Эш көтөп торһон, тиһәң...24.01.2017
Эш көтөп торһон, тиһәң... Беҙҙең быуын өсөн юғары белем алыу, бюджет өлкәһенә ҡараған берәй ойошмаға эшкә инеү өҫтөнлөк тип һаналды. Әлбиттә, бынан ике тиҫтә самаһы йыл элек тә ҡулында дипломы булғандарҙы һәр урында көтөп тормайҙар ине, шунлыҡтан күптәргә ағым ыңғайына йөҙөүҙән башҡа сара ҡалманы. Берәүҙәр самалы, әммә тотороҡло эш хаҡын һайланы, икенселәр ваҡыты-ваҡыты менән мул аҡса алыу мөмкинлеге тыуҙырған тармаҡтарға йөҙ борҙо. Ҡайһыларының нығыраҡ уңғанын, кемдәренең туңғанын хәҙер асыҡлап та булмайҙыр.
Инде яңы быуындың киләсәге тураһында күберәк уйларға кәрәк. Эшһеҙ, аҡсаһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Ә уны нисек табырға? Ҡайҙа күберәк түләйҙәр? Ниндәй тармаҡта вакансиялар бар? Ошо һорауҙарға яуап табырға тырышыу зарур бөгөн. Сүбәк сәйнәп май сыҡмай, тигәндәй, финанс көрсөгө, штат ҡыҫҡартылыуы, эшһеҙлек тураһында зарланып һөйләп ултырыуҙан файҙа юҡ. Хәрәкәттә – бәрәкәт.

Бөгөнгө йәштәрҙең күпселеге бюджет өлкәһенә барырға ашыҡмай. “Һеҙҙең кеүек ғүмер буйы дәүләткә хеҙмәт итеп, осто-осҡа саҡ ялғап ултырырға телә­мәйбеҙ”, – ти уларҙың ҡайһы берәүҙәре ата-әсәһенә. Күптәре шулай ҙа элеккесә иҡтисадсы, юрист, табип, педагог һөнәрҙәрен һайлай, аҙаҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр ерҙә квалификация һәм эш тәжрибәһе талап ителгәнлектән, ошо йәштәрҙең байтағы сауҙа өлкәһенә һатыусы-кассир, түбәнерәк кимәлдәге менеджер, һаҡсы булып барырға мәжбүр. Мәсьәләнең нигеҙе, моғайын, шул уҡ атай-әсәйҙәрҙең балаһына һөнәри йәһәттән йүнәлеш бирә белмәүендәлер. Эйе, мәктәп түгел, ә ғаилә яуаплы. Баланың нимәгә маһир икәнлеген үҙ ата-әсәһенән дә яҡшыраҡ кем белә?
Эшкә урынлашырға һәм хеҙмәткәрҙәр табырға ярҙам иткән HeadHunter порталы 1 – 17 ғинуарҙа махсус тикшеренеү үткәреп, Башҡортостанда вакансиялар иң күп булған биш тармаҡты асыҡлаған. Һөҙөмтә күрһәтеүенсә, әле республикала бер эш урынына 8,3 резюме тура килә (Өфөлә – 8,4). Порталдың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Ғибәҙуллина әйтеүенсә, эшкә урынлашыу йәһәтенән барыһынан да еңелерәк йүнәлештәр “Консультация биреү” (бер тәҡдимгә 0,6 резюме), “Страховкалау” (0,8), “Инсталляция һәм сервис” (1,5), “Маркетинг, реклама һәм PR” (2,7), “Һатыу” (2,9) икән. Иң ҙур конкурс – дәүләт хеҙмәтендә (21,5) һәм сеймал сығарыу тармағында (19,3).
