Наркотик етештереүселәрҙе тотҡандар20.01.2017
Наркотик етештереүселәрҙе тотҡандар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфөлә ике наркотик етештереүсене тотҡан.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, 29 йәшлек Өфө егете ҡуртымға ике фатир алған. Тәүгеһендә ул ғаиләһе менән йәшәгән һәм шунда уҡ махсус йыһазландырылған йәшерен урында наркотик матдәләр һаҡлаған. Икенсе фатир уға мини-лаборатория булып хеҙмәт иткән, унда ул үҙенең 38 йәшлек танышы менән синтетик наркотик матдәләр етештергән.
Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре ҙур “тауар” партияһын тартып алған. Күмәртә партиялары Өфө һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә таратылған.
Тартып алынған партияның дөйөм ауырлығы өс килограмм – ул бер тапҡыр файҙалана торған 30 мең самаһы доза тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта енәйәтсел бизнес эшмәкәрҙәре ҡулға алынған. Уларға ҡарата “Айырыуса ҙур күләмдә наркотик матдәләрҙе законһыҙ рәүештә етештереү, һатыу йәки һалып ебәреү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.


Вернуться назад