Бер сәғәткә өләсәй20.01.2017
Бер сәғәткә өләсәй Өфөлә “Бер сәғәткә өләсәй” сайты эшләй башланы. Уның аша бала ҡарау өсөн кеше табырға мөмкин. Проектты Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты тәҡдим итте. Әйткәндәй, эштән бушай алмаған ата-әсәгә күптәренең педагогик йәки медицина белеме булған пенсионер ҡатындар ярҙам итә.
“Өләсәйҙәр” баланы мәктәптән алып ҡайта, ашата, өйгә эштәрен эшләтә, берәй шөғөлгә өйрәтә ала. Бер-өс йәшлек баланы ҡараған өсөн өләсәйҙәр сәғәтенә 150 һум, уҡыусылар менән шөғөлләнгән өсөн 200 һум ала. Шул уҡ ваҡытта мәктәп балаһын оҙайтылған көн төркөмөнә урынлаштырыу айына 7 мең һумға төшә. Халыҡ университеты вәкилдәре өй эштәрендә, байрам ойоштороуҙа, ижад менән шөғөлләнеүҙә, оло йәштәгеләрҙе ҡарашыуҙа булышлыҡ итә ала. Тәжрибәле “өләсәйҙәрҙең” фекеренсә, уларҙың эшмәкәрлеге баланың именлеге, белем һәм оҫталыҡ, бөтә ғаиләлә яҡшы кәйеф кеүек принциптарға таяна.
“Өләсәйҙәр”ҙең ярҙамына мохтаж булғандар 272-04-81, 276-76-46 телефондары аша шылтырата ала.


Вернуться назад