҡ итер, мо­ғайын. Төрлө сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, илебеҙҙә йыл һайын 150 мең тирәһе граждан хәбәрһеҙ юғала. Иҫ-аҡылың китерлек, тотош бер ҡала (Салауат ҡалаһы халҡы) тигән һүҙ. Был – рәсми һандар йәки полицияла теркәлгән ғаризалар. Ә шуға бер кемгә лә кәрәкмәгәндәрҙе, тимәк, туған-тыумасаһы битараф ҡалғандарҙы ла өҫтәһәң... Тыныс тормошта бит әле. Ысынында шуның яртыһы ғына юғала икән. Әммә шатланырға иртәрәк әле, тереләр менән бер рәттән мәйеттәрҙең килеп сығыуы бигерәк тә ҡыҙғаныс. Иң шаҡ ҡатырғаны – ә ҡалғандар ҡайҙа?.. Уны берәү ҙә белмәй, мәхлүктәрҙең әсе яҙмышы мәңге сер булып ҡала. Яуыздар ғүмерен ҡыйғанмы? Һирәк осраҡта ғына “ҡайҙалыр йәшәп яталыр” тип өмөткә биреләһең.
Илсиә тураһындағы ҡот осҡос хәбәр эргә-тирәгә йәшен тиҙлегендәй таралды. Яҡташтарының берҙәм күтәрелеүе генә ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Бәхетле осраҡ – ҡурсаҡтай ҡыҙ иҫән-һау. Сабый бала, әлеге лә баяғы мәрәкә эҙләпме, әллә яҡыны уға тейешле иғтибар бүл­мәгәнгәме, урман төпкөлөнә ингән дә киткән.
Әйткәндәй, бәлиғ булғандарҙан айырмалы, полиция балаларҙы шунда уҡ эҙләй башлай. Өлкән кеше һәр аҙымын үҙаллы хәл итә, бөтә ҡылыҡтарына ла тик үҙе яуап бирә тигән фекерҙән сығып, уларҙы өс тәүлектән һуң ғына юлларға тотоналар. Әйтәйек, ул, бәлки, бер кемгә лә өндәшмәйенсә ҡайҙалыр йәшәп яталыр...
Һаман да иҫемдә, совхоз дирек­торының улы өйөнә ҡайтып йоҡламағас, ҙур шау-шыу ҡупты, полицияға ла мөрәжәғәт иттеләр. Баҡтиһәң, үҫмер күрше районда бер нисә көн шешә­ләштәре менән байрам ойошторған. “Ниңә әҙәм көлдөрәһегеҙ?” – тип дәғүәһен белдергән, ти, әле. Шулай ҙа була. Әйткәндәй, 15 йыл эҙләгәндән һуң да табылмаһа, кешегә үлгән мөһөрө һуғыла.
Төрлөсә юғалалар. Бәлә йәшкә лә, енескә лә, биләгән вазифаға ла ҡарамай. Әүҙем миграция процесы һәм кри­миналдың сәскә атыуы юғалыусылар исемлеген тулыландырыуға ифрат булышлыҡ итә. Паспорт алған йәштә ҡалаға сығып киткәндә атайҙың, бигерәк тә әсәйҙең “сит кешеләр менән һөй­ләшмә”, ”ят әҙәмдең машинаһына ултырма” тип ҡат-ҡат туҡыуын оноторлоҡмо ни?! Бала тормошонда бөтә осраҡта ла хәүефле мәлдәр уның “таныш кеше” һәм “таныш түгел кеше” тигән төшөн­сәләрҙе айырмауынан барлыҡҡа килә, тиҙәр. Әйтәйек, 10-11 йәшкә тиклемдәргә исеме менән бер өндәшеү ҙә етә, улар быны шунда уҡ бик яҡын ҡабул итәсәк. Әлбиттә, аҡты ҡаранан йәки ҡошсоғоғоҙға бәләкәйҙән “беҙҙекеләр”ҙе, “ситтәр”ҙе танырға өйрәтегеҙ, тип кәңәш бирә психологтар. “Өйҙән алыҫ китмә!”, “бел­мәгәндәр менән аралашма!” тип аңла­тырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта тыуған йорттан йыраҡта йөрөгәндә үҙеңде дөрөҫ тотоу ҡағи­ҙәләрен баштан уҡ күңел­дәренә һең­дереү зарур. Ғәҙәттә, сит кеше тигәндә ир-атты ғына күҙ алдына баҫтырабыҙ. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙер ят гүзәл зат та бындай шикле төркөмгә ҡарай. Ысынлап та, бәләкәс­тәрҙе улар тиҙ генә “эләктерә” ҡапҡанға.
