Торлаҡҡа өҫтөнлөк бирәләр24.01.2017
Ғаиләләргә икенсе йәки артабанғы сабый тыуыуы уңайынан әсәлек капиталына сертификаттар тапшырыу 2018 йылдың 31 декабренә тиклем барасаҡ. Быйыл уның күләме былтырғыса ҡала, йәғни 453 026 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, аҡсаны тотоноу ваҡытына ҡарата сикләү юҡ.
“Капитал”ды торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙы түләүле нигеҙҙә уҡытыуға, әсәнең буласаҡ пенсияһына өҫтәмә рәүешендә, шулай уҡ инвалид сабыйҙарҙы социаль яраҡлаш­тырыуға тотонорға мөмкин.
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, 2007 йылдан бирле республикала әсәлек капиталына 260 мең сертификат тапшырылған. Был ваҡыт эсендә ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә әлеге программаға ярашлы ярҙам күрһәтеүгә сығымдар 72 миллиард һум тәшкил иткән. Атап әйткәндә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға – 67,5 миллиард, белем биреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә, пенсияның туп­ланма өлөшөн булдырыуға, инвалид балаларҙы йәмғиәттә социаль яраҡлаштырыуға – 371,6 миллион, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәргә дүрт миллиард һум йүнәлтелгән.


Вернуться назад