Республика халҡы интерактив картала рөхсәтһеҙ асылған сүплектәрҙе билдәләү мөмкинлегенә эйә. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты быйыл тотош илдә законһыҙ полигондарҙың һәм сүплектәрҙең виртуаль картаһын төҙөү проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй.Интернет селтәренән файҙаланған һәр кеше “Яндекс. Карталар” сервисындағы геомәғлүмәт ресурсында ошондай сүплекте билдәләй ала. Проект ҡалдыҡтар рөхсәтһеҙ урынлаштырылған ерҙәрҙе асыҡлау, ошо етешһеҙлекте төҙәтеү барышын күҙәтеү мөмкинлеген бирәсәк.
— Һәр кеше рөхсәтһеҙ сүплек хаҡында хәбәр итә ала. Ошонда уҡ был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән күрелгән саралар ҙа телгә алынасаҡ, — тине Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабындағы экология һәм урманды һаҡлау буйынса эш төркөмө етәксеһе Заһир Хәкимов. — Һәр граждан тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһен хәл итеүҙең үҙебеҙгә бәйлелеген, йыйыштырған ерҙә түгел, ә сүпләмәгән урында таҙа булыуын аңлар тип ышанғы килә.