Берғаҙан-Ҡамыш Рамсар биләмәһенә инерме?20.01.2017
Асылыкүл тәбиғәт паркындағы Берғаҙан-Ҡамыш һаҙлығы әһәмиәтле халыҡ-ара һыу-һаҙлыҡ, йәки Рамсар биләмәһе статусын алыуы ихтимал. Хөкүмәт-ара договорын тәшкил иткән Рамсар конвенцияһының маҡсаты — һыу ҡоштары төйәге булараҡ барлыҡ һыу-һаҙлыҡ биләмәләрен һаҡлап ҡалыу. “Рамсар биләмәһе” статусы махсус һаҡлау һәм файҙаланыу режимын биреүҙе күҙ уңында тота. Рәсәйҙә халыҡ-ара әһәмиәттә ошондай 12 һыу-һаҙлыҡ объекты иҫәпләнә.
Әле Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау программаһына ярашлы Берғаҙанды ҡайтанан һуғарыу буйынса саралар тормошҡа ашырыла.

— Ҡасандыр Урал алдында 700 гектар майҙанды үҙ эсенә алған, һирәк осрай торған йәнлектәр һәм ҡоштар йәшәгән иң ҙур һаҙлыҡ киптерелеп, торфы сығарылған. Һаҙлыҡты эшкәрткәндән һуң Асылыкүлдәге һыу кимәле төшкән, — тине Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко. — Тиҙҙән бында ярҙы нығытыусы дамба ҡороласаҡ, махсус механизм ҡуйыласаҡ. Киләһе йыл объект эшләй башлаясаҡ.
Ғалим әйтеүенсә, башҡарылған эштәр ошо территорияны Рамсар биләмәһенә индереүгә булышлыҡ итәсәк. Берғаҙан-Ҡамыш республикабыҙҙа халыҡ-ара әһәмиәттәге тәүге һыу-һаҙлыҡ биләмәһе буласаҡ. Ул төбәктең абруйын арттырыуға, БМО-ның үҫеш программаһы фондынан ошо өлкәгә аҡса алыуға мөмкинлек бирәсәк.


Вернуться назад