“Ҡайтҡас, ҡунаҡ саҡырам да башҡорттар кеүек һыйлайым”24.01.2017
“Ҡайтҡас, ҡунаҡ саҡырам да башҡорттар кеүек һыйлайым” “Ҡайтҡас, ҡунаҡ саҡырам да башҡорттар кеүек һыйлайым” Беҙҙән меңәр саҡрымдағы алыҫлыҡта, зәңгәр даръялар аръяғында ятҡан матур илдең урамдарында, пальмалар үҫкән Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәгән бер егет донъяла башҡорт тигән халыҡ барлығын белеп ҡала. Башҡортостанда тыуып үҫкән Рудольф Нуриев тураһындағы яҙмаларҙы уҡып, Рәсәй илендә рустарҙан башҡа төрлө милләттәрҙең дә йәшәгәнен аңлағас, Башҡортостанды һәм ундағы башҡорт халҡын үҙ күҙе менән барып күрергә һәм танышырға ниәтләй. Бигерәк тә ауыл тормошо, үҙенсәлекле көнкүреш, ерле халыҡтың тәбиғәткә, малға мөнәсәбәте ҡыҙыҡһыныу уята унда. Ошоларҙан һуң һөнәре буйынса фотограф һәм режиссер булған Уайт Моо (Wyatt Maw) социаль селтәр аша яҡташтарыбыҙға мөрәжәғәт итә, ярҙам күрһәтеүҙәрен үтенә. Ризалыҡ алғас, оҙаҡҡа һуҙмай, ҡунағыбыҙ алыҫ сәфәргә юл ала. Өс самолет алмаштырып, ниһайәт, Өфөгә килеп етә ул. Яҡташтарыбыҙ Уайт Мооны ҡаршы алып, баш ҡалабыҙ менән таныштыра, тәбиғәткә алып сыға. Бер аҙ ер-һыу күрһәтеп йөрөгәндән һуң, тау-урмандары, оҙон юлдары менән һәр кемде һоҡландырыр ике район сигендә урынлашҡан ерҙә бер ауылда туҡталалар...
Ошонан һуң артабанғы сәфәрен Америка ҡунағы минең менән дауам итте. Әлбиттә, ҡунағыма тыуған илебеҙҙең матурлығын күрһәтеү, уның күңелендә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыу – ғәйәт ҙур яуаплылыҡ. Танышып алғас, мин уға беҙҙең ерле халыҡтың ҡолағына ятышлы исем йөрөтөргә тәҡдим иттем һәм туған телебеҙҙә бер нисә һүҙ өйрәттем. Лос-Анджелес егете хәҙер кешеләр менән танышҡанда “Һаумы, мин Фуат” тип һүҙ башлар ине...
Район үҙәгенә кисләтеп кенә килеп еткәс, гимназияла бергә уҡыған йылдарҙағы дуҫымда ҡунырға ҡал­дыҡ. Иртәгәһенә иртә менән тороп, егерме биш саҡрым тирәһе алыҫ­лыҡта ятҡан ауылға юл тоттоҡ. Унда мин үҙем дә бер тапҡыр булғайным. Күңелемдә яҡты тәьҫораттар ҡалдырған, тирә-яғын тау-урмандар уратҡан һәм тауҙар һыртлап таҙа һыулы йылға ағып ятҡан, үҙенең көйлө тормошо менән йәшәгән матур ғына ауыл ине был...