Бер сәбәпһеҙ юғалыу осраҡтарына ниндәй аңлатма бирергә? Детективҡа тиң ваҡиғалар. Мәҫәлән, бүтән бер ҡайҙа ла түгел, ә Өфөлә теркәлгән был йән өшөткөс хәл. Йәш әсә, имсәк балаһын йоҡлатып, һөткә йүгергән. Уйлап ҡараһаң, йәшәгән йортонан аҙыҡ-түлек магазинына яҡынса 10 минутлыҡ юл. Ҡыҫҡаһы, сибәр ҡатын супермаркетҡа барып етмәгән... Күпме генә юлла­маһындар, барыһы ла бушҡа. Ҡайҙа ул? Берәү ҙә күрмәгән, әлегәсә таба алмайҙар. Ҡыҙы әсәһен бөтөнләй белмәй үҫкән, ике тиҫтә йыл тирәһе ваҡыт үтһә лә, туғандары әле һаман өмөтөн өҙмәй.
Тағы ла булған хәл, сәстәр үрә торорлоҡ. Мәләүез тыныс ҡала булараҡ билдәле. Ҡатыны иртәнге сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә һөйгәнен эшкә оҙатып ебәргән, улай ғына ла түгел, тәҙрәнән автомобилендә ҡуҙғалып китеүенә тиклем ҡарап ҡалған. Ир заводта күренмәгән, кеҫә телефонынан бәйлә­нешкә инмәгән, кис өйөнә ҡайтмаған. Таныш-белештәре һөйләүенсә, бер-береһен ярты ҡараштан аңлап, бик етеш йәшәгәндәр, бер ҡасан да талаш-тартыш күҙәтелмәгән. Иң серлеһе, “Тойота”һы юл ситендә двигателе тоҡанған килеш эшләп ултырғандан һуң, яғыулығы бөтөп һүнгән, шулай уҡ кеҫә телефоны ла тоҡандырғысҡа тоташтырылып ҡуйыл­ған. Бер тәүлек юҡ, ике, өс... Машина йоҙаҡҡа бикләнмәгән, бөтәһе лә тәртиптә, ҡан таптарын, ултырғысы тышлығында йыртыҡ тапмағандар... Әйбере юғал­маған. Әҙәм балаһы энә түгел дә инде ҡапыл ғына юҡҡа сығырға, тиергә ашыҡмағыҙ. Полиция майоры Тәминдәр Хәйретдинов әйтеүенсә, һунарҙан йәки балыҡтан, турист сәфәренән ҡайт­мағандар тураһында “эт-ҡошҡа осраған, һыуға батҡан, ҡаянан ҡолап төшөп харап булған” кеүегерәк һығымта яһарға мөмкин. Кәләше йә булмаһа ире менән талашып, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеп, ваҡытлыса ҡайҙалыр көн итеүселәр ҙә етерлек, психик сирҙән яфаланыусылар, хәтерһеҙҙәр, наркомандар һәм “ҡырын тейәргә” яратыу­сылар менән дә шундайыраҡ хәл йыш ҡабатлана. Ҡайһы берәүҙәр муйындан бурысҡа батып, унан ҡотолоу юлын тапмағас, ахыр сиктә эҙен юя, шикле төркөмгә эйәреүселәр “үҙе йәшәгән территориянан” ҡаса.
