Таш ихата(хикәйә)20.01.2017
Таш ихата(хикәйә) Ауыл халҡы геү килеп Еңеүҙең 50 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөгән көндәр. Ихаталар, урамдар тәртипкә килтерелә, кәнсәләр янындағы обелискты матур итеп буяп, яҙыуҙарын яңыртып, сәскәләргә күмгәндәр. Көндәр шундай матур, ҡояшлы, йылы. Ағастар йәшел бөркәнсәген ябынған, үләндәр тартып үҫтергәндәй, күпереп тора. Ярата ошондай яҙғы ығы-зығылы көндәрҙе Шакирйән. Бигерәк тә кәнсә ҡаршыһында торған һәйкәл янына барып, уйланып, хыялланып ултырырға ғәҙәтләнгән. Һәйкәл янындағы яңғыҙ ҡайынға әллә күпме серҙәрен һөйләгәне бар уның. Бына әле лә, ҡулдарын артҡа ҡуйып, әкрен генә шунда ыңғайланы.
Осраған һәр кемгә башын эйеп кенә сәләм биреп, күпер тауын менеп, һәйкәл янында туҡталды. Матурлағандар, афарин, ауылдаштар, тип исемлекте барлап сыҡты. Ай-һай, бик күп яу яланында ятып ҡал­ған­дар. Ике йөҙҙән ашыу һалдат китеп, яртыһы ғына әйләнеп ҡайтты. Ә иҫән ҡалып та яу яраларынан үлгәндәр… Эсендә бер оло сер йөрөтә Шакирйән. Бына илле йылдан ашыу ошо сер ҡорт булып кимерә үҙен. Дөрөҫ эшләнемме икән, тигән һорау быраулай мейеһен. Хәтер йомғағы үткәндәргә тәгәрәй…
1943 йылдың сыуаҡ көҙө ине. Уны силсәүиткә саҡыртып алдылар. Ат ҡараусы булып эш­ләп йөрөгән сағы. Маҡтаған булалар үҙен, шәп ир-егет үҫеп килә, тиҙәр. Кәпәсен ҡулына йомарлап, Шакирйән ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишекте асты. Өҫтәл янында ултырған Хөс­нийәр ағай урынынан тороп уға ҡаршы атланы:
– Әйҙүк, ҡустым, әйҙүк! Һөй­ләшәһе һүҙ бар ине һинең менән, – тип урындыҡҡа күр­һәтте.
Шакирйән, һораулы ҡарашын Хөснийәргә төбәп, уның һүҙ башлауын көттө.
– Ҡустым, һиңә бик яуаплы эш ҡушырға ине. Уҡый-яҙа беләһең, һыбай шәп йөрөйһөң, – тип бик йыраҡтан башланы силсәүит рәйесе. Үҙе егетте күҙәтте. Шакирйән уға тура ҡарап, һәр һүҙен йотоп ултыра бирҙе.
– Былай, Шакирйән. Күрше ауылдан ат менән почта та­шырға кәрәк, ҡустым. Бында, ауыл сәүитенә алып ҡайтырға, ә һуңынан ауылға таратырға, – тип әйтеп бөтөрөп, еңел һулап ҡуйҙы Хөснийәр. Шакирйәнгә эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тимәк, фронттан килгән хат-хәбәрҙе ауылға таратырға.
– Юҡ, Хөснийәр ағай, юҡ! Ҡайғы ташығым килмәй минең, яңғыҙ бисәләрҙе илатып, – тип ашығып-ашығып һөйләп алып китте Шакирйән. – Әсәйем дә риза булмаясаҡ. Былай ҙа өйҙән кеше өҙөлмәй, йә хат уҡытырға, йә яҙырға тип килеп кенә торалар. – Шакирйән үҙ тауышын үҙе таныманы.