Ниһайәт, килеп тә еттек. Тирә-йүнгә күҙ һалып, урын менән танышып алғандан һуң, бер нисә көнгә туҡтар өсөн берәй ғаилә табыу ниәте менән, машинабыҙҙы ҡалдырып, йәйәүләп ауыл урамдары буйлап киттек. Ҡаршыбыҙға осраған күркәм ҡиәфәтле, асыҡ йөҙлө кешеләр, урамда уйнап йөрөгән, һыуыҡтан сикәләре алһыуланған шат балалар беҙҙең кәйефте шул тиклем күтәрә ине. Бара торғас, ауыл ситендәге бер өйгә килеп еттек һәм ипле генә итеп ишек шаҡыныҡ. Йорт хужаларына килеү маҡсатыбыҙҙы аңлатҡас та, улар беҙҙе түрҙән уҙып сәй эсергә саҡырҙы. Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, өҫтәл артында әңгәмәләштек. Тәү сәғәттәрҙә үк ҡунаҡсыллыҡҡа аптыраны Америка егете. Беҙ туҡталған йорттан арыраҡ мәктәп директоры йәшәй икән, ул тиҙ арала телефондан ауылдаштары менән һөйләшә һалып, беҙгә урынлашырға ярҙам итте. Көндөң икенсе яртыһында инде бер йәш ғаиләнең өйөнә барып индек, көтөлмәгән ҡунаҡ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, халҡы­быҙҙа ҡабул ителгәнсә итәғәтлек күрһәтте был өс балалы ата-әсә. Ғаилә башлығы менән ҡыҙыҡһын­дырған уртаҡ темаларға ихлас аралаштыҡ, хатта туған­дарыма килгәндәй хис иттем үҙемде. Төп ҡунағыбыҙ иһә бөтөнләй хайран ҡалып, шатланды: кискеһен мал ҡарашты, ҡыҙыҡ күреп һәр яңы нәмәне пленкалы фотоаппаратына төшөрҙө. Үҙен бөтөнләй икенсе донъяға барып эләккәндәй хис итте ул. Әҙерләнгән һый-ниғмәттең төрлө­лөгөн күреп, телде йоторлоҡ тәмле тәбиғи ризыҡтарҙан ауыҙ итеп кинәнде, һәр бер ябай ғына күренешкә лә ҡыуанды.
Шулай киләһе ике көнөбөҙ ошо ауылда үтте, хатта тағы бер ғаилә беҙҙе үҙҙәренә ҡунаҡ итеп алып ҡайтты. Уларҙың да йорт-ихатаһы тулы мал, өйҙәре йәмле, өҫтәлдәре мул ине. Өсөнсө көнөнә беҙ ауыл мәктәбенә барып, уҡыусылар менән күрештек, ял көндәре булыуына ҡарамаҫтан, балалар дәррәү йыйылып, беҙҙең менән ихлас аралашты.
Беҙҙе ошолай матур ҡабул иткән ауыл менән хушлашып, артабан юлландыҡ. Ошо райондың икенсе яғында шундай уҡ матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йәмле ауыл көтә ине беҙҙе. Алдан килешелгәнсә, туп-тура ауыл мәктәбенә барҙыҡ. Унда балалар ҙа бар, ял ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, лагерь ойошторолған, башҡа ерҙәрҙән, хатта күрше райондарҙан уҡыусылар килеп ял итә, ҡыҙыҡлы сараларҙа ҡатнашып, ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрә икән...
Тағы йәйәүләп урам гиҙәбеҙ: ауыл пилорамаһын, нисектер һаҡланып ҡалған колхозды күреп, матур итеп буралған өйҙәрҙе, тигеҙ киң урамдарҙы ҡарап күңел шатлана, һоҡланабыҙ. Юлыбыҙҙың уңай булыуын әйтәйем, бына музыка ҡоралдарында уйнаған оҫтаның йортона барып инәбеҙ. Дәртле өй хужаһы, моңло күңелле ағай, беҙгә мандолинала, ҡурайҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнап ишеттерә. Һөйөнөрлөк бит! Фуат үҙе лә моңло кеше икән, барыһын хайран ҡалдырырлыҡ һөнәре лә булған беҙҙең ҡунаҡтың – скрипкала уйнай ул. Әйтерһең, бөтөнләй сит илдән килгән кеше түгел, ҡыл-ҡумыҙҙы тәү тапҡыр ҡулына алыуына ҡарамаҫтан, көй ҙә сығара башланы. Ә мандолинала нисек уйнағанын ишетһәгеҙ, үҙегеҙҙе, моғайын, Америка илдәренең бер ауылында кеүек хис итер инегеҙ. Шулай булмай, кантри-блюз йүнәлешендәге көйҙәрҙе оҫта итеп тап мандолинала уйнағандарын минең дә тәүгә күреүем.
