Фатирҙы ситтән тороп һатып буламы?24.01.2017
Фатирҙы ситтән тороп һатып буламы? Күсемһеҙ милекте теркәүгә ҡағылышлы һорауҙар менән йәнә “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәниҙә Лотфулла ҡыҙы Шәйбәковаға мөрәжәғәт иттек.
– 2001 йылда олатайымдың йортон ва­сыятнамә нигеҙендә шәхси милеккә алғайным. Хәҙер ул урынлашҡан ер участкаһын нисек рәсмиләштерергә? Биләмәнең кадастр номеры бар, һалымын түләп барабыҙ. Ниндәй документ ергә хоҡуҡ бирә тип һанала?
– Участканы элекке хужаларының берәйһе үҙ исеменә теркәгән булғанмы икәнен асыҡларға тырышығыҙ. Һеҙҙең осраҡта ергә милек хоҡуғы шуның нигеҙендә алына.
– Фатирҙың әлеге хужаһы һәм уны һатып алырға йыйыныусы күп функциялы үҙәккә милек хоҡуҡтарының бер кешенән икенсеһенә күсеүе тураһында документтар тапшырған. Тик риэлтор килешеүҙә уларҙың исем-шәрифен, йәшәгән урындарын күрһәткән, паспорттары буйынса мәғлүмәтте яҙырға онотҡан. Килешеү юридик көскә эйә булырмы?
– Ике яҡтың да шәхестәрен таныу өсөн унда паспорттағы мәғлүмәттәр мотлаҡ индерелергә тейеш ине.
– Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүҙән баш тартҡан осраҡта беҙгә тапшырылған документтарҙың төп нөсхәһен кире бирәсәктәрме?
– Эйе, ҡайтарырға тейештәр.
– Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шәхси милек итеп рәсмиләштерелгән ер участка­һында өй һалынған, унда пенсияға сыҡҡан атайым менән әсәйем йыл әйләнәһенә йәшәй. Прописка мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырмай уларҙы. Шундай һорау: декларация тултыр­ғанда әлеге йортто “торлаҡ” тип күрһәтер­гәме, әллә ул йәшәүгә яраҡһыҙ тип иҫәп­ләнәме?
– Әгәр күсемһеҙ милек объекты даими йәшәү өсөн тәғәйенләнгән икән, “торлаҡ” тип ҡуйыла, ә башҡа осраҡтарҙа – “торлаҡ булмаған”.
– Алыҫтағы бер ҡалала фатирым бар. Мин уны ситтән тороп ҡына бүтән кешегә бүләк итә аламмы? Әгәр мөмкин булһа, эште ниҙән башларға?
– Ҡағыҙ документтарҙы бер теркәү округы сиктәрендә (мәҫәлән, Башҡортостанда) тап­шырырға була. Төбәк-ара кимәлдә эш итеү өсөн иһә “Росреестр”ҙың рәсми порталы аша электрон документ ебәрергә кәрәк. Республика халҡына уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында Өфөнөң Ленин урамындағы 70-се йортта документтарҙы электрон хәлдә тапшырыу буйынса консультация үҙәге асылған, ундағы белгестәр һанлы ҡултамға алырға, шулай уҡ хоҡуҡ биргән ҡағыҙҙарҙы сканер аша үткәреп, ведомствоның сайтынан Рәсәйҙең теләһә ҡайһы төбәгендәге тейешле урынға оҙатырға ярҙам итер.
– Өйгә һәм милеккә арест һалынмағанмы икәнен нисек белергә?
– Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған өй буйынса хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүе тураһында белеш­мәләр юллау өсөн шундай документтар кәрәк:
1). тейешле формалағы мөрәжәғәт;
2). пошлина түләүҙе дәлилләгән документтың төп нөсхәһе (физик шәхестәрҙән һәр күсемһеҙ милек объекты өсөн 200 һум алына);
3). ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаған документ (әгәр ул үҙе мөрәжәғәт итһә).
Кеше мәғлүмәттәрҙе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән күп функциялы үҙәктәрҙең теләһә ҡайһыһына шәхсән барып, шулай уҡ www.rosreestr.ru сайты ярҙамында электрон форманы тултырып һората ала.
– Ер участкаһына милек хоҡуғы тәүге тапҡыр 1998 йылда алынған булған. Уны минең исемгә теркәү өсөн ниндәй документтар талап ителәсәк? Дәүләт пошлинаһы түләргә кәрәкме?
– Һеҙҙең осраҡта шәхси милек хоҡуғы элекке хужаның документтары нигеҙендә рәсмиләш­терелә. Дәүләт пошлинаһы – 2000 һум. Әгәр ер участкаһы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә тәғәйенләнгән икән, ни бары 350 һум түләргә кәрәк буласаҡ.
– 2000 йылда кейәүгә сыҡтым да фамилиямды үҙгәрттем. “Росреестр”ҙағы документ­тарға был уңайҙан төҙәтмә индерелмәне. Ғөмүмән, әлеге ғәмәл мотлаҡмы һәм уның өсөн ниндәй документтар һорала?
– Үҙгәрештәр индереү тураһында ғариза яҙығыҙ ҙа уға фамилияғыҙҙың алмашыныуын раҫлаған документты ҡушып һалығыҙ. Дәүләт пошлинаһы 350 һум тәшкил итәсәк.
– Шәхси милкемдә ер участкаһы бар, хәҙер унда өй һалынған. Йортто иҫәпкә ҡуйыу өсөн ниндәй документтар тупларға?
– Участкаға хоҡуҡ биргән документ, шулай уҡ техник план кәрәк, сөнки торлаҡ кадастр иҫәбенә алынырға тейеш. 2018 йылдың 2 мартынан һуңға ҡалһағыҙ, объектты файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт тә талап ителәсәк.
– Шәхси торлаҡ йортҡа төкәтмәне нисек теркәргә? Төп өй һәм ер рәсмиләштерелгән. “Росреестр”ға ниндәй документтар тотоп барырға?
– Бының өсөн ер участкаһына милек хоҡуғын раҫлаған документ, шулай уҡ торлаҡ йортто реконструкциялауға рөхсәт ҡағыҙы кәрәк. Яңыртып һалынған өй файҙаланыуға тап­шырыуға рөхсәт нигеҙендә кадастр иҫәбенә ҡуйылырға тейеш..


Вернуться назад