Хөснийәр түҙем генә уның һөйләп бөтөүен көттө. Яралы аяғын көскә һөйрәп өҫтәл артына барып ултырҙы ла, тәҙрәгә ҡарап, уйға батты. Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Аң­лай егеттең хәлен Хөснийәр, тик Шакирйәндән дә ҡулай кеше юҡ. Үҙе ат дубырында эшләй, көнө-төнө ҡул аҫтында ат. Күрше ауыл да алыҫ түгел, төшкә ҡәҙәр барып ҡайта ала, һыбай ғына, тип фекер йөрөттө. Тынлыҡты Шакирйән боҙҙо:
– Мин китәйем инде, Хөс­нийәр ағай, эш күп, – тип урынынан ҡуҙғалды, тиҙ генә кәпәсен кейеп алды.
– Ултыр, ҡустым. Мин һинең ризалығыңды алырға түгел, эшкә ҡушырға саҡырҙым, – тип етдиерәк өндәште.
Шакирйән шым ғына ултырғыс ситенә ҡунаҡланы.
– Һуғыш бара бит, ҡустым. Бер кемгә лә еңел түгел, бында ла, яу яланында ла. Кәрәк, бик кәрәк һинең ярҙам, аңла, һинән башҡа бындай эште йөкмә­терҙәй кеше юҡ, әсәйең дә аңлар, – тип һүҙен тамамланы Хөснийәр.
Егет, шым ғына урынынан тороп, баш ҡаҡты ла урамға атылды. Башында йөҙ төрлө уй. Ярай ҙа фронттан килгән хаттар ғына булһа, ә “ҡара ҡағыҙ” килһә, нисек тапшырыр? Ни йөрәге етеп шундай хәбәрҙе уҡып торор? Ә әсәһе ни әйтер? Ана, Фәнзилә апай ике ай ҙа түҙә алманы, ҡатындар илауынан, ҡарғыштарынан ҡурҡып, ваз кисте бындай ауыр эштән. Аңлай Шакирйән, ул яҙмай бит “ҡара ҡағыҙ”ҙы. Тик барыбер күңелдә шом йөрөй… Бер йорттан яуға өсәр кеше китеп, ике “ҡара ҡағыҙ” алған ҡатындар бар. Кем ҡапҡаһын ҡаҡһаң да – ҡайғылы-моңло зарлы заттар…
Тәүге алып ҡайтҡан почта­һын хәтерләй Шакирйән: фронт хәлдәре тураһында хәбәрҙәр – өс хат яу ҡырынан. Һөйөнөп-һөйөнөп уҡыны ул хаттарҙы апайҙарға, күпме рәхмәт һүҙ­ҙәре ишетте. Тик гелән улай булмай шул. Көндәр инде һыуы­тып, ҡарҙар яуып, сана юлы төшкән ваҡыт ине. Почта бүлек­сәһендә ул инде күптәнге таныш, үҙ итеп тә өлгөрҙөләр. Йылмайып ҡаршы алалар, ҡайнар сәй менән һыйлайҙар. Был көн Шакирйәндең хәтеренә мәңгегә уйылып ҡалды…
Настя апай уны күңелһеҙ ҡаршы алды. Почтаны алдына һалды ла яурынына ҡул һалды:
– Ныҡ бул, егет кеше, һеҙҙең ауылға ҡайғылы хәбәр бар, – тине лә ҡарашын ситкә борҙо.
Шакирйән ултырып та тормай, Настя апайҙың ҡулынан почтаны алды ла ҡайтырға сыҡты. Ярты юлды үткәс, түҙ­мәне, “ҡара ҡағыҙ”ҙы асып ҡараны ла өнһөҙ ҡалды. Һуң яҙ көнө генә Ғиндулла ағайға “хәбәрһеҙ юғалды” тигән яҙыу килгәйне бит. Әле килеп – үлем хәбәре. Был нисек була инде, бер кешегә ике хәбәр, өҫтәүенә икеһе лә хәүефле… Әллә госпиталдә яраланып ятҡанда ашыҡтылармы икән хәбәрһеҙ юғалды, тип? Нимә уйларға ла белмәне Шакирйән. Хәҙер был хәбәрҙе Ғәйшә апайға еткерһәм, өмөтө өҙөләсәк. Хәбәрһеҙ юғал­ғандарҙың ҡайтып төшөү осраҡ­тары бар. Өмөт йәшәтә бит кешене. Әгәр Ғәйшә апайҙың ошо һуңғы өмөтөн өҙөп, “ҡара ҡағыҙ” тотторһам, бөгөлөп төшәсәк бит, тип уйлана-уйлана, Шакир­йән ҡайтып етеүен дә һиҙмәне. Ихатала әсәһе ҡаршы алды:
– Бик иртәләнең әле бөгөн, тиҙ әйләндең. Кәйефең төшөнкө кеүек, балам, әллә берәр хәбәр бармы?