Һәм был кистә лә беҙҙе ололап ҡунаҡ иттеләр, тәмле аштар бешереп, мул өҫтәл әҙерләп, мунса яғып хөрмәт күрһәттеләр. Хәҙер инде Фуат башҡортса һүҙҙәрҙе күберәк белә һәм сәйҙе лә һөтләп, кәсәнән эсергә өйрәнде. Ул башҡорттарҙың ҡунаҡ­сыллығына аптырай: өҫтәл көн дә шулай әҙерләнәме, әллә ҡунаҡтар килгәнгә генә күрәме, тип һорай. Уның һорауынан өҫтәлгә күҙ йүгертеп алам да, унда һурпа, ит, ҡомалаҡҡа баҫылған тәмле икмәк, май, эремсек, ҡорот, еләк ҡайнатмаларын күргәс, “Эйе, көн дә шулай” тип яуап ҡайтарам. Юлдашым һаман да өҫтәлдәге аш-һыуға һәм беҙҙең халыҡтың ошондай ҡунаҡсыл­лығына һоҡлана. Үҙенән, һеҙ ғәҙәттә нимә ашайһығыҙ, тип һорағас, пицца, паста (макарон), сэндвич, байрамдарҙа – шашлыҡ-барбекю, ә күркәнән әҙерләнгән инглиздәрҙең милли аҙығын Рәхмәт әйтеү көнөнә һәм Раштыуаға ғына әҙерләйбеҙ, тип яуаплай. Уның өсөн башҡорттарҙың башҡалар менән ошолай ризыҡ уртаҡлашыуы ҙур изгелек, ихтирам итеп ҡабул ителде. “Был тиклем туғандаш һәм ҡунаҡсыл халыҡты күргәнем юҡ ине. Ҡайтҡас та ҡунаҡ саҡырам һәм шулай матур итеп һыйлайым”, – тине Фуат ошонан һуң.
Икенсе көнөнә иртә менән ул боронғо фотоаппаратын алып мал ҡарашырға сыҡты һәм эш барышында бер нисә уңышлы кадрҙы тотоп алды. Бына аты янында баҫып торған мал хужаһы, буралап эшләнгән күркәм йорт алды һәм арттағы фонда иҫ китерлек матур тәбиғәт, мөһабәт тау теҙмәләре... Ысынлап та, һоҡландырғыс һәм ҡыҙыҡ килеп сыҡты... Йорт хужаларына рәхмәтебеҙҙе әйтеп, төшөргән ыңғайы һүрәтен баҫтырып сығарған юлдашым­дың был шәп аппараты менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, таныштарыбыҙға ҡалды­рып китәбеҙ. Шулай һәр туҡталған ғаиләлә хуш итер саҡта фото ҡалдырып китеү бер йолаға әйләнде.
Киләһе осрашыуыбыҙ ҙа ауыл мәктәбе уҡыусылары менән. Яңы танышыуҙар беҙҙең өсөн дә, сит ил кешеһен күрергә теләгән уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы булды. Был күре­шеүҙәр балаларҙы сит тел, ниндәйҙер яңылыҡ менән ҡыҙыҡһындырыуҙа, уларҙың аң даирәһен киңәйтеүҙә бик ҙур файҙа булғандыр тигән өмөттәмен. Сөнки ошо аралашыуҙарҙа уларҙың күҙҙәрендә ниндәйҙер осҡондар тоҡанды. Был һәр кемдең ҡулынан килә алырлыҡ, тормошҡа ашырырлыҡ яҡты хыял осҡондары ине...
