Ғариза яҙып өлгөрөү шарт24.01.2017
“2017 йылдың 1 мартында дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды биналарын хосусилаштырыу тәртибендә граждандарға бушлай тапшырыу программаһы тамамлана”, – тип иҫкәртә “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Дөйөм Рәсәй статистикаһы күрһәтеүенсә, 25 йыл эсендә был мөмкинлекте файҙаланырға теләгәндәрҙең күпселеге ниәтен бойомға ашырған.
Әле Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан 572 693 торлаҡ фонды объектына ҡарата 1 228 050 граждандың милек хоҡуғы теркәлгән. “Росреестр” идаралығы белгестәре әйтеүенсә, был йәһәттән әүҙемлек йылдан-йыл кәмей. Мәҫәлән, 2013 йылда төбәктә ай һайын биш мең самаһы таныҡлыҡ тапшырылған булһа, былтыр был һан ике тапҡырға аҙыраҡ тәшкил иткән. Социаль яллау килешеүе нигеҙендә йәшәгән фатирҙы йә йортто, әгәр 1 мартҡаса хосусилаштырып өлгөрмәһәң, артабан һатып та, алмаштырып та, мираҫҡа ҡалдырып та булмаясаҡ.
Бер айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт бар. Торлаҡҡа шәхси милек хоҡуғын алыу өсөн был, әлбиттә, етерлек. Ни бары тәғәйен көнгә тиклем вәкәләтле органға ғариза бирергә кәрәк. Өфөлә йәшәгәндәр – баш ҡала хакимиәтенең Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығына, бүтән ҡала һәм райондар халҡы муниципалитет хакимиәттәренә бара ала. Программаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланһа ла, торлаҡты шәхси милеккә күсереү тураһындағы килешеү буйынса хоҡуҡтарҙы теркәү өсөн “Росреестр”ға мөрәжәғәт итергә мөмкин, тиҙәр ведомствола.


Вернуться назад