Уларҙың һәр береһе тураһында мажараға тартым роман яҙырға мөмкин. Шулай ҙа, ҡайҙа булалар һуң, ниңә күп осраҡта сырмалсыҡ ептең осона сығыу һис мөмкин түгел? Енәйәтсел төркөмдөң нәҡ кеше урлау ише ҡырын эштәр менән шөғөлләнеүе тураһында Интернеттан хәбәрҙарбыҙ – яман заттарға кемделер ҡоллоҡта тотоу, бала менән һатыу итеү йәки малай-ҡыҙҙарҙан хәйерсе яһау, ҡыҙҙарҙы фәхишәлеккә йәлеп итеү, улай ғына ла түгел, кеше ағзаһы менән сауҙа итеү һәм йәнде ҡыйыу бер ни тормай. Аҙып-туҙып йөрөгән фатир хужаларына әүҙем һунар иғлан ителгән – уларҙы юҡ итеп, мөлкәтен тартып алыусылар бихисап. Каннибалдар йәки кеше ашаусылар хаҡында ла һирәк-һаяҡ ишетелеп ҡала...
Юғалыусыларҙың айырым төркөмөнә үҙенең исем-шәрифен һәм йәшәгән урынын дөрөҫ итеп әйтеп бирә алмаған оло йәштәгеләрҙе, ауырыуҙарҙы һәм кескәйҙәрҙе индерәләр. Ҡайһы бер әбей-бабайҙар юғалып, ҡарттар йортонда бер нисә йыл төйәк иткәндән һуң ғына ҡасан да булһа туғандары менән осраша. Ошондай аяныслы күренештәргә юл ҡуймау өсөн полиция һәр береһенең кеҫәһенә үҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙып һалырға, хатта кейеменә тегергә тәҡдим итә.
Ысынында, күптәрҙең табылыуы һөйөнөслө, бәхетлеләр бер айҙан, “күлдәктә” тыуғандар бер нисә йылдан табыла. Ә бүтәндәр тураһында фараз итергә генә ҡала инде.
Эксперттар иҫбатлауынса, күп осраҡта кеше юғалыуы яҙлы-көҙлө төрлө психик сирҙәр аҙғанда теркәлә. Тормоштан төңөлөп сектаға бирелгәндәр тураһында нимә беләбеҙ? Ҙур донъяны ҡалдырып, бәләкәй төркөмдә көн итә улар.
Тыуған районымда көслө хужалыҡ тарҡалғас, айырыуса “иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” тип көн күреүселәр ни эшләргә белмәй тегендә бәрелде, бында һуғылды. Еңел аҡса артынан Себер һыпыртҡан тиҫтеремдең һөйләгәндәре күптәргә һабаҡ булырлыҡ.
– Әрмелә бергә хеҙмәт иткән иптәшемдең өгөтләүенә ымһынып, Сорғотҡа остом, – тип күңелен бушата башланы ул. – Нефть торбалары һуҙыу менән шөғөлләнә үҙе, мине лә шунда ҡоҙаланы. Осраштым уның менән, ләкин колхозда почти бригадир булған көйөнсә ундай түбәнселеккә төшөргә күңелем тартманы. Дуҫым бүтән эште тәҡдим итә алманы, үҙем дә артыҡ әрһеҙләшмәнем. Тиҙ генә мул аҡса эшләүҙән төңөлөп, тыуған яғыма һыпыртырға ҡарар иттем, әммә буш ҡул менән ҡайтыуҙы ғәрлеккә тиңләнем. Шулай итеп, ике ут араһында тороп ҡалдым. Вокзал буфетында бер ир менән стакан сәкәштереп танышҡас, ул аҡсаны көрәп алырлыҡ эшкә урынлаштырырға вәғәҙә бирҙе. Бер йыл да үтмәҫ Өфөлә фатирың булыр, тип тә өҫтәгәс, дәртләнеп китеп уның артынан эйәрҙем. Иртән уянғанда алдымда сит әҙәмдәр баҫып тороуын күрҙем, ә тегенән елдәр иҫкән. Ҡыҫҡаһы, мин ҡоллоҡҡа эләктем. Илебеҙҙең көньяғында һарыҡ көтөү өсөн ирҙәрҙе урлап алып китеүҙәрен ишеткәйнем, ә бына төньяҡта ундай хәлдең булыуы ике ятып бер төшөмә лә инмәне. Был – туйғансы ашап, рәхәтләнеп ял иткәс, нефть торбаһы һуҙыу түгел икән, ә ҡаты һалҡында алһыҙ-ялһыҙ, аслы-туҡлы урман ҡырҡыу. Кеҫәлә һуҡыр бер тин дә юҡ, паспортты тартып алғандар, ҡарур­манда ҡайҙа ҡасаһың инде, астан йәки туңып үләсәкһең. Изге йәнле һунарсылар ҡотҡарҙы әсирлектән, бына тиҙ ыша­ныусанлыҡ нимәгә килтерә.
