Дружина уяу һәм әүҙем24.01.2017
Былтыр баш ҡалабыҙҙа “Хоҡуҡ тәртибе” халыҡ дружинаһының ағзалары ун тапҡырға артҡан. Әлеге ваҡытта ойошма сафында өс мең тирәһе кеше иҫәпләнә. Уларҙың ярҙамы арҡаһында полиция хеҙмәткәрҙәре 5,9 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙы, шул иҫәптән 1200 ваҡ хулиганлыҡ осрағын иҫкәрткән, йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән ике меңгә яҡын кешене тотҡан.
Уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, Өфөнөң Йәмәғәт именлеге үҙәге шундай мәғлүмәт бирҙе. Муниципаль учреждение белгестәре иҫәпләүенсә, һуңғы өс йылда иҫкәртеү эштәре барышында граждандарҙың һәм ойошмаларҙың ғаризалары, мөрәжәғәттәр һаны өс тапҡырға артҡан, былтыр ул туғыҙ меңгә яҡын тәшкил иткән.
Полиция менән берлектә уҙғарылған рейдтар ваҡытында бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлек һатыуҙың 108 осрағы асыҡланған. Ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәгәне өсөн 2058 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 25 900-ҙән ашыу протокол төҙөлгән. Уларға таянып, ғәйеплеләргә 28 миллион 75 мең һумлыҡ штраф һалынған. Дөйөм алғанда, 2016 йылда Өфө биләмәһендә теркәлгән енәйәттәр һаны 0,9 процентҡа кәмегән.