Бына Өфөгә әйләнеп ҡайтырға ла ваҡыт етте. Төштән һуң беҙ юлға сыҡтыҡ. Юл буйына Фуат менән аралашабыҙ, ул сәфәрҙән алған яҡты тәьҫораттары менән бүлешә. Төрлө илдәрҙә сәйәхәттә булырға тура килде, ошо үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтә алам: халҡыбыҙ кешегә ҡарата ихтирамлы һәм ысынлап та ихлас. Әммә беҙҙең көндәлек тормошта күп кенә аҫыл күренештәр, кешеләрҙә булған күркәм сифаттар ғәҙәти булып китә, беҙ уларҙы аңғармай-һиҙмәй башлайбыҙ. Һәм ҡиммәттәрҙең ҡәҙере юғалыуы мөмкин. Ә үҙең йәшәгән мөхиттә бөтөнләй таныш булмаған кешеләр менән бергә сәйәхәт иткәндә күп нәмәгә яңыса ҡараш ташлайһың. Юлдаштарың үҙҙәре күргән һәр нәмәгә һоҡлана, яңы, ят булған бөтә нәмәне аңларға тырыша, шунлыҡтан һорауҙары ла күп була. Ә уларҙы ҡыҙыҡһындырған ябай ғына һорауҙарға яуап ҡайтарғанда үҙең дә тормоштоң, тыуған еребеҙҙең матурлығын, унда йәшәгән халыҡтың ябайлығын күреп һоҡланаһың, бығаса аңламаған күп нәмәләргә төшөнәһең.
Беҙҙең кешеләр ипле. Ышанмаусан да түгел, ә ипле. Улар тәү күреүҙән үк шатланып китеп, яҡын күреп аралашмай. Үҙҙәре алдында ниндәйерәк кеше баҫып тороуын аңламайынса, бар ихласлығын асмай. Башта кешене ипләп кенә аңларға тырыша һәм, ваҡыт үткәс, ят кешегә асылып, күңелдәре менән яҡынайып китә. Ә хушлашҡанда күҙҙәрендә бер аҙ һағыш күрергә мөмкин. Ниҙәр генә уйлай икән беҙҙең кеше шул саҡта: бәлки, аҙ ҡунаҡ иттем тип борсолалыр, бәлки, күстәнәскә риза булһа ярар ине, тип уйлайҙыр, бәлки, килгән ҡунағы юлында имен йөрөһөн, тип эстән генә хәйерле юл теләйҙер, бәлки, ошоларҙың барыһы ла бергәлер...
Беҙҙең кешеләр инсафлы. Оялсан да түгел, ә инсафлы. Уларҙың барыһы ла ҡунаҡтары өйҙәрен нисек ҡабул итер икән тип борсола. Бәлки, уңайһыҙ шарттарҙа йәшәйбеҙ тип уйланаларҙыр, бәлки, килгән ҡунаҡтың үҙҙәренең йәшәү кимәлен түбән тип һанауы өсөн бер аҙ бошоналарҙыр һәм өҫтәлдәренә ни ҡуйырға, әҙерләргә икән тип баш ваталарҙыр... Ә күпселек кешеләрҙең бит өйҙәре йәмле, таҙа, табындары мул. Үҙҙәренең баҡсаһынан алынған йә мал-хужалыҡтан килгән ризыҡ тәме менән дә, сифаты менән дә, шифаһы менән дә күпкә юғары һәм айырылып тора.
Беҙҙең кешеләр әҙәпле. Яһалма ла түгел, ә әҙәпле. Һәр саҡ “Һеҙ” тип өндәшә, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеү маҡсаты менән береһен дә яманлап һөйләмәй, күңелендә булған бар нәмәһен асылып түкмәй, аралашҡанда ла тыныс тауыш менән һөйләшә һәм йүнһеҙ һүҙҙәр ҡулланмай. Һөйләшкәндә айныҡ һәм хаҡлы фекер йөрөтә, һаулыҡ, киләсәк тураһында уйлана.
