БДИ-ға Интернет аша әҙерләнергә була20.01.2017
БДИ-ға Интернет аша  әҙерләнергә була Уҡыусылар 2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү буйынса видеоконсультациялар ҡарай ала. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт уларҙы үҙенең Youtube-каналында урынлаштырҙы.
11 видеолекциянан торған шәлкемдә Берҙәм дәүләт имтихандарының контроль-үлсәү материалдарын эшләү буйынса федераль комиссиялар етәкселәре һәр фән буйынса имтихан үҙенсәлектәре һәм йөкмәткеһе, быйылғы үҙгәрештәр тураһында һөйләй, әҙерлек буйынса тәҡдимдәрен еткерә, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә. Былтырғы имтиханда ҡатнашып, яҡшы билдәһе алғандар ҙа һынауға әҙерләнеү һәм уны уңышлы тапшырыу йәһәтенән кәңәш бирә.
Берҙәм дәүләт имтиханы фәндәре буйынса видеоконсультациялар ғинуар дауамында донъя күрәсәк. Материалдар менән шулай уҡ БДИ-ның рәсми мәғлүмәт порталында ла танышырға мөмкин.



Вернуться назад