“Башҡортостан”һыҙ тормошом ярҙамһыҙ20.01.2017
Гәзит-журналдар, ғөмүмән, матбуғат саралары һәр кешенең тормошонда иң мөһим урын алалыр, сөнки мәғлүмәтһеҙ донъяла йәшәп булмай. Ә шулай ҙа һәр кемдең тормошонда шул баҫмаларҙың иң әһәмиәтлеһе, йәғни уның күңеле һайлағаны булалыр. Бына “Башҡортостан” гәзите минең айырылмаҫ бер юлдашым булды һәм әле лә шулай булып ҡала. Уның ни өсөн икәнлегенә айырыуса туҡталып та тормаҫҡа булалыр, сөнки был тәбиғи тип әйтергә мөмкин. Уны уҡымайынса республикабыҙ тормошон тулыһынса күҙ алдына килтереп булмай.
Әле ошо мәҡәләмде яҙырға ултырғас та, уны ҡасандан башлап уҡый башлағанмын икән тигән һорау тыуғандай булды, ләкин уны аныҡ ҡына хәтерләй алманым. Бик күптән инде. Һәр хәлдә уҙған быуаттың икенсе яртыһынан бирле унан айырылғаным юҡ. Шулай булмай ни, элек Совет осоронда гәзиттәрҙе өйөңдә булмаған хәлдә лә табып уҡыу бик еңел ине. Ҡалаларҙа бик күп урындарҙа гәзиттәр эленә торған нөктәләр булды. Хатта автобус туҡталыштарында ла ваҡытың бушҡа уҙмай – гәзит уҡып торорға була ине. Шулай уҡ эш урындарында ла, бөтә учреждениеларҙа ла гәзит-журнал алдыралар ине. Уларҙы тәртипкә һалып, тегеп баралар ине. Шуға күрә ҡайҙа ғына булһаң да, ваҡытлы матбуғаттан айырылмайһың. Улай ғына ла түгел, һәр ғаилә тиерлек ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал алдырыр, почтальондар сумкаларын саҡ күтәреп уларҙы таратыр ине.
Ни өсөн шулай күпләп алдырғандар икән, тип уйлаусылар ҙа булыр, моғайын. Үҙем белгән сәбәптәрен генә яҙып китә алам. Беренсенән, элек телевизор күп өйҙәрҙә булмағанлыҡтан, кеше бөтә мәғлүмәтте гәзит-журналдан алды. Икенсенән, уларға яҙылыу хаҡы бик осһоҙ ине. Өсөнсөнән, һәр кемдең эшләгән урынында гәзит-журналдарға яҙылыу зарурлығы яҙылмаған ҡанун ине. Шул уҡ ваҡытта, моғайын, туған телендә уҡыған кешеләрҙең дә һаны хәҙергенән шаҡтай күп булыуы ла дөрөҫлөккә тап киләлер.
Йәнә шуныһын да әйтмәй булмай: ул замандарҙа матбуғаттың йәмғиәттәге көсө, ниндәйҙер донъяуи мәсьәләләргә ҡағылған һорауҙарҙы хәл итеүҙәге тотҡан урыны һис шикһеҙ ине. Ә хәҙер тираждарҙың кәмеүе бик күңелһеҙ күренеш.
Мин “Башҡортостан” гәзитен уҙған быуаттың 70-се йылдарынан бирле алдырам. Уның аша республиканың тын алышын, яҡташтарымдың күңел торошон, халыҡ-ара хәлде, иҡтисадтың, ауыл хужалығының үҫешен, уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләрен, хатта әҙәбиәт, яҙыусылар ижады буйынса ла шаҡтай хәбәрҙар булып йәшәйһең.
