Машина тип әйттең20.01.2017
Заһира апай Ғәзизова ғүмере буйы район гәзитендә эшләне. Көндәрҙең береһендә улар редакция машинаһында командировкаға сыға. Яҙғы матур көн. Магнитоланан дәртле көйҙәр ағыла, барыһының да кәйефе шәп. Тиҙҙән улар бер боролошҡа яҡынлаша. Ҡасаба ере бит, светофор-маҙар юҡ. Шофер йәнәшәһендә ултырған Заһира апайға:
– Ҡарағыҙ әле, уң яҡта машина-фәлән күренмәйме? – ти.
Заһира апай, әллә ҡарай, әллә юҡ.
– Юҡ, юҡ.
Шул минутта машинаға шап иттереп мотоцикл килеп бәрелмәһенме! Ярай әле әллә ни ҙур зыян килмәй. Шулай ҙа кәйефе ҡырылған шофер Заһира апайға:
– Нимәңде ҡарап ултыраһың ул? – тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҙә ҡала.
Заһира апай иҫе лә китмәй:
– Атаҡ, һин машина тип әйттең бит, – тип яуаплай.