Яҙмышы – гәлсәр күперҙә...20.01.2017
Яҙмышы – гәлсәр күперҙә... Күптән түгел гәзитебеҙҙә Өфөлә йәшәгән Әлфиә менән Азат Ҡарасуриндар, уларҙың ғаиләһе өлөшөнә төшкән оло һынау тураһында яҙып сыҡҡайныҡ.
Спортты үҙ иткән, тулы ҡанлы, сәләмәт тормош алып барған матур, татыу ғаилә өс ул үҫтергән, уларҙың һәммәһен дә кешелек ҡиммәттәрен баһалай белгән, итәғәтле, ипле егеттәр итеп тәрбиәләгән, өлкәндәренә юғары белем биргән.
Әмир – өсөнсө бала, буй еткергән ағаларынан һуң теләп, көтөп алынған сабый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо бәләкәс кеше әлеге ваҡытта ҡот осҡос сиргә ҡаршы көрәшергә мәжбүр, яман шеш уның һәр көнөн тынғыһыҙ, ҡатмарлы алышҡа әүерелдергән. Сир ифрат аяуһыҙ, ул организмды ҡот осҡос тиҙлек менән ашай.
Ҡәҙерле баланың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн Ҡарасуриндар мөмкин булған-булмағандың барыһын да эшләй. Өфөлә, Мәскәүҙә ҡатмарлы дауалау курстары үткәндән һуң, малайҙы яҡындары Германия клиникаһына алып барырға ҡарар иткән. Тик барлыҡ тырышлыҡтары тәүге сиратта аҡсаға барып төртөлә, был – заман талабы.
Мюнстер клиникаһында ҡатмарлы, күп этаплы дауаланыу курсы үтеү 18 миллион һум самаһына барып баҫасаҡ. Был ифрат ҙур сумманың бер өлөшөн ғаилә үҙе туплаған, миһырбанлы кешеләр ярҙамы менән дә бихисап сумма йыйылған. Мәгәр был ғына аҙ – Әмирҙе артабан дауалау өсөн тағы ла 7 миллион һум самаһы аҡса кәрәк.
Ә өмөт бар. Тап ошо ғәмәл – Ҡарасуриндарҙың ҡанаттарын нығытып торған оло көс. Мюнстерға килгәндә түшәктән башын да ҡалҡыта алмаған Әмир, бер нисә дауалау курсынан һуң, әле бер ни тиклем ултырып торорға, ярҙам менән булһа ла, бер нисә аҙым яһарға һәләтле. Киләһе этап – һөйәк кимеге донорын табыу һәм уны Әмиргә күсереп ултыртыу.
Ҡарасуриндарҙа туғанлыҡ хисе көслө, тип яҙғайныҡ. 11 йәшлек ҡустыларын үлем тырнағынан йолоп ҡалыу өсөн Ринат, Арыҫлан ағалары республика ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә оран һалған, Интернет ресурстарын әүҙем ҡуллана, Әмиргә ярҙам итерлек бәләкәй генә мөмкинлекте лә ҡулланырға тырыша. Афарин! Атай-әсәй, әлбиттә, Германияла, Әмир янында. Бала эргәһендә булыу, тәрбиәләү, дауалау процедураларына йөрөтөү, ғөмүмән, Әмирҙең йәшәйешен тәьмин итеү – улар иңендә.
Аяуһыҙ сирҙе еңеү өсөн өмөт бар икән, тимәк, барлыҡ мөмкинлектәрҙе ҡулланыу, ысулдарын табыу зарур. Был йәһәттән беҙҙең гәзит тә ситтә ҡалманы – Әмир яҙмышы тураһындағы мәғлүмәтте ҡабат баҫырға булды.
Йәшәйеш һәм мәңгелек араһындағы нескә гәлсәр күперҙә тороп ҡалған бәләкәй Әмиргә хәлегеҙҙән килгәнсә, аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алһағыҙ, файҙаһы ла, сауабы ла булыр ине, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Әйҙәгеҙ, ситтә ҡалмайыҡ! Аҡса күсереү өсөн реквизиттар:
Сбербанк картаһы – 4276 0600 2225 0719 (Ҡарасурин Арыҫлан исемендә); QIWI системаһы – 8 987 626 78 89 (Арыҫлан Ҡарасурин); “Бәйләнештә” селтәрендә https://vk.com/amirych һылтанмаһы буйынса махсус төркөм бар, унда Әмир тураһында тулы мәғлүмәт тупланған, дауаханалағы көндәлек яңылыҡтар менән дә шунда танышып була.


Вернуться назад