Әйткәндәй, дөйөм һандың 50 проценты – ир-ат, 40 проценты – ҡатын-ҡыҙ, ҡалғаны балалар өлөшөнә тура килә.
Тағы бер тарих. Полицияға ире юғалыуы хаҡында бер ҡатын күҙ йәшен түгә-түгә мөрәжәғәт иткән. Ситкә эшкә киткән дә ҡайтмаған хужа. Ярты йыл тирәһе уҙғас, уны тапҡандар. Баҡтиһәң, йәш ҡатынға эҫенеп китеп, шуның менән типтереп йәшәп ята икән. Иң мәрәкәһе: ул бисәһенә лә, башҡа туғандарына ла был турала өндәшмәүен үтенгән. Закон буйынса, йәшеренгән кешенең ихтыярына ҡаршы килеү тыйыла.
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә, тибеҙ. Мин уҡытыусы булып эшләгән осорҙа мәктәптә йыйыштырыусы ҡатынға берҙән-бер улының армияла тороп ҡалыуын еткерҙе ауылдаштары. “Булмаҫтыр, кем-кем, әммә ҡәҙерләп кенә үҫтергән бәпкәм мине ташламаҫ”, – тип башта ышанмаған, төн йоҡоларын йоҡламай көткән. Әлбиттә, был хәбәр алдаҡ ине, асылда һалдат ғәскәри часты үҙ белдеге менән ҡалдырып сығып киткән дә казармаға кире ҡайтмаған. Нисек итеп ысынын һөйләргә һуң? Дөрөҫөн әсә кешегә әйтмәнеләр, бындай ҡот осҡос хәбәрҙе йөрәге күтәрә алмаҫ тип уйланылар. Бер нисә йыл элек “ирегеҙҙе ағас баҫып үлтергән” тигәстәре, аҡылдан яҙмай саҡ ҡалған булған. “Борсолмағыҙ, улығыҙ Чита ҡалаһында хеҙмәт итә, бер көнгә лә бушамай. Бында ҡайтып та ҡайҙа барһын инде? Киләһе йәй “тып” итеп килеп төшөр”, – тип тынысландыр­ҙылар. Алыҫ ҡына туғаны булған почтальон теге инәйҙең күңеленә төрлө яҡтан йыуаныс тапҡан: улынан сәләмдәр килтергән, ә уға балаһына һағынышлы хаттар яҙған. Хатта Байкал тарафтарынан килгән посылканы ла илтеп биргән. Һуңынан ишетеүемсә, ҡайтыр ул балам тип ғүмер буйы көткән инәй. Иң аяныслыһы – улының яҙмышын белмә­йенсә баҡыйлыҡҡа күскән.
Ғөмүмән, ошондай ҡурҡыныс хәлгә тарымау өсөн насар уйлы әҙәмдәрҙән йыраҡ йөрөргә, уяу булырға, һәр ваҡыт аҡыл менән эш итергә кәңәш бирә белгестәр. Иң мөһиме – ниндәй генә хәлдә лә бер-береңде эҙләргә һәм бер нимәгә ҡарамай яҡыныңдың ҡайтырын көтөргә кәрәк.


Вернуться назад