Сирҙе иртәрәк асыҡларға кәрәк15.11.2011
Республика Хөкүмәтендә һөт биҙе рагын иртә диагностикалау маҡсатында Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген диагностикалау үҙәге асыу мәсьәләһенә арналған кәңәшмә булды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов үткәргән кәңәшмәлә үҙәкте урынлаштырыу варианттары ҡаралды.
2010 йыл аҙағында ил етәксеһенең ҡатыны Светлана Медведева Рәсәйҙә ошондай уҡ диагностика үҙәге булдырыу башланғысы менән сығыш яһағайны. Тәүге үҙәк Санкт-Петербургта асыласаҡ.
Һөт биҙе яман шеше республикала ҡатын-ҡыҙҙың онкология сире структураһында тәүге урынды биләй, уның 40 проценттан ашыуы һуңғы стадияла асыҡлана. Шуға Өфөлә лә ошондай уҡ үҙәк асыу күҙ уңында тотола.
Бынан тыш, Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур онкология диспансерҙарының береһе эшләй, ул юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин ителгән. Башҡортостан онкологтары Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Физиология институты, АҠШ-тың Яман шеш милли институты, Швецияның Иммунология институты белгестәре менән берлектә һөт биҙе яман шешен иртә диагностикалау өсөн лаборатор тестар эшләне.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.


Вернуться назад