Бер үк мәғәнәле исем20.01.2017
Прокуратура хеҙмәткәр­ҙә­ре көнө уңайынан Заһира апайға гәзиткә материал әҙерләү бурысы йөкмәтелә. Күпте күргән тәжрибәле журналисҡа был нимә инде. Күҙ асып йомғансы тигәндәй үҙ бурысын үтәп тә ҡуя. Район халыҡ судындағы прокурор Мөғәллим исемле ағай менән бына тигән әңгәмә ойоштора һәм тиҙҙән баш мөхәррир өҫтәленә тып иттереп килтереп тә һала.
Хужа яңы мәҡәләне ләз­зәт­ләнеп уҡый. Бик йылы, йыйнаҡ, ихлас яҙылған шул. Уны гәзит уҡыусыларҙың да оҡшатасағына шиге юҡ. Әммә… Бер аҙ кәйефе ҡы­рылған етәксе авторҙы са­ҡыр­тып ала.
– Заһира апай, һеҙ бит уны бер бөгөн белмәйһегеҙ, нисек инде шуны бутарға мөмкин?
Быны көтмәгән Заһира апай ғәжәпләнеп ҡала.
– Һеҙ нимә тураһында һөйләйһегеҙ ул, аңла­ма­йымсы?
– Бына ҡарағыҙ, – тип За­һира апайға үҙенең яҙмаһын һона баш мөхәррир. – Мөғәллим урынына Мәғариф тип яҙғанһығыҙ бит. Әгәр гәзиттә шулай сығып китһә, әҙәм ғәрлеге бит.
Заһира апай бер аҙ уйланып торғандай итә лә:
– Мин бында әллә ни хәүефләнерлек сәбәп күр­мәйемсе, – ти. – Икеһе лә бер үк мәғәнәле исем бит.


Вернуться назад