Һуңғы осорҙа сит телдәр буйынса белгес, туризм һәм финанс, мәғлүмәт технологиялары, маркетинг һәм реклама тармаҡтары хеҙмәткәре булырға теләгәндәр һаны артҡан. Бер нисә йылдан улар ҙа эш таба алмай интекмәгәйе, сөнки тәҡдимдәр сикле, һәр ҡайһыһына урын табылмаясаҡ. Хеҙмәт баҙарын өйрәнеүселәр кәңәш итеүенсә, 1С программалаусыһына уҡып сығыу хәйерлерәк – әле айына уртаса 130 мең һум алған был һөнәр эйәләренә ихтыяж алдағы ун йылда ла һаҡланырға тейеш. Авиадиспетчерҙарға ла әле 100 мең һум самаһы күләмдә оклад вәғәҙәләнә. Алдағы биш-алты йылда анестезиолог, ортопед, дефектолог һымаҡ медицина белгестәренә, шулай уҡ пластика хирургы, диетолог, косметолог кеүек матурлыҡ индустрияһы һөнәрҙәренә мохтажлыҡ артыуы бар. Әлбиттә, химия, биология, экология фәндәрен мәктәптә үк яҡшы үҙләш­терергә кәрәк, сөнки яңы техноло­гияларҙың күпселеге ошо өлкәләргә бәйле.
Дөйөм алғанда, хәҙерге шарттарҙа кешегә бер һөнәр ҙә зыян итмәй. Йәш быуынды эш хаҡы тотороҡло булырлыҡ, ҡыҫҡартыуҙар янамаҫлыҡ ҡына түгел, күңеле лә ятырлыҡ, һәләте лә асылырлыҡ урынға алдан әҙерләү мөһим.
Эш эҙләгәндәрҙе, әлбиттә, төрлө тоҙаҡтар көтөп кенә тора: аҡса түләргә ашыҡмаған ойошмалар, селтәрле маркетинг вәкилдәре, хатта енәйәтсел төркөмдәр. Дәүләт ҡарамағындағы предприятиеларҙа ла хеҙмәт хаҡын төрлө сәбәп табып ҡырҡырға, яңы килгәндәрҙе бер-ике ай эшләткәндән һуң, өс-дүрт мең һум тоттороп урамға сығарып ебәрергә тырышҡандар осрап ҡуя. Һәйбәт урынға эләгеүе ауыр, таныш-тоношоң йә “хәтәр шәп белгес” тигән даның булмаһа.
Ҡайһы берәүҙәр, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгән ир-ат, вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләүҙе һайлай. Бының, әлбиттә, йәшерәктәр, буйҙаҡтар өсөн уңайлы яҡтары күптер, әммә өйләнгәндәргә ауыр һынау – айҙар буйы ситтә булыу йыш ҡына өйҙәге ыҙғыштарҙың, хатта ғаилә тарҡа­лыуының сәбәбенә әйләнә.
Яңыраҡ Мәскәүгә йөрөп эшләгән бер танышым шулай тип зарланып торҙо: “Алыҫта оҙаҡ йәшәп, ғаилә тормошонан ситләшеп бөтәм дә, ҡайтҡас, ҡатыным менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай, үпкәләшеп тик йөрөйбөҙ. Бер-береңә баш бирмәҫкә тырышыу, шикләнеү, көнләшеү – төрлөһө була инде... Күмәкләп күсенеп китер инек, унан файҙа аҙ шул: миңә лә, кәләшемә лә эш табырға, йәшәр өсөн иркен торлаҡ йүнләргә, балаларҙы баҡсаға, мәктәпкә урынлаштырырға кәрәк буласаҡ. Ә белһәң икән Мәскәүҙә түләнгән һәр һум өсөн күпме талап иткәндәрен! Ете ҡат тиреңде тунайҙар!” Ҡыҫҡаһы, егет ҡәнәғәт түгел. Кеше бит ғүмер буйы бил бөгөү өсөн тыумай, донъяның матурлығын да күргеһе килә уның. Тиҫтәләрсә йыл ситтә ялланып эшләп йөрөп, йәшлек уҙа, туғандарың, яҡындарың, атай-әсәйең менән иҫән саҡтарында ихлас аралашыу, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, рәхмәт әйтеү форсаты ла сыҡмай бәғзеләргә.
