Мәшғүлһеҙҙәр сафы һирәгәйгән24.01.2017
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, былтыр республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,8 процентҡа тиклем төшкән. Йыл дауамында “рәсми” эшһеҙҙәр һаны 9,5 процентҡа ҡыҫҡарған, теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,29 проценттан 1,17-гә ҡәҙәр кәмегән. Төбәктең хеҙмәт баҙарындағы был хәл Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәргә тап килә.
– Уҙған йыл башында Башҡортостанда 26 мең кеше эшһеҙ булараҡ рәсми теркәлгән булһа, 2017 йылдың 17 ғинуарына ҡарата был һан 22,7 мең тәшкил итте, – тинеләр министр­лыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Ағымдағы йылдың 1 ғинуарында республи­каның вакансиялар банкында 32,4 мең эш урыны тураһында мәғлүмәт булған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 40 процентҡа тиерлек күберәк. Белгестәр иҫәпләүенсә, 2016 йыл башынан хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлелек коэффициенты 1,2-нән 0,8-гә тиклем төшкән.


Вернуться назад