Билдәле, тормош һулышы гәзиттең төп йөкмәткеһен тәшкил итә. Ләкин нисек кенә булмаһын, “Башҡортостан” үҙенең бик күп һәйбәт традицияларына тоғро булып ҡалды. Һәр осорҙа ла унда һәләтле журналистарҙы, ғилемле, үҙ йүнәлешен дөрөҫ һайлаған әҙиптәрҙе тупланылар. Шул арҡала заман елдәренең ниндәй генә ағымы килеп бәрелмәһен, гәзит үҙенең патриотик рухын, дөрөҫлөктө сағылдырған материалдарын кәметмәне. Ауылдарҙа колхоз-совхоз осоро булһынмы, шәхси хужалыҡтар үҫешһенме, алдынғы күренештәр сағылмай ҡалманы, етешһеҙлектәр ҙә тәнҡитләнде, алдынғы үҫеш юлдары урын алды. Мин үҙем ауыл хужалығы белгесе булмаһам да, ауыл ерендә, колхоз ваҡытында үҫкән кеше булараҡ, һәр ваҡыт ауыл тормошона ҡағылған мәҡәләләргә айырыуса иғтибарлы булдым, һирәкләп булһа ла, шул мәсьәләләргә ҡағылған мәҡәләләр ҙә яҙғыланым. Улар гел донъя күрә барҙы.
Гәзиттең тулы бер битен алып торған “Илеңде һөй, ризығын ей” тигән мәҡәләмде (“Башҡортостан”, 2011 йыл, 21 июль) әле лә онотмайым. Ул башҡорт халҡының милли аш-һыуының нисек әҙерләнеүенә, уларҙың ниндәй файҙалы ризыҡ булыуына, исем-атамаларына ҡағылғайны. Ауыл хужалығын үҫтереүҙә төрлө йылдарҙағы үҙенсәлектәргә анализ кеүегерәк мәҡәлә лә яҙғаным булды, әлбиттә, ул шаҡтай ҡыҫҡартылып баҫылды, был аңлашыла ла, мин бит инде белгес түгел, фәҡәт битараф булмаған бер уҡыусы ғына. Ғөмүмән, һанай китһәң, төрлө йылдарҙа төрлө темаларға яҙылған мәҡәләләрем ошо абруйлы гәзит битендә донъя күрә барҙы.
Ә инде йәмәғәтем, күренекле журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөфәр Сабирйәнов үтә лә шиғри күңелле шәхес ине. Шиғырҙар, поэмалар яҙҙы. Фәҡәт нисектер уларҙы китап итеп сығарыуға ынтылманы. Үҙе республиканың шундай уҡ статустағы татар телендәге “Кызыл таң” гәзитендә эшләүенә ҡарамаҫтан, айырыуса шиғри йәнле Салауат Әбүзәр һәм Лариса Абдуллина хәстәрлеге менән “Бышҡортостан”да донъя күргән ике ҙур шиғри әҫәре – “Мәңгелек оран” тарихи дастаны (2007 йыл, 28 декабрь), “Мин донъяға бағам һөйөү менән” лирик поэмаһы (2014 йыл, 31 октябрь) өсөн ул бик тә рәхмәтле булды. Бына әле күптән түгел генә гәзиттең былтырғы 1 ноябрь һанында “Сәсән һәм Шағир” мәҡәләһен уҡып, уның тағы бер матур фекере иҫкә төштө. Ул “Башҡортостандың халыҡ сәсәне” исемен тергеҙергә кәрәк, ундай шәхестәре бар бит башҡорттоң, һин ниңә яҙып сыҡмайһың, тиер ине. Бына Лариса Абдуллинаның был мәҡәләһен уҡып бик шатланған булыр ине ул, иҫән булһа.
Әлбиттә, был ҡыҫҡаса ғына мәҡәләмдә “Башҡортостан” гәзитенең республикабыҙҙа тотҡан урыны һәм халҡыбыҙ тормошондағы әһәмиәтенә баһа биреп бөтә алдым, тип әйтеп булмай, уның өсөн бик күп ваҡыт кәрәк булыр ине. Әле мин үҙемдең фекерҙәремде өҫтән генә яҙып үттем. Тик шуныһы: ошо гәзитһеҙ һис тә тормошомдо күҙ алдына килтерә алмауым бәхәсһеҙ инде. Ул булмаһа, мин үҙемде бер ярҙамһыҙ кеүек хис итәм. Киләсәктә лә, Аллаһ бойорһа, ошо гәзиттән айырылмай, көнүҙәк хәбәрҙәр менән таныш булып йәшәргә яҙһын. Гәзитебеҙгә һәм уның үтә лә илһөйәр журналистарына тағы ла ҙур ижади уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләп ҡалам.


Вернуться назад