Өфө балеринаһы — Рәсәй телесериалында20.01.2017
Өфө балеринаһы — Рәсәй телесериалында Өфөнән йәш балерина Софья Вәлиул­лина “Быларҙың барыһы ла — балет” (“И это все — балет”) сериалы героиня­һы булды. Күп сериялы фильм “Russia Today” каналында күрһәтелә. Ул, ижад юлын яңы башлауға ҡарамаҫтан, һөнәрендә билдәле бер бейеклеккә өлгәшкән шәхестәргә арнала.
Санкт-Петербургтағы А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһында шөғөлләнгән 12 йәшлек Софья Вәлиуллина фильмды төшөрөүселәрҙе үҙенең һәләте һәм ныҡышмалылығы, ихласлығы һәм изге күңеллелеге менән йәлеп иткән. Беренсе серия Софьяның Санкт-Петербургка килеүенән башлана. Ҡыҙҙы әсәһе — Өфөләге билдәле пианист, концертмейстер Гөлназ Вәлиуллина оҙатып килә. Ҡыҙының киләсәге хаҡына әсә төньяҡ баш ҡалаға күсергә ҡарар итә. Тамашасыға уларҙың яңы тормошон күҙәтеү мөмкинлеге бирелә.
Ваганова исемендәге Рус балеты академияһына ингәс, беренсе класта уҡ Софья Вәлиуллинаға “Щелкунчик” спектаклендә Машенька ролендә Мария театры сәхнәһенә сығыу хоҡуғын бирәләр. Ошо аҙнала эфирға сығасаҡ фильмдың өсөнсө серияһында роль һәм спектакль өҫтөндә эшләү мәлдәре күрһәтелә.
Бейеү донъяһындағы юлын Софья Вәлиуллина Өфөнөң “Браво” бейеү театрында биш йәшендә башлай. Ул Санкт-Петербургта, Өфөлә, Новосибирскиҙа, Екатеринбургта һәм Ҡазанда үткәрелгән халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты була. 2014 йылда Софья Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды Башҡортостанда һәләтле балаларға ярҙам күрһәтеү йөҙөнән ойошторған хәйриә кисәһендә ҡатнаша.
“Мәскәү дуҫтарын ҡаршылай” ХII халыҡ-ара фестивален асыу тантанаһында сығыш яһау ҙа кескәй балеринаның тормошонда сағыу ваҡиғаға әүерелә.


Вернуться назад