Беҙҙең кешеләр йолаларға тоғро. Ғәҙәткә күнгән түгел, ә тоғро. Ир кеше ихатала тәртип, ҡатын кеше өйҙә йәм булдыра. Күп ғаиләләрҙә икмәкте ирҙәр телә, ашағандан һуң шөкөр итеү, доға-рәхмәттәр уҡыуҙарына иғтибар итәһең. Ҡатын кеше ирен һәм уның менән булған башҡа ҡунаҡтарҙы һыйлағандан һуң ғына үҙе балалары менән ашарға ултыра. Өйҙә оло йәштәге кеше булһа, уға ҙур ихтирам күрһәтәләр.
Беҙҙең кешеләр яуаплы. Мәжбүр ителгән түгел, ә ысынлап та яуаплы. Халыҡ борондан малсылыҡ менән шөғөлләнгәнгә күрәме, кешеләрҙең малға, мал көтөүгә ҡарашы етди, ҡәҙерен белеп, ҡурсаулап ҡына ҡарай уларҙы. Үҙ өҫтөнә йөкмәгән эште еренә еткереп башҡара һәм бер ҡасан да ҡулын һелтәп ҡуймай.
Башҡорттарыбыҙ айныҡ. Өйрәнеп барам да кеүек: йәштәр араһында сәләмәт тормош рәүешен алып барғандар күбәйҙе, шуға бөгөн ҡунаҡ табындарында спиртлы эсемлек булмауы – ғәҙәти күренеш. Ә Америка ҡунағы өсөн был бер аҙ ғәжәп тә, сөнки улар рәсәйҙәр барыһы ла эсә тип уйлай. Был егетебеҙ ҙә башта шулай уйлаған булған. Ошоно иҫбатлап, тәҡдим булғас, башҡа милләт йәшәгән ауылда бер көн туҡталғанында ғүмерендә тәүге тапҡыр араҡы эсеп тә ҡараған беҙҙең Фуат. Ә башҡа ауылдарға барғас, башҡорттар иһә тәҡдим итеү генә түгел, кәрәкме-юҡмы тип һораманы ла. Айныҡ милләт булып иҫтә ҡалыуыбыҙ яҡшы, һәм, әлбиттә, кеше хәтерендә түгел, ә үҙебеҙҙең аңда айныҡ, аңлы халыҡ булып ҡалыу мөһим. Бының шулай булырына ышанам мин.
Халҡыбыҙҙағы ошондай яҡшы сифаттарҙы, башҡаларҙан айырмалы булған, үҙенсәлекле һыҙаттарҙы күрҙем мин үҙ башҡорттарыма ғашиҡ Америка егете менән тыуған еремдә сәфәр ҡылған матур көндәрҙә. Әлбиттә, илдә төрлө әҙәмдәр була, шулай ҙа мине беҙҙең арабыҙҙа ошондай яҡшы, эшсән, тәртипле кешеләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Шуға ла мин тап бөгөн үҙебеҙҙең милли асылыбыҙҙы аңлап, милли үҙенсәлектәребеҙҙе дөрөҫ ҡабул итеп, йәшәү сифатын, кимәлен һәм шарттарын яҡшыртырға тырышҡан, әхлаҡ ҡиммәттәрендә һәм иман берлегендә киләсәк быуынға матур тәрбиә бирер, бер ҙә һуҡранмайса ысынбарлыҡты танып, алға, тағы ла яҡтыраҡ тормошҡа ынтылып ғүмер итә алырҙай милләтебеҙҙе күрәм.
Беҙ сәфәр ҡылған йәмле Бөрйән ерендә генә түгел, Башҡорт­оста­ныбыҙҙың һәр районында һоҡланды­рырлыҡ, милли асылына тоғро, заман менән бергә атлаған ошондай үҙ башҡорттарыбыҙ булыуына шиклән­мәйем.


Вернуться назад