Сәждә20.01.2017
Бер мәл ямғыр яуып торғанда ғаилә менән машинала юлға сыҡҡайныҡ. Кинйә улым быяла таҙартҡыстарҙың нисек эшләгәнен ҡарап ултырҙы ла:
– Атай, күрәһеңме, улар ҙа сәждә ҡыла, – тип әйтеп ҡуйҙы.

“Ҡалай ҡыҙыҡ сағыштырыу”, – тип ҡуйҙым эстән генә. Ғәҙәттә, ундай нәмәләргә бөтөнләй иғтибар бир­мәйбеҙ бит... Аҙаҡ был турала бер шағирә апайға һөйләнем.
– Бик дөрөҫ әйткән улың, тап шағирҙарса, – тине ул. – Автомо­бил­дең ул детале бит берсә ятып, берсә ҡалҡынып быяланы таҙарта, ә кеше намаҙ менән күңелен сафландыра.
Килешмәү мөмкинме? Юҡтыр. Эйе, машинаның быялаһы бысраҡ икән, шоферға юл күренмәй, тимәк, уны һәләкәт аҙым һайын һағалай. Аллаһ Тәғәләгә һыйынып, күңелен сафландырып, иманын ҡеүәтләндереп тормаған кешенең яҙмышы менән дә шул уҡ хәл.


Вернуться назад