Юбилейҙар, тантаналар01.12.2011
2 – Башҡортостан матбуғатын ойоштороусыларҙың береһе Муса Йосоповтың тыуыуына – 115 йыл (1896 – 1937).
3 – тау инженеры, Өфө дәүләт нефть техник университеты профессоры, техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы Әбүбәкер Ишмырҙинға – 75 йәш (1936).
4 – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының рәссам-ҡуйыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ҡорбандурды Чарыевҡа – 70 йәш (1941).
6 – Салауат башҡорт дәүләт драма театрында оҙаҡ йылдар эшләгән БАССР-ҙың халыҡ артисы Рәйсә Сәйфуллинаға – 80 йәш (1931).
9 – 1951 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы Әхәт Ураҙмәтовҡа – 80 йәш (1931).
10 – шағир, прозаик, БАССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Ғариф Ғүмәрҙең тыуыуына – 120 йыл (1891 – 1974).
14 – шағир, мәғрифәтсе, башҡорт поэзияһы классигы Мифтахетдин Аҡмулланың (Мифтахетдин Камалетдинов) тыуыуына – 180 йыл (1831 – 1895).
15 – шағирә, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына – 90 йыл (1921 – 1996).
16 – Салауат дәүләт башҡорт драма театрында оҙаҡ йылдар эшләгән Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Мостафина-Ниғмәтуллинаға – 70 йәш (1941).
17 – дин һәм йәмәғәт эшмәкәре, мөфтөй, 1921 – 1923 йылдарҙа Башҡортостан мосолмандары баш Диниә назаратының тәүге рәйесе Мансур Халиҡовтың тыуыуына – 125 йыл (1886 – 1934).
– яҙыусы, 1981 йылдан Рәсәй тыныслыҡ фондының Башҡортостан бүлексәһе идараһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Азат Мағазовҡа – 85 йәш (1926).
18 – гистолог, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Хәсән Мырҙабаевҡа – 60 йәш (1951).
21 – 1926 – 1969 йылдарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, РСФСР-ҙың, БАССР-ҙың халыҡ артисы Бәҙәр Йосопованың тыуыуына – 110 йыл (1901 – 1969).
25 – полковник, Советтар Союзы Геройы, СССР матбуғаты отличнигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры Солтан Бикәевтең тыуыуына – 95 йыл (1916 – 2006).
28 – музыка белгесе, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының художестволы тапшырыуҙар редакцияһының баш белгесе, Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисоваға – 50 йәш (1961).
29 – селекционер, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты, Ленин, Октябрь Революцияһы, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Сабирйән Ҡунаҡбаевтың тыуыуына – 110 йыл (1901 – 1996).


Вернуться назад