Егет, үҙ-үҙен ҡулға алырға тырышып, ашығып яуапланы:
– Юҡ, әсәй, бер хәүефле хә­бәр ҙә юҡ, ике хат ҡына бар, Зәлифә апай менән Миңсара әбейгә.
– Аллаға шөкөр, урап үтһен шомло хәбәрҙәр ауылды, – тип әсәһе өйгә ыңғайланы. Шакир­йән “ҡара ҡағыҙ”ҙы, утлы күмер тотҡан кеүек, тиҙ генә салбар кеҫәһенә тыҡты ла ҡәтғи ҡа­рарға килде – был турала бер кем дә белмәйәсәк, һәм ул шулай эшләне лә. Өйҙәгеләргә лә, Хөснийәр ағаһына ла бел­гертмәне…
Кисен Ғәйшә апайҙар торған урамға йүнәлде. Йорттары янына еткәс, тәҙрәнән һирпелгән тоноҡ ҡына яҡтылыҡҡа иғтибар итте. Ғиндуллаһына бейәләй-ойоҡбаш бәйләйҙер инде, тигән әрнеүле уй үтте мейеһен телеп.
Ғәйшә апайҙың күршеһендә генә бейек таш ихата. Унда Ниғәмәт бабай ҡарсығы менән йәшәй. Ике улдары ла һуғышта. Уларҙың йорто ҡараңғы, йоҡ­лайҙар, ахыры, тип, Шакирйән таш ихатаға барып һөйәлде лә тағы ла Ғәйшә апайҙың тәҙ­рәһенә күҙ һалды. Яна етеле лампа, апайҙың өмөтө кеүек, бер балҡып китә, бер һүлпәнәйә. Кеҫәләге хат өтөп алғандай булды. Туҡта, ниңә килде һуң әле ул был урамға? Өмөтөн һүндермәҫкә, хатты тапшырмаҫҡа, тип ҡарар иткәй­не бит.
Тик ҡайҙа ҡуйырға һуң был хәүефле хәбәрҙе? Кинәт күҙе ихаталағы һуҙылып киткән ярыҡ­тарға төштө. Әллә нәҙек кенә итеп йомарлап шул ярыҡ­тың береһенә төшөрөп ебәрер­гәме? Һуғыш бөткәнсе ятып торһон шунда, Ғиндулла ағай, бәлки, иҫән булып ҡайтып төшһә, икәүләшеп ихатаны емереп алырбыҙ әле, тип үҙен үҙе алдап та маташты Шакирйән. Шунан кеҫәһенән ашығып “ҡара ҡағыҙ”ҙы алды ла, йоҡа ғына итеп төрөп, Ғәйшә апайҙың таш ихатаһы ярығына этәрҙе. Хәбәр тиҙ арала, әллә эстәге буш­лыҡ­ҡа эләгеп, юҡ булды. Шакирйән, ҡылған эшенә үҙе хайран ҡалып, таштарҙы тот­ҡолап, туңып барған бармаҡ­тарын хат инеп юғалған ярыҡ буйлап йөрөттө. “Ҡара ҡағыҙ”ҙы таш ихата йотто… Оҙаҡ ғазап­ланып йөрөнө Шакирйән. Оло ғәйеп ҡылыуын аңланы, ләкин һуң ине инде. Тик Ғәйшә апайҙы осратҡан һайын үҙен аҡ­ларға тырышты. Ана бит, бал­ҡып йөрөй, Ғин­дуллаһы теле­нән төшмәй. Һәр һүҙен, бына Ғиндулла һуғыштан ҡайтҡас, тип башлай. Күпме өмөт сат­ҡыһы яна йондоҙ кеүек күҙ­ҙәрендә. Дөрөҫ эшләнем, буғай, тип аҡлай башлай үҙен. Тик ваҡыты-ваҡыты менән күңел ғазабы тынғы бирмәй. Их, шунда Хөснийәр ағайға ғына ҡалдыраһы булған да бит, тип әсенеп ҡуя…