Вахта ысулы менән эшләгәндәрҙе төрлө хәүеф һағалауы тураһында ишеткән бар. Ҡайһы бер фирмалар хеҙмәт хаҡын бирмәй йонсота, шунлыҡтан өйгә ҡайтыуҙы бер нисә айға кисектерергә лә тура килә. Әйткәндәй, Себергә 50 – 60 мең һумлыҡ эш хаҡына өмөтләнеп барғандар йыш ҡына шуны иҫәпкә алмай: бер ай баш күтәрмәй тир түккәндән һуң шул сама ваҡыт мәжбүри ял иткәс, файҙаны икегә бүлеп һанарға кәрәк түгелме?
Һис шикһеҙ, яңы заман кешеләренә шәхси эш асыуҙан да яҡшыраҡ юл юҡ. Бизнес бит ниҙелер осһоҙға табып, хаҡ өҫтәп һатыу ғына түгел, ул бихисап өлкәлә ойошторола һәм төрлөсә була ала. Юғиһә йәмәғәт аңына эшҡыуарҙың сауҙагәргә оҡшаш образы ныҡ һеңгән. “Юҡ, мин нәмә һата белмәйем! Нисек эшҡыуарлыҡҡа тотонайым шунан?” тиҙәр. Был, әлбиттә, бизнес тураһында, бер яҡлы ғына фекер йөрөтөүҙән килә.
Эшҡыуар булыуҙан һис ҡурҡырға ярамай, был аҙым ил халҡы өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнергә тейеш, ти дәүләт етәкселәре. Һалым түләтеүҙең ябайлаштырылған системаһы, ысынлап та, йүнселдәрҙе ҙур мәшәҡәттәрҙән азат итә. Үҙаллы шөғөлләнеү дәүләткә йә берәй ойошмаға ялланып йөрөүгә ҡарағанда уңайлыраҡтыр ҙа. Беренсенән, өҫтөңдән идара итеүсе юҡ, ирекле график буйынса эшләргә лә була, икенсенән, һалымды аҙыраҡ түләйһең, өсөнсөнән, юридик статусың башҡалар менән мөнәсәбәт урынлаштырыу йәһәтенән киң мөмкинлектәр аса.
Президент Владимир Путин эшҡы­уарлыҡтың эске тулайым продуктҡа индергән өлөшөн алдағы биш йылда әлеге 21 проценттан 50-гә, һис юғында 45-кә тиклем еткереү бурысын ҡуйған. Шәхси милектәге ойошмаларҙа эшләгәндәрҙе бөгөнгө 18 миллиондан 40 миллионғаса арттырыу талап ителә. Ошондай киҫкен үҙгәрештәргә бармайынса, халыҡтың бизнесҡа ҡарашын ыңғайға бормайынса, маҡсатҡа өлгәшеп булмаясаҡ.
Йүнселлекте үҫтереү, әлбиттә, дәүләттән бигерәк үҙебеҙгә кәрәк. Бында һәр кем үҙ урынын таба ала – шәхси эшҡыуарҙың төрлө нәмә менән шөғөлләнеүе мөмкин бит. Мәҫәлән, иретеп йәбештереүсе, йыйыштырыусы, водитель, мал ҡараусы булып та подряд килешеүе нигеҙендә эшләргә була. Иң мөһиме – һин мәшғүлһең һәм шул уҡ ваҡытта иреклеһең, үҙең белгән һәм теләгән өлкәлә бизнес ойоштора алаһың. Белгестәр асыҡлауынса, хәҙерге заман кешеләрен аҡсанан бигерәк ижади мөхит, һәләттәрҙе үҫтереү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Улайға китһә, эшҡыуарлыҡтан да уңайлыраҡ нимә бар?
Әлбиттә, кешене шәхси бизнесҡа бәләкәй саҡтан уҡ ылыҡтырырға, йүнсел итеп тәрбиәләргә кәрәк. Баланы байлыҡ ҡоло итеү түгел, ә мал табырға өйрәтеү зарур.


Вернуться назад