Инде бына Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығын билдәләргә йыйына халыҡ. Еңеү яулап ҡайт­ҡандарҙың да инде яртыһы гүр эйәһе, яу яралары уңалма­йынса, ваҡытынан алда китеп барҙылар. Тик “хәбәрһеҙ юғал­ды” тигән Ғиндулла ағай ғына ҡайтманы, тимәк, “батырҙарса һәләк булды” тигән хәбәр дөрөҫ булғандыр, моғайын…
Ә Ғәйшә апай, инде һикһәнгә етеп барһа ла, һаман да Ғин­дуллаһын көтә, өмөт итә. Байрам уңайынан яңғыҙ әбейҙәргә берәр ҡапсыҡ аҡ он тарат­ҡандар. Ондо тупһаға илтеп һалғас, Ғәйшә әбей ҡапсыҡ өҫтөнә ятып илаған, тиҙәр. Ә үҙе һаман:
– Бына бит, Ғиндуллам ебәр­гән күстәнәс. Инде үҙен дә ошо ондан бешкән икмәк менән һыйларға яҙһын, – тип ҡап­сыҡ­ты һыйпай-һыйпай, йылмайып оҙатып ҡалған ҡотлаусы­лар­ҙы… Оҙаҡ ултырҙы Шакирйән ҡарт яңғыҙ ҡайын төбөндәге эскәмйәлә. Йылы ҡояш нурҙары йәшел япраҡтар араһынан үтеп күҙҙәрен сағылдырҙы. Шунан, кинәт бер ҡарарға килеп, урынынан ҡуҙғалды ла үҙәк урам буйлап үргә атланы, таш ихаталы йортҡа. Ауылда берәү генә ул таш ихата. Йөҙ йылдан ашыу төҙөлгән, тиҙәр, ел-ямғыр ҙа, ҡар-бурандар ҙа алмай үҙен, нығына ғына, шымара ғына бара. Ана, таш ихата аръяғында аҡ сирендәр сәскә атҡан. Алыҫ­тан, таш ихата өҫтөндәге елкән кеүек, күпереп ултыралар. Ша­кир­йән ҡарт ихата буйына туҡ­талды ла таныш һыҙыҡтарҙы эҙләне, таштарҙы ҡапшап ҡараны.
– Бәй, нишләп йөрөйһөң, ке­ше ихатаһын һыйпап, Шакирйән ҡустым? Әйҙә, тәмле итеп ҡой­маҡ бешерҙем күстәнәс ондан, – тип Ғәйшә әбей, ай-вайына ҡарамайынса, Шакирйәнде өйгә алып керҙе. Һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр, Еңеү көнөнә лә туҡталдылар. Мул тормошҡа ла һоҡландылар. Ғәйшә әбей­ҙең ихлас йөҙөн, асыҡ ҡара­шын, бәхетле йылмайыуын күреп Шакирйәндең күңеле йомшарҙы.
Эстән генә: “Әлдә бирмәгән­мен “ҡара ҡағыҙ”ҙы”, – тип күңел төйөнөн тағатып, әбейҙең нурлы йөҙөнә ҡарап һөйөнөп ул­тырҙы. Ә урамда, уларҙан бер нисә аҙым йыраҡлыҡта ғына, таш ихата эсендә, яҡты өмөттө емереүе ихтимал булған хәбәр ята ине